Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ШАРШАУ ЯБЫЛА



ШАРШАУ ЯБЫЛА

2 -се АКТ

Йорт эсе. Хәлимә төҙрә төбөндә урамға ҡарап ҡатҡан. Франциска бер нөктәгә текәлгән.

Хәлимә (урындыҡтан төшөп, түгеп-сәсеп ҡомғанға һыу ҡоя). Ҡомғанда мәңге һыу тормай. Баҡа һымаҡ... лыстырҙап... Йыуына ла йөрөй, йыуына ла йөрөй. Ул ашъяулыҡтарҙы ҡайнатып, иҫкертеп бөттө. Түшәкте ураған һайын иҙелдә йыуа. Тапап. Туҙҙырып. Бетләп барабыҙмы ни. Ана ултыра шунан шаңҡып. Ҡаңғып. Ул картуф тигәнен нимә итеп сәсте инде, ашатмай. Көн буйы булыша шул нәҫтәкәйе менән. Хәлдән тайып. Ҡатып бөттө. Өйгә инеүҙе белмәй. Ай Аллаа. Ай Аллааа. Тереләй гүргә тыҡтың бит һин беҙҙе. Тереләй гүргә! Нишләп кенә килдең беҙгә һин! Ә? Нишләп кенә?! Йәшәргә ине шул Ярманыңда. Сәйфетдинемә бүтән кәләш булмаҫ тинеңме? Улымды харап ҡына иттең бит һин! Һин ит ашайым тимәһәң, мәңге һарыҡ урлаясағы юҡ ине бит уның. Мәңге! Ғүмерҙә затыбыҙҙа ҡараҡ булманы. Аллам һаҡлаһын! Һин ғәйепле! Һин! Ярамһаҡланып йүгереп йөрөгән булаһың инде хәҙер. Юхалап! Яратмайым мин һине! Күрә алмайым! Улымдың башын ашаның! Тыу тана. Ауырға ла ҡалманың исмаһам. Нәҫелде ҡороттоң. Мәскәй! Ас бет! Сәсрәгер! Һуғып ҡына үлтерергә үҙеңде (илай). Баламдың башына еттең бит. Баламдың башҡынайына. Мирға мәсхәрә яһаның. Ауыл көлә беҙҙән, артын асып. Ҡараҡтарҙан! Һин ғәйепле! Һин минең йөҙөмә ҡара яҡтың! Һин! Ер тишегенә генә инеп китерҙәймен дә. Ҡайҙа һуң. Ҡартайған көндә улымдың башын ашаған иблес менән йәшәргә тейешменме һуң мин. Кеше рәүешендәге иблес! Ҡороғор! Алып ҡайт миңә улымды! Алып ҡайт Сәйфетдинемде! Алып ҡайт! Үҙең барып ят уның урынына – ҡәбергә! Ҡайт бар Ярманыңа! Артыңдан көл һибеп ҡалырмын! Ҡайт! Йөрөмә күҙ көйөгө булып! Баламдың башын ашап... Батыр үлеме мәрйәнән, тигәндәре дөрөҫ икән. Бына бит балаҡайымды харап итте. Туймаҫтамаҡ! Бар сығып кит минең өйөмдән! Күҙемә күренмә! Кит Ярманыңа! Кит!

Франциска. Һин мине кәмһеттең... Һин мине яратмайһың. Du hast mich gedemütigt... Du liebst mich nicht.

Хәлимә. Нимә лығырҙайһың? Беҙҙеңсә һөйлә!

Франциска. Оһ. Ja. Китәм... китәм! Мин Германияға китәм. Ich gehe nach Deutschland.(ҡапыл әйберҙәрен йыя башлай).

Хәлимә. Кит! Кит! Дүрт яғың ҡибла! Алдыңдан артың яҡшы!

Франциска эсен тотоп иҙәнгә сүгәләй.

Хәлимә. Хәҙер (өҫтөндәге ҡаралдыны осора һуғып, һандыҡты асып, түшелдерек, тоҡсайҙа тәңкәләр сығара, сылтыратып ҡарай).  Мә!  Ғәйепләп китмә. Кеше балаһы бит һин. Ни тиһәң дә. Ал. Ал.

Франциска сырайын һытып тороп баҫа, биргәнде иҙәнгә атып бәрергә тип күтәрә лә, Хәлимәгә кире ырғыта. Сумаҙанын алып, сыға, ишекте шарт яба. Хәлимә тиҙ генә төшөп, сыуалдан һоҫҡо менән алып, артынан көл һибә.

 

Шул уҡ декорация. Хәлимә юрған ябынып, урындыҡта ята. Ҡаты йүткерә. Тыштан тауыш ишетелә: “Хәлимә инөөөй! Хәлимә инөөөй.” Хәлимә тәнтерәкләп сыға. Бер аҙҙан хат тотоп инә. Әйләндереп-тулғандырып ҡарай.

Хәлимә. Кемдән был? Их, уҡый белһәмсе. Киленгәлер күп булһа...  Атаһынан мәллә? Ярмандан. Ыста. Мисәте ҡалай... Һай-һай-һай... Сит илдән бит, ни тиһәң дә. Хәҙер кәрәге лә юҡ инде был хаттың. Тереләй күрешерҙәр. Ҡайтып еткәндер инде Ярманына (хатты йыртырға теләй, шунан, кире уйлап, сыуалға ырғыта. Ҡарап торғандан һуң, көлөн ҡаҡҡылап, кире ала, кәштә тартмаһына тыға). Бер төҫө булыр Зәйнәптең. Бынауы ҡурсағы иптәш ине. Хаты төҫө булыр исмаһам.

Эй. Алла, артыҡ ҡыҙып киттем бит, артыҡ булды. Уңған, бөхтә, иманлы бала ине. Бисмиллаһыҙ бер нәмә лә эшләмәне. Исмаһам бына сәй эсереүсе кеше булыр ине эргәмдә (йүткерә). Утынды ла үҙе яра башлағайны бит. Бына. Ҡышты нисек үткәрмәк кәрәк. Кеше ялларғамы, утын ярырға. Эшкинмәгән. Кемгә генә кәрәкмен инде мин? Кемем генә бар минең? Рәнйеп кенә китте инде ҡыҙ бала. Нишләп кенә ҡаты бәрелдем икән (быуылып йүткерә). Кеше ғүмерен кеше йәшәйме? Тәҡдире шулай булғас, ҡалайтаң, улымдың. Яҙмышы шулай булғас. Ярман һуғышынан тере ҡайт та, ҡыҙылдар ҡулынан харап бул инде...

Бына ошолай ятып ҡына үлһәң икән дә. Бар хәсрәт онотолор ине. Ҡотолор ҙа ҡуйыр инем ғазаптарҙан. Ҡартым менән улымдың эргәһенә китер ҙә барыр инем. Кил бында, кил, ҡыҙым. Кил. Бер үҙемә ҡыйын бит. Нишләйһең. Ултыр эргәмдә. Ошонда. Эйе (ҡурсаҡтың башынан һыйпай). Һин сәй ҡайнат, ҡыҙым, мин ятып торайым. Тәнем ҡыйралып килә. Башым түҙҙермәй. Бәлки, ошо ятыуҙан тормам да. Ярай, ҡыҙым. Ғәйебем булһа, ғәфү ит. Бәхил бул.

Ауыр тынлыҡ. Бына-бына ҡурсаҡ терелеп, Хәлимәне барып ҡосаҡлар, йыуатыр кеүек.

Әкрен генә ишек асыла. Франсиска инә. Сумаҙанын ишек төбөнә ырғытып, Хәлимәгә ташлана.

Ут һүнә

 

Шул уҡ декорация. Хәлимә Францисканың пинжәген бөркәнгән.  

Франциска. Кайнэм!  Хәлдәр нисек? Wie geht es dir?  Өшөй, кайнәм?

Хәлимә. Өшөй өшөй. Мәкинә баш.

Франциска. Мэкинэ?

Хәлимә. Мин. Мин мәкинә баш. Бишмәтемде күршегә бирҙем бит. Күршегә. Һуң теге –  Ғәшүрә бар бит, сулаҡ.

Франциска. Гашурэ (баш сайҡай). Шәл?

Хәлимә. Шәл Сәкинәлә. Сәкинә. Үрге ос. Ана тегендә!

Франциска. Анланы. Камзул?

Хәлимә. Камзул Рауза килендә (Франциска баш сайҡай). Үләм, тип тараттым инде. Үлһәм, ерәнеп кеймәҫтәр, тинем. Ул йөрәк ауырта. Ул баш. Ярылып килә. Ул йоҡо ҡасты. Көн буйы тәҙрәнән күҙәтәм, ҡайтмаҫһыңмы, тип. Төн буйы уйлап сығам...

Франциска Хәлимәне ҡосаҡлай. Башынан һыйпай. Битенән үбә.

Хәлимә. Кәфенлегем ана ята. Ингән кеше күрһен, тип... Бөтөнләйгә ҡайттыңмы, килен? Ҡайттыңмы? Бында. Өйгә? Ошонда?

Франциска. Билет. Акса керэк. Акса. Зингер хата. Итек (урындыҡ аҫтынан төрөүле аяҡ кейемдәрен сығара, бейек үксәле туфлиҙарына үкенеп ҡарап ултыра, күҙ йәшен һөртә)... Кэрек. Дойчланд (ҡулы менән йыраҡты күрһәтә) Ойгэ. Минен ойгэ. Ich gehe nach Deutschland. Deutschland.

Хәлимә. Уй, балаҡайым. Ташлап китәһеңме ни мине? Һуң мин ҡалайтайым? Бер үҙем?

Франциска. Ich fühle mich so schlecht.  Миңә ныҡ ҡыйын. Кайнэм... (сыға)

Хәлимә. Хатты бирергәме-юҡмы? Йөрәкһеп, хәҙер үк сығып йүгерһә? Атаһына? Мин нимә эшләйем. Бәлки күнер ҡалырға... Ҡайтмаһа, ошо көндө үлгән дә булыр инем. Терелтеп алды бит дарыуҙары менән. Әллә нимәләр эсереп бөттө. Шыбыр тиргә баттым. Кеше итеп алды. (Кәштә тартмаһынан хатты сығара). Ҡалай матур һуң әле хаты. Сәйфетдиндең әрменән ебәргән хаты өсмөйөшлө була торғайны. Был ни, биҙәп бөтөлгән.

Франциска туҫтаҡ менән картуф тотҡан.

Хәлимә. Аллааа. Ҡалай эре генә! Асыҡмайбыҙ былай булғас! Рәхмәт, килен!

Франциска. Еinen Brief an mich? Был хат миңәме? (ынтыла)

Хәлимә (хатты артына йәшерә). Ай әттәгенәһе. Миңә! Миңә!

Франциска. Ich verstehe es nicht. Кайнэм, мин анламай.

Хәлимә. Нимә аңламай ти. Миңә был хат, миңә (урындыҡҡа менеп, тәҙрә төбөнә китә).

Франциска хәлһеҙләнеп, ултырғысҡа ултыра. Эсен, йөрәген тота.

Хәлимә. Атаҡ. Ни булды? Күм-күк булдың дабаһа! Әллә! Һин бит... Ииии, киленкәйемде!

Франциска. Du bist ein Lügner. Кайнэм. Һин алдаҡсы.

Хәлимә. Әллә үләм ти инде. Мә һуң, мә! Көймә, килен! Асыуланма миңә, йәме!

Франциска (хатты йолҡоп ала). Атай! Атай! Рара! Рара! (хатты үбә-үбә, илай-илай, өйөрөлә) Атай! Рара! Ich will nach Hause! Мин ойгә ҡайта! Ойгә!

Хәлимә. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай...

Ут һүнә

Шул уҡ декорация. Хәлимә тәҙрәгә текәлгән.

Хәлимә. Бахырҡай. Ауыл осонан ҡайтмай. Көн буйы шунда. Атай бит. Ҡалайтаң. Инде килен менән уртаҡ тел таптыҡ, тип һөйөнөп кенә йөрөй инем... Ҡуй инде, ҡуй... (һандыҡтан матур таҫтамалдар алып элә, мендәрҙәрен ҡабартып һала). Әйберҙәрен йыйып та ҡуйған. Ана... Яңғыҙым нимә эшләрмен инде. Аптырайым... (тәҙрәгә күҙ һалып) Килделәр! Ай, Алла. Ҡайҙа әле арыу яулығым. Ярманский. Эй, йүнһеҙ. Ҡайҙа иттем... Ҡоҙам килгән дә баһа минең!

Ишек асыла. Франциска менән Микаэль Шульц инә. Уның ҡулынан таяғы төшөп китә. Франциска тиҙ генә ултырғыс килтереп, атаһын ултырта.

Микаэль Шульц (тоноҡ тауыш менән). Гутен таг, фрау.

Франциска.Был беҙҙең йорт. Ошонда йәшәйбеҙ. Das hier ist uns Haus. Hier leben wir.

Микаэль Шульц.Ҡот осҡос. Ҡурҡыныс. Schrecklich. Widerlich.

Хәлимә (ике ҡулын һона). Һаумы, ҡоҙа! Хуш килдең! Әйҙүк! Әйҙүк түрҙән!

Микаэль Шульц. Was ist das? Был нимә ул?

Франциска. Sie ist meine Mutter . Ул минең әсәйем.

Микаэль Шульц ҡыҙына асыулы ҡарай, ҡарсыҡҡа ҡулының осон ғына бирә.

Микаэль Шульц. Франци. Беҙ хәҙер үк ҡайтабыҙ. Ошо минутта уҡ. Wir verlassen unverzüglich dieses Haus!

Франциска. Атай! Рара!

Микаэль Шульц. Ҡот осҡос. Ерәнгес. Schrecklich. Ekelhaft.

Франциска. Атай... Рара...

Микаэль Шульц. Был йорт түгел, был – бәҙрәф. Был бәҙрәфтән дә насар. Эт ояһы. Эт ояһынан да насар. Das ist kein Haus, das ist eine Toilette. Schlimmer als eine Toilette. Das ist eine Höhle. Schlimmer als eine Höhle.

Хәлимә. Нимә ти ул? Нимәгә көйә ҡоҙам?

Микаэль Шульц (Францискаға). Һин оятһыҙ! Минән көлдөң. Du bist gewissenlos. Hast mich gedämütigt.

Франциска. Россияға мин үҙ теләгем менән килдем. Бында насар икәнен белдем. Тик күҙ алдына килтермәнем. Ich bin freiwillig nach Russland gekommen. Ich wusste von den schlimmen Zuständen hier. Habe es aber mir nicht so schlimm ausgemalt.

Хәлимә. Һы (урындыҡҡа ултыра төшә).

Микаэль Шульц (тора). Ә һин, иҫәркәй, нимәгә алдандың? Бәхетһеҙ мөхәббәткәме? Und du bist ein Dümmerchen, was hast du dir dabei gedacht? Hast du an die Liebe, unglückliche Liebe geglaubt?

Франциска. Ғәфү ит мине, атай. Күп ҡайғы килтерҙем... Мин һине яратам, атай! Һағындым һине! (ҡосаҡлай, үбә) Bitte verzeih es mir, Papa. Ich habe dich verletzt. Ich habe dich so vermisst.

Микаэль Шульц. Мин дә һағындым! Мин дә һине яратам. Ғүмеремдән дә артыҡ күрәм. Һине өйөң көтә. Туғандарың көтә! Ich habe dich auch vermisst! Und ich liebe dich auch! Mehr als mein eigenes Leben! Dein Zuhause erwartet dich! Deine Familie.

Хәлимә. Ҡоҙаға сәй эсерәйек, кем, килен... Зәйнәп...

Франциска самауырға тотона.

Микаэль Шульц. Һин үҙгәргәнһең. Һинең кейемең оҡшамай. Du hast dich verändert. Mir gefallen deine Klamotten nicht. (ҡыҙҙың башынан яулыҡты һыпырып ала).

Франциска (самауырҙы урындыҡҡа ҡуя). Мин – мосолман. Ich bin Muslimin geworden (яулыҡты кире ябына).

Микаэль Шульц. Көсләпме? Gegen deinen Willen?

Франциска. Үҙ теләгем менән! Дas war mein Wunsch!

Микаэль Шульц. Ҡот осҡос! Аҡылдан яҙырлыҡ! Schrecklich! Ich werde wahnsinnig!

Хәлимә. Килен! Ҡоҙа нимә ти һуң ул? Бал ултыртайыҡ, бал! Әсе бал! Күңеле йомшарыр. (Урындыҡ аҫтынан батман һөйрәп сығара) Зәйнәп! Зәйнәп!

Микаэль. Кем? Кем? Wie hast du sie genannt?

Франциска. Минең исемем Зәйнәп! Ich heisse nun Seinap!

Микаэль Шульц. Нисек инде? Wie meinst du das?

Франциска. Минең мосолман исемем Зәйнәп. Seinap ist mein muslimischer Name.

Микаэль Шульц. Ҡот осҡос хәл. Ҡот осҡос!  Das ist schrecklich. Das ist schrecklich.

Франциска. Мин үҙ яҙмышымды үҙем хәл итәм. Ich bestimme selbst meinen Schicksaal.

Микаэль Шульц. Мин хәл итәм һинең яҙмышыңды! Мин һинең атайың. (Сытырайып) Бында йәшәрлек түгел. Шарттар юҡ. Был бит тамуҡ! Франци, әҙерлән. Мин тышта көтәм Ich bin derjenige, der deinen Schicksaal bestimmt. Ich, dein Vater. Du kannst hier nicht bleiben. Hier sind die Bedingungen schlecht. Hier ist die Hölle. Franzi, mach dich bereit. Ich warte draußen auf dich.

Хәлимә. Киленемде әрләмә! Ул һәйбәт! Яҡшы кеше. Эшһөйәр! Һәйбәт тәрбиәләгәнһең. Ҙур рәхмәт! Ултыр, ҡоҙа, ултырһаң ни була!

Микаэль Шульц, “кит юлдан”, тип Хәлимәгә ҡулы менән ишаралап, сыға.

Хәлимә. Килен? Нимәгә талаштығыҙ ул? Ҡуй, көймә! Һиңә көйөргә ярамай. Балаң да көйөр... (Францисканың эсен һыйпай, арҡаһынан һөйә).

Франциска (йылмайып). Кайнә. Хин белә? Бала? Бала! (Хәлимәне ҡосаҡлай).

Хәлимә. Белмәй ни. Ҡайтып инеүең менән күрҙем. Оло кеше бит мин! Сәйфетдинемдең емешен.

Франциска. Иламай...кайнэ. Иламай...

Тыштан ишеккә таяҡ менән һуғалар.

Микаэль Шульц (ишек артынан). Франци, тиҙерәк! Franzi, beeile dich!

Франциска. Хәҙер, атай! Papa, ich komme gleich!

Хәлимә. Китмә! Килен! Иреңдең балаһы үҙ илендә тыуһын. Үҙ ерендә! Үҙ йортонда үҫһен. Ата йортонда! Нигеҙҙе ҡоротмаһын! Башҡорт балаһы бит ул! Башҡорт нигеҙен ташламай!

Микаэль Шульц (ишектән башы күренә). Нимә булды? Ist irgendwas passiert?

Франциска. Хуш бул, кайнэм!

Хәлимә. Китмә, килен! Китмә!!! Алла хаҡы өсөн! Тыуасаҡ балаң өсөн!

Франциска сыға. Тынлыҡ.

Ишек асыла. Франциска инә.

Франциска. Мин... ҡалам... Минен өй... бында...

 

Ут һүнә

ШАРШАУ ЯБЫЛА



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.