|
|||||
Балағыҙҙы кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ!Балағыҙҙы кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ!
Хәүефһеҙлек саралары – үҙ ҡулығыҙҙа!
Телевизорҙан «Формула-1» йәки «Париж-Дакар» маршруты буйынса автоуҙыштарҙы ҡарағанығыҙ барҙыр, моғайын. Улар барышында йыш ҡына машиналар бәрелешә, йә түңкәрелеп ҡуя. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, пилоттар әллә ни зыян күрмәй. Бының сере ябай – хәүефһеҙлек ҡайышы.
Ул авария осраҡтарында имгәнеүҙән һаҡлай. Сит ил киноларын ҡарағанда ла һәр кемдең машинала хәүефһеҙлек ҡайышынан файҙаланыуына иғтибар итәһегеҙҙер. Ә ысынбарлыҡта юлдарға күҙ һалһаҡ хәл нисек тора һуң? Был «ҡағиҙә» трассаларҙа юғары тиҙлек менән йөрөүселәргә лә, ҡала эсендә хәрәкәт итеүселәргә лә берҙәй ҡағыла. Әгәр водитель хәүефһеҙлек ҡайышын файҙаланмай икән, сәғәтенә 20 км тиҙлек менән барғанда ла авария һөҙөмтәһендә һәләк булыуы ихтимал, тип һанала. Ә ҡайышты эләктерһәң, бындай хәүеф сәғәтенә 95 км тиҙлек менән елгәндә генә янай.
Белгестәр баһалауынса, автомобилдә «Ҡайышығыҙҙы эләктерегеҙ!» - тигән автоматик тауыш булһа, ҡайыштан файҙаланыу кимәле 97% етә, ә юл-транспорт һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һаны 20% кәмей. Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар креслоһын файҙаһыҙ, тип баһалай һәм тейешле иғтибар бирмәй. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәр кемгә ҡағыла, шуға күрә балаларҙы кесе йәштән үк машинала йөрөү тәртибенә өйрәтергә кәрәк. Дүрт йәшлек балаға ла хәүефһелек ҡайышының әһәмиәтен асыҡ итеп аңлатырға ла мөмкин. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: балалар өсөн автомобиль креслоһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышы – һис тә артыҡ нәмә түгел, ә бик мөһим, кәрәкле сара!
|
|||||
|