Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ФРАНЦИСКА



 

Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Немец теленә тәржемә – Ирина Вок

ФРАНЦИСКА

(2 актлы драма)

Ҡатнашалар:

Сәйфетдин-Адам

Франциска-Зәйнәп

Хәлимә

Микаэль Шульц  

Ҡыҙылармеецтар

 

                                                            1 АКТ

                                                     

Пароход. Ярҙа халыҡ геүләй. Ҡатын-ҡыҙ сыр-сыу килә. Ир-егеттәр менән ҡосаҡлашалар, айырыла алмай, илашалар. Гудок. Сәйфетдин сумаҙанынан тора, ҡумталарын ҡулына ала. Сәхнәгә атылып Франциска инә, егеткә ташлана. Артынса йөк ташыусы уның янына сумаҙан менән Зингер тегеү машинаһын килтереп ҡуя.

Франциска. Адам! Адам! (туҡтауһыҙ илай, үбә).

Сәйфетдин. Франциска! Франциска! Йәнем! Ҡал, йәнем! Bleibe hier! Bleibe hier!  Россияға китергә ярамай һиңә! Унда оҡшамаясаҡ! Унда ҡыйын! Үтенеп һорайым, ҡал!  Du darfst nicht nach Russland gehen! Es wird dir dort nicht gefallen! Es ist nicht gut dort! Bitte, bleibe hier!

Франциска. Һине һағынып үләм бит! Ich sterbe vor Trauer ohne dich!

Сәйфетдин. Һин Германияны һағынасаҡһың! Ҡал! Du wirst Deutschland vermissen! Bleibe hier!  Гудок. Сәйфетдин әйберҙәрен алып, ҡыҙҙан ысҡынып, параходҡа ҡарай йүгерә.Франциска. Адам! Адам! (һыуға ташланырға әҙерләнә, Сәйфетдин туҡтай) Ҡәҙерлем! Ҡалдырып китһәң, мин үләм! Бәхил бул! Mein Teuerster! Ich werde strerben, wenn du mich verlässt! Сәйфетдин (әйләнеп килеп, уны күтәреп ала). Эй, алйот ҡыҙыҡай! Нишләп килдең! Әйттем бит, ярамай, тип! Унда ярамай бит барырға! Hey, Dümmerchen! Wieso bist du gekommen?! Du darfst da nicht hin!  (әйберҙәрен алып, йүгерәләр).

Сәхнәгә ашығып атлап, оло ғына ир – Микаэль Шульц инә. Ҡулында трость.

Микаэль Шульц. Франциска! Франци! Франциска! Ҡыҙым! Töchterchen!

Франциска менән Сәйфетдин туҡтай.

Микаэль Шульц. Франциска! Китмә! Әйт уға, Адам! Ҡалһын! Bleibe hier! Sage es ihr, Adam! Sie soll bleiben!

Франциска. Атай! Кисер мине! Мин Адамды яратам! Унһыҙ йәшәй алмайым! Papa! Verzeih mir! Ich liebe Adam! Ohne ihn ist mein Leben sinnlos! (Сәйфетдингә сат йәбешкән) Микаэль Шульц (һыңҡылдап илай). Китмә! Франциска! Инәлеп һорайым! Китмә! Bitte bleib! Franziska! Ich bitte dich! Bleib! (тубыҡлана) Ташлама мине, үтенәм! Verlasse mich nicht, ich flehe dich an!

Франциска. Ғәфү ит мине, атай! Кисер мине! Verzeih mir, Papa! Bitte verzeih mir...(илай)

Йәштәр халыҡ араһына инеп юғала. Гудок. Сәхнә яйлап бушай. Үкһеп илаған ир генә тороп ҡала.

Ут һүнә

Ҡыш. Сәйфетдин менән Франциска инә. Арығандары тойола. Һағышлы ҡурай моңо ишетелә. Йыраҡта  - ауыл өйҙәре.

Сәйфетдин. Франциска... Үкенмәҫһеңме? Мине әрләмәҫһеңме? Россияла оҡшамаһа? Wirst du es nicht bereuen? Bist du dir sicher, dass du mir nicht böse bist, wenn es in Russland anders ist, als du es dir vorgestellt hast?

Франциска(Сәйфетдиндең ауыҙын ҡулы менән ҡаплай). Юҡ! Юҡ! Юҡ! Nein! Nein! Nein!

Сәйфетдин. Бында аслыҡ, тиҙәр... шунан беҙ... үҙебеҙ ҙә... беҙҙең тормош та.... Ich hörte, dort herrscht Hungernot… und noch etwas… wir sind am Leben…

Франциска. Мин бөтә нәмәгә лә ризамын. Эргәмдә генә бул. Эргәмдә генә бул! Ich bin mit allem einverstanden. Hauptsache du bist bei mir! Hauptsache du bist bei mir!

Сәйфетдин. Һиңә ҡалырға ине. Немец егетен осратыр инең. Бәхетле булыр инең. Үҙ илең, үҙ милләтең...Du hättest bleiben sollen! Du hättest einen deutschen Jungen treffen können und wärst glücklich geworden! Eigenes Land, eigene Nation...

Франциска. Юҡ! Юҡ! Юҡ! Nein! Nein! Nein!

Сәйфетдин. Яңылышманыңмы? Минең менән китеп? Hast du nicht einen Fehler begangen, als du mir gefolgt bist?

Франциска. Юҡ! Юҡ! Юҡ! Беҙ үлгәнсә бергә булырға тейешбеҙ! Nein! Nein! Nein! Wir gehören zusammen bis zum Tode!

Сәйфетдин. Их Франциска, Франциска... (ҡыҫып ҡосаҡлай)

Франциска. Я-ра-там! Яратам! Ich liebe dich! Ich liebe! (шашып егетте үбә)

Сәйфетдин. Һөйөклөм... Йәнем... Meine Liebste… Тулҡынланам бит әле... ныҡ тулҡынланам... Ich mache mir Sorgen… ich mache mir große Sorgen…

    Улар иҫке генә бәләкәй йорт алдына туҡтай. Францисканың күҙе дүрт була. Йығылып китә яҙа.

 

Ут һүнә

    Фәҡир ауыл өйө. Урындыҡҡа тирүгә йәйелгән. Һандыҡ өҫтөнә ҡаралды өйөлгән. Өрлөккә беркетелгән урҙала бер-ике таҫтамал, балитәкле күлдәк элеүле тора. Сыуал алдында еҙ самауыр. Хәлимә йөн тетә. Ишек шаҡыйҙар.

Хәлимә. Ҡәһәр һуҡҡыр кыраснай. Тағы нимә кәрәк уларға (артын ҡуйып ултыра)?

Сәйфетдин менән Франциска инә.

Хәлимә. Алып бөттөгөҙ. Бер нәмәм дә юҡ.

Сәйфетдин. Әсәй!

Хәлимә. Ә (әйләнеп ултыра)?

Сәйфетдин. Мин ҡайттым, әсәй, мин!

Хәлимә. Өнөммө! Төшөммө! Улым!

Сәйфетдин. Мин ҡайттым! Өнөң, әсәй! Өнөң!

Хәлимә. Күҙемә күренмәйһеңдер ул?! И, балаҡайғынамды! И, балаҡайымды инде, балаҡайымды...

Сәйфетдин. Илама, әсәй!

Хәлимә. Күрмәй генә үлеп китәм инде, тип тора инем. Күрер көнөм бар икән! И, баламды... И, алтынымды...

Сәйфетдин. Илама, әсәй! Теремен бит! Бына – ҡайттым! Хәлең нисек һуң, әсәй! Хәлең?

Хәлимә. Хәлем, тип ни инде. Күреп тораһың. Яңғыҙмын... Иллалла менән утын ярам. Һыуға барам. Ҡарт кешенең ни ул... Әйҙә үтегеҙ, үт!

Сәйфетдин. Хәҙер инде һин яңғыҙ түгел! Бына һиңә иптәш алып ҡайттым. (Францискаға). Таныш, әсәйем... Ich möchte dir jemanden vorstellen, Mama...

Франциска. Танышыуыма шатмын. Минең исемем Франциска. Ich bin Franziska. Sehr erfreut (күрешергә ҡулын һуҙа).

Хәлимә (ҡуш ҡуллап күрешә). Аһ-аһ! Кем ул? Урыҫ мәллә?

Сәйфетдин. Урыҫ түгел, немец.

Хәлимә. Нимес? Ыстағафирулла. Йә, ярай, үтегеҙ. Ултырышығыҙ. Ҡаушаным да киттем әле... Уф. Нимә эшләйем тигәйнем әле... Ә, эйе... Самауырҙың ҡуҙы ла һүнмәгән. Ана, ҡомғанда һыу. Йыуынып алығыҙ ҙа (ашъяулыҡ йәйеп, урындыҡҡа самауыр ултырта). Сәй беҙҙең шәп, мәтрүшкә (еҫкәп) ммм-ах! Ашарға нәмә юҡ инде. Кипкән мышарҙан башҡа.

Сәйфетдин. Күстәнәс бар, әсәй!

Хәлимә. Үҙең күстәнәс, балам! Атаҡ! Нимә һерәйеп тораң! Ҡулыңды йыу! Йыу!

Франциска. Ярҙам итегеҙ, зинһар. Ich brauche Ihre Hilfe, bitte.

Хәлимә. Нимә ти ул? Урыҫса беләмме ни мин?

Франциска. Ярҙам итегеҙ, зинһар. Helfen Sie mir bitte.

Сәйфетдин. Ярҙам һорай. Ҡаты өндәшмә. Ул ауыр һүҙгә өйрәнмәгән. Франциска, ҡулыңды йыу (ҡомғандан һыу ҡоя).

Хәлимә. Атаҡ-атаҡ, һабынын тота һалып алған. Таҫтамалы ла үҙенеке. Ерәнәме әллә минән?

Сәйфетдин. Немецтар ныҡ таҙа халыҡ, әсәй.

Хәлимә. Шулай булһын шул.

Сәйфетдин. Иркә генә ул. Берҙән-бер ҡыҙ. Атаһы – тимер юлы вокзалы начальнигы. Оберхаузен ҡалаһының.

Хәлимә. Арыу инде ул.

Сәйфетдин. Әсәһе – уҡытыусы ине.

Хәлимә. Арыу инде ул.

Сәйфетдин. Былтыр үлеп ҡалды. Бик һәйбәт кеше ине.

Хәлимә. Арыу инде ул.

Сәйфетдин. Арыу түгел! Әсәһе үлеп ҡалды, тим бит.

Хәлимә. Йә ярай. Һәйбәт булған. Бик һәйбәт. Әйҙә, әйҙә! Кем әле ул?

Сәйфетдин. Киленеңдең исеме Франциска.

Хәлимә. Ҡысҡырма, ишетәм бит.

Сәйфетдин. Ишетмәйһең дә инде. Франциска!

Хәлимә. Нимә тиң?

Сәйфетдин (ҡысҡырып). Франциска!

Хәлимә. Ә, ярар...

Сәйфетдин. Никах уҡытырбыҙ!

Хәлимә. Алай икән дә...

Сәйфетдин. Икенсе исем ҡушырбыҙ. Мосолман исемен!

Хәлимә. Туҡтале! Нимә ҡысҡыраһың! Ҡолағым ишетә бит минең!  Тапҡанһың инде шунда... бер урыҫты...

Сәйфетдин. Урыҫ түгел ул, немка, әсәй. Немка! Берлинда таныштыҡ. Театрҙа!

Хәлимә әсенеп ҡул һелтәй.

Сәйфетдин. Франциска, үҙ өйөңдәге кеүек бул. Был өй бөгөндән һинеке.

Франциска. Адам. Миңә бында оҡшамай. Mir gefällt es hier nicht.

Сәйфетдин. Борсолма, өйрәнерһең. Mache dir keine Sorgen, du gewöhnst dich dran.

Хәлимә. Нимә ти ул? Аһ-аһ... Килеп етмәгән, балауыҙ һығасы...

Сәйфетдин. Ул үҙенең йортона өйрәнгән, әсәй. Зөфәр байҙың өйөнән ике тапҡырға ҙур. Ике ҡатлы. Айырым түрбаш, ҡунаҡ бүлмәһе, кабинет, ванна... һәр бер кешегә айырым йоҡо бүлмәһе... Өйҙөң һәр ҡатында бәҙрәф...

Хәлимә. Ыстағафирулла. Ыстағафирулла... Бәҙрәф өйҙәме? Ҡалай оят.

Сәйфетдин. Әсәй, бынау күстәнәстәрҙе йыйып ҡуй әле. Никахҡа булыр.

Хәлимә. Ә?

Сәйфетдин (ҡысҡырып). Никахҡа, тим!

Хәлимә. Ҡысҡырма әле! Ишетәм бит! Бигерәк йәш түгелме һуң!

Сәйфетдин. Көҙгөһөн 18-е тулды.

Хәлимә. Һы.

Сәйфетдин. Татыу йәшәгеҙ. Талашмағыҙ. Бер үҙе бит. Беҙҙән башҡа бер кеме лә юҡ.

Хәлимә. Алай икәәән. Йә, торма һерәйеп, мен урындыҡҡа, мен!

Сәйфетдин. Немецтар урындыҡты белмәй ул. Өҫтәлдә сәй эсәләр.

Хәлимә. Аһ-аһ. Ҡайҙан алайым уға өҫтәл! Мен! Мен! Ҡайҙа бараң! Ятма! Ултыр! Шунда ултыр. Шунда ғына!

Франциска урындыҡ түрендә ултыра алмай ыҙалай, борғолана. Аяғын ҡайҙа ҡуйырға белмәй.

Сәйфетдин. Ярай, ситтән ултырһын. Төш, Франциска! Ошонда ултыр. Әсәй, ҡайҙа әле, сәйҙе бынауы сынаяҡтарға яһа (сумаҙандан фарфор сынаяҡтар сығара).

Хәлимә. Уй, Алла! Йәлләмәй. Кәртинкә бит (кәштәгә ҡуйып ҡарай, кире алып, самауыр эргәһенә ултырта).

Сәйфетдин. Бына һиңә яулыҡ. Быныһы – шәл!

Хәлимә. Ҡалай матур! Ай-һай-һай. Ауылда юҡ! Күршеләр үлә инде, үлә... көнләшеп. Үлһендәр ҙә. Кет-кет-кет.

Сәйфетдин. Әсәй! Бына һөт бора торған машина. Сипарат тип атала. Ҡул менән ошолай бораһың... бораһың да бораһың... ошо тишектәр айыртылған һөт күм-күк булып ҡойола. Ә бына был яҡтан ҡаймаҡ сыға.

Хәлимә. Атаҡ-атаҡ. Бына хикмәт! Ҡайнатыпмы? Һөттө?

Сәйфетдин. Юҡ, һөт йылымыс булырға тейеш.

Хәлимә. Ана. Шулай икән дә... тик һыйырһыҙ ҡалдым бит әле. Йәйгеһен кыраснайҙар етәләп әпкитте. Башмағы ҡалғайны, ашап ҡуйҙым... Бесән эшләргә рәт юҡ... Эээй, малһыҙ йәшәү йәшәү түгел инде ул. Кәртәңдә һыйырың мөңрәп, һарығың баҡырып тормағас. Булды инде өрөлтөп донъя көткән замандар... Хәҙееер генә ул. Донъяһы ла боларҙы. Хәл дә юҡ...

Сәйфетдин. Көймә, әсәй. Булыр. Бөтәһе лә булыр! Дәрт тә, дарман да етерлек! (Хәлимәнең арҡаһынан һөйә)

Хәлимә. Кет-кет-кет. Ҡалай ҡулың ауыр. Үпкәмде шылдыра яҙҙың...

 

Сәйфетдин. Бына күлдәклек тауар! Францисканың тегеү машинаһы бар. Тегеп бирер. Ул бик оҫта!

Франциска (Хәлимәгә бәләкәй генә ҡумта бирә). Был минән бүләк Das ist ein Geschenk von mir.

Сәйфетдин. Ал әсәй, ал! Бүләк ти бит киленең!

Хәлимә. Рәхмәт инде, балаҡай! Тик нимә һуң был?

Сәйфетдин. Асып ҡара!

Хәлимә. Ҡайҙа әле, ҡайҙа...(ҡупшы флакончикты әйләндереп-әйләндереп ҡарай).

Франциска аптырап, хушбуйҙы асып бирә. Хәлимәнең ҡолаҡ артына, сикәһенә һөртә.

Хәлимә (бышҡырып). Ҡуй, йәш кешеме ни мин, хушбуй һөртөргә! Юҡты ни. Әбейҙән мыҫҡыл итеп...

Сәйфетдин. Мыҫҡыл итмәй ул. Германияла бөтә ҡатындар ҙа хушбуй һөртөп, биҙәнеп йөрөй.

Хәлимә. Эштәре юҡтыр күп булһа.

Франциска. Нимә булды? Ул нимәнән ҡәнәғәт түгел? Was ist passiert? Warum ist sie verärgert?

Сәйфетдин. Барыһы ла һәйбәт, ҡәҙерлем! Liebling, es ist alles in Ordnung! (урындыҡҡа менә). Бына шулай. Әсәй, тиҙҙән королдәр һымаҡ йәшәп китербеҙ. Мал үрсетербеҙ.

Хәлимә. Алла бойорһа, тиң, улым. Ауылда мал ҡалманы. Ҡаршыға өрөп сығыр эт юҡ. Халыҡ ҡырыла. Аслыҡтан. Бер тауығым менән әтәсем генә ҡалғайны. Бикләп тотам, урламаһындар, тип. Исмаһам йомортҡа ашарға. Сепей үҫтерергә...

Сәйфетдин. О! Һәйбәт!

Хәлимә. Һәйбәт инде, һәйбәт!

Сәйфетдин. Әтәсеңде салырбыҙ.

Хәлимә. Нимә тиһең?

Сәйфетдин. Салырбыҙ тим әтәсте. Никахҡа.

Хәлимә. Әтәс булмаһа, тауыҡ йомортҡа һалалыр шул.

Сәйфетдин. Һалыр.

Хәлимә. Атаҡ-атаҡ. Кыраснай булып бараңмы әллә. Ил талаусы.

Франциска. Адам... Адам...

Сәйфетдин. Һатып алырбыҙ, тим. Әтәсте.

Хәлимә. Кем һата һиңә? Йәһәннәм тишегендәбеҙ.  

Сәйфетдин. Их әсәй. Германияла ожмахта йәшәгәнмен икән дә...

Франциска. Адам... Адам…

Хәлимә. Әсирлек ожмах буламы ни ул? Туҡмалып, имгәнеп, йонсоп ҡайталар бәғзе берәүҙәр.

Сәйфетдин. Мин бит фермерға хеҙмәт иттем. Малын ҡараным, донъяһын көттөм. Ныҡ ихтирам итте.

Франциска (Сәйфетдиндең еңенән тарта). Адам.

Сәйфетдин. Беҙең өсөн немецтар ҡалала хатта мәсет һалдырҙы.

Хәлимә. Шулаймы ни? Бына һиңә...

Франциска (илап ебәрә) Миңә ҡыйын... Mir geht es nicht gut….

Сәйфетдин (ҡыҙҙың башынан һыйпап). Нимә эшәйем һуң? Һин бит үҙең теләнең... Ich kann es leider nicht ändern, du hast es so gewollt…

Хәлимә. Нимә булды!

Сәйфетдин.Илама, ҡәҙерлем. Weine nicht, meine Liebe.

Хәлимә. Биҙун! Нимә булды? Атаааҡ!

Сәйфетдин (әсәһенә). Шым! Франци! (урындыҡтан төшөп, алдына тубыҡлана)

Хәлимә. Ана. Ана. Ҡарале. Һы.

Франциска (егетте этеп ебәреп, тора, кейенә). Мин ҡайтам. Ich gehe wieder zurück nach Hause (сумаҙанын ала). Мин хәҙер үк Германияға ҡайтам. Ich gehe zurück nach Deutschland (тотҡаға йәбешә).

Сәйфетдин. Сисен! Leg deine Sachen wieder ab! Ултыр! (һикереп тора, ҡыҙҙың сумаҙанын тартып ала).

Шаңҡыған Франциска шым ғына урындыҡҡа ултыра. Тынлыҡ.

Ут һүнә

Мулланың аҙан ҡысҡырған тауышы. “Исемең Зәйнәп булһын! Лә иллаһи иллалла! Пәйғәмбәрең Мөхәммәтғалиәссәләм булһын! Динең ислам дине булһын! Амин!”

Шул уҡ декорация. Тик урындыҡты бүлеп, шаршау эленгән. Стеналағы ағас кәштәлә матур ҡурсаҡ. Ҙур фотография. Франциска китап уҡый. Сәйфетдин инә.

Сәйфетдин. Ҡар күп. Көрәп бөтөп булмай.

Франциска. Нимә?

Сәйфетдин. Ҡар күп, тим. Ҡар.

Франциска (уның муйынына аҫылына). Кар?

Сәйфетдин (кейеменән ҡар алып күрһәтеп). Ҡар - Schnee... күүүп! Viel.Франциска. О, ja, ja (көлә). Кар, кар. Күп.

Сәйфетдин. Исемең кем? Wie heißt du?

Франциска. Зэй...нап.

Сәйфетдин. Минең исемем Зәйнәп.

Франциска. Минең исем Зэйнап.

Сәйфетдин. Сыуал.

Франциска. Сыуа-ал.

Сәйфетдин. Самауыр.

Франциска. Сама-уыр.

Сәйфетдин. Ҡурсаҡ.

Франциска. Кугсак.

Сәйфетдин. Сәйфетдин.

Франциска. Адам.

Сәйфетдин. Сәйфетдин.

Франциска. Адам.

Сәйфетдин. Сәйфетдин.

Франциска. Адам!

Сәйфетдин. Ух һине! (күтәреп алып, өйөрөлтә, үбешәләр)

Хәлимә (инә). Ыстағафирулла. Бер имандары юҡ ошоларҙың.

Сәйфетдин (үҙенә, Хәлимәгә күрһәтеп). Әсәй.

Франциска. Әсәй.

Сәйфетдин (Францискаға, Хәлимәгә күрһәтеп). Ҡәйнәм.

Франциска. Әсәй.

Хәлимә. Ниндәй әсәй булайым һиңә! Мин тыуҙырмаған! Урыҫты. Ҡәйнә мин, ҡәйнә!

Сәйфетдин. Шым!

Хәлимә. Юҡ менән булмағыҙ. Тамаҡ тураһында уйлағыҙ. Ларҙа елдәр уйнай. Был әрәм тамағыңды нисек туйҙырырға. Һайлансыҡ. Татлы тамаҡ.

Сәйфетдин. Төштән һуң урманға барырмын. Ҡапҡандарымды ҡарарға. Шул саңғыны нимә итеп биреп ебәрәһеңдер. Көрт йырып йөрөү анһатмы инде...

Хәлимә. Һорап торҙолар ти... рөхсәт... кыраснайҙарға тиклем үк әпкиттеләр уны... аҡтар... ҡоромағырҙар... Нимәгә кәрәк булғандыр был урыҫ.

Сәйфетдин. Урыҫ түгел, немец.

Хәлимә. Нимтуй. Бер нәмә лә аңламай. Алйот һымаҡ тик ултыра. Ултырт самауырҙы. Сәй эсәйек.

Франциска (ашъяулыҡҡа ҡарап). Адам. Ит... ашай.

Хәлимә. Нимә ти ул?

Сәйфетдин. Ит һорай.

Хәлимә. Ниндәй ит ти һиңә! Ашаның бит.

Сәйфетдин. Ҡасан?

Хәлимә. Һуң? Әтәсте.

Сәйфетдин. Ә. Ике аҙна элекме? Никахта. Эйе шул.

Хәлимә. Оҡшап ҡалған. Ҡара һин уны...

Сәйфетдин. Тауығыңды салайыҡ.

Хәлимә. Кеше эт-бесәйен ашай, быларға әтәс тә тауыҡ. (Ҡуҡыш күрһәтә) Мә! Тотоғоҙ! Ана, ҡапҡаныңа ни эләкһә, шуны ашарбыҙ.

Сәйфетдин. Эләкмәһә? Күпме һалам, эләкмәй бит әле. Ни мылтыҡты биреп ебәргәнһең. Һунарға йөрөргә бер нәмә лә юҡ!

Хәлимә. Мылтыҡты ла аҡтар алып китте. Нигеҙ буйына күмгәйнем. Эттәр. Элмәндәгәндәр...

Франциска (эсен ыуып) Адам.Асыҡтым. Ich bin hungrig.

Хәлимә. Нимә шыңшый һуң быныһы. Мыжыҡ. Биҙун. Етте! Ултырма бында буҙҙап!

Сәйфетдин. Шым!

Франциска (илай). Германияға китәйек, Адам! Бында ҡалғым килмәй. Үтенеп һорайым! Komm mit mir nach Deutschland, Adam! Ich halte es hier nicht mehr aus. Ich flehe dich an!

Хәлимә. Ысын. Күҙенән һейеп.Сәйфетдин. Шым! Франси... Зәйнәп, йәнем...

Франциска. Ҡайтҡым килә! Атайым эргәһенә! Ich will nach Hause! Ich will zum Papa!

Хәлимә. Нимә ти ул?

Сәйфетдин. Ҡайтам, ти.

Хәлимә. Уф, тиҙерәк ҡайтһын. Ни бирнәһе юҡ үҙенең. Ана, мин, заманында...

Сәйфетдин. Зингер машинаһы үҙе бирнәлек, әсәй. Алла бирһә, бөтә ауылды кейендерер. Хәл генә йыйып алһын.

Хәлимә. Хәл йыйырға оҡшамаған әле бер ҙә. Түргә бисураһын ултыртып ҡуйған етмәһә. Тәреһе лә шунда. Алып ырғыт шуларҙы!

Сәйфетдин. Теймә, тәре түгел ул. Кәртишкә. Атаһының кәртишкәһе.

Хәлимә. Һуҡыр күҙгә тәре инде. Кеше башы бит. Ярамай! Был бисураһы тексәйеп ултыра көнөн-төнөн. Ҡотто осороп.

Франциска (ҡурсаҡты Хәлимәнән тартып ала). Теймә! Fasse sie nicht an! (уҫал итеп) Минеке! Минең ҡурсағым! Das ist meine! Meine Puppe!

Хәлимә (тертләп). Ыстағафирулла, әллә үлтерәм ти инде… булыр, булыр… урыҫ... нимес...

Сәйфетдин. Әсәй, бер нәмәгә лә теймә! Уның бында үҙ мөйөшө. Үҙ донъяһы. Германияны хәтерләткән нәмә - ошо кәртишкә лә, ошо ҡурсаҡ.

Хәлимә. Теләһә нимә эшләгеҙ (урындыҡҡа менеп, тәҙрәгә тексәйә)... Әҙәм көлкөһөнә ҡалдырҙығыҙ инде.

Франциска (ҡурсаҡҡа). Беҙ Германияға китәбеҙ. Унда йылы. Бында һыуыҡ... Буран... Wir gehen nach Deutschland. Dort ist es warm. Hier ist kalt…  Der Schneesturm. Die Kälte…

Сәйфетдин. Әсәй, Зәйнәпте ҡыйырһытма! Ауыр һүҙ әйтмә! Бер ҡасан да! Мин уны яратам! Мин уның менән йәшәйем!  Йәшәйәсәкмен! Бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтәһе булма!

Хәлимә. Нимә миңә янайһың! Йоҙроғоңдо уйнатып! Һуҡ әсәйеңә! Һуҡ! Ете йыл буйы өҙөлөп көткән әсәйеңә һуҡ! Кәрәкме ни мин һиңә хәҙер! Сихырланғас. Әллә нимәһен бышылдап уҡып ултыра, көндәр буйы. Сихырлап! (урындыҡтан имгәкләп барып, ситтә ятҡан китапты күрһәтә) Утҡа ла яғырмын әле берәй.

Сәйфетдин (тартып ала). Яғып ҡына ҡара! Ҡөръән бит ул! Әсәй! Ҡөръән. Изге китап. Немецтар өсөн Ҡөръән. Бына! Доғалар ятлай! Сүрәләр! Их һин!

Хәлимә шым ғына урынына ултыра, тиҫбе тарта башлай. Франциска Ҡөръәнде күкрәгенә ҡыҫа.

Ут һүнә

 

Шул уҡ декорация. Франциска Зингер тегеү машинаһында ниҙер маташтыра. Хәлимә, аяғын һуҙып, урындыҡта ултыра, тәҙрәнән урамды күҙәтә.

Хәлимә. Ултырма әле тыҡылдап. Ирең ҡайтыр. Өшөп. Урмандан. Ут яҡ! Эй! Ишетәһеңме мине?

Франциска. Ут?

Хәлимә. Ут инде ут… иҫәүән... аңра... (урындыҡтан төшә). Йә һунары уңып, ҡуян-фәлән апҡайтыр. Һыу ҡайнатып торайыҡ. Бар утын индер! Бар! Бар! Утын! Бына ошонда! Мин сыра әҙерләй торам. (Ҡыҙға көпө ырғыта)

Франциска. Утын... утын...

Франциска сыға. Бер аҙҙан ике ҡултығының аҫтына берәр утын ағасы ҡыҫтырып инә.

Хәлимә. Ыстағафирулла... Кеше шулайтып утын ташыймы? Ошонда һал. Тағы әпкил! (Франциска ымлап, күнәкте һорай) Күнәк менәнме? Теймә! Бысратаһың! Ай, Алла. Эшкинмәгән!

Франиска сыға, бер аҙҙан Сәйфетдин менән инә. Ирен сисендерә, муйынына аҫылынып, үбеп-үбеп ала. Хәлимә ҡаш аҫтынан ғына баш сайҡап күҙәтә.

Хәлимә. Шунан, уңдыңмы, балам? (Франицискаға) Бар, бар, эшеңдә бул! (Францска сыға)

Сәйфетдин. Юҡ, әсәй, уңманым. Ҡапҡаным буш.

Хәлимә. Эй Аллам...

Сәйфетдин. Ҡайғырма, әсәй, уның байы икмәк алып ҡайттым. Силсәүиткә инеп сыҡҡайным. Вәкил ағай һине һорашты. Сәләм әйтте. Яҙын ең һыҙғанып эшкә тотонорбоҙ, тине.

Франциска ике ҡулына ике утын тотоп инеп, сыуал алдына һала.

Сәйфетдин. Франциска, хәлең нисек? Franziska, wie geht es dir?

Франциска. Миңә ҡыйын, Адам. Ich fühle mich so schlecht, Adam.

Сәйфетдин. Аңлайым һине. Бына күстәнәс килтерҙем. Икмәк. Ашап ал. Ich verstehe dich! Ich habe Mitbringsel für dich. Brot. Bedien dich.

Хәлимә. Бир бында!

Франциска. Икмәк? О! Ҙур рәхмәт! Brot? Оһ! Vielen Dank!

Хәлимә. Ас бесәй. Көтөп тор! Сабыр!

Сәйфетдин. Шым! (ике телем икмәк телеп, әсәһе менән ҡыҙға бирә, улар “бисмилла” әйтеп, ашай)

Хәлимә (ҡулын һонған Францискаға). Етте! (икмәкте төрөп, түрбаштағы кәштәгә ҡуя)

Сәйфетдин. Тағы бир!

Хәлимә. Киске тамаҡҡа ҡуш йоҙроҡ.

Сәйфетдин. Кис түгел бит әле.

Хәлимә. Булһын!

Сәйфетдин икмәкте алып, йоҡа ғына телеп, әсәһенә, Францискаға һона, ҡыҙ ҡулдан йолҡоп ала. Хәлимә килененә яман ҡарап, вағын семтеп ҡабып, икмәкте төрөп, кәштәгә ҡуя. Үҙенең телемен мөйтәндәп, имеп кенә ашай. Франциска Сәйфетдинде үпкеләп алғас, әҙ-әҙләп утын ташыуын дауам итә.

Сәйфетдин (әсәһенә). Он күпме ҡалды?

Хәлимә. Иртән эстек инде берәр сеүәтә. Шунан теймәнем.

Сәйфетдин. Һаҡлап тотон. Баҙарға тиҙ генә юл төшмәҫ. Аҡман-тоҡман башланырға тора.

Хәлимә. Һыуға болғап ҡына эсерәм инде былай ҙа. Был әсмәгең... туймаҫ тамаҡ... ни мышар ашамай... ни... ҡуй инде...

Сәйфетдин. Шым!

Хәлимә. Шым тип ни...

Сәйфетдин. Вәкил ағай ҡыҙылармеецтарға яҙыл тине әле. Донъялар яҡшырыр. Мирауай революция булһа, ти... Германиянан да шәберәк йәшәрбеҙ тигән була...

Хәлимә. Йәшәр. Өйөнә бәҙрәф индереп. Булыр унан. Вәкилдән. Зимагур. Алама горбоян.

Сәйфетдин. Шым! Аҡыллы ул, башлы. Ярҙамың тейер. Тәжрибәле кешеһең, ти. Хужалыҡ буйынса. Королдәр һымаҡ йәшәп китербеҙ әле, әсәй! Немецтарҙан ете йыл буйы күпкә өйрәндем бит мин.

Хәлимә. Әллә инде. Ҡайҙа киттең?

Сәйфетдин. Вәкил ағайға китап вәғәҙә иткәйнем. Мал тәрбиәләү буйынса.

Хәлимә. Ниндәй мал ул. Кеше эт менән бесәйен ашай...

Сәйфетдин ҡул ғына һелтәй ҙә, сыға.

Франциска инә. Утынын сыуал янына ауҙарғас, сисенеп, ҡулын йыуа. Икмәкте кәштәнән алып, телә башлай. Хәлимә урындыҡтан йылп итеп килеп төшөп, уның ҡулына һуға, икмәкте ҡосаҡлай. Бысаҡ ҡыҙҙың ҡулынан ысҡына. Ҡыҙ, эйелеп, ҡапыл бысаҡты ала, икмәккә ынтыла. Хәлимә ҡысҡырып ебәрә.

Сәйфетдин (инә). Нимә булды?

Хәлимә. Үлтерә! Үлтерә!

Сәйфетдин. Зәйнәп!

Хәлимә. Зәйнәбең миңә бысаҡ менән киҙәнде!

Сәйфетдин. Бир бысаҡты! (Францисканы елтерәтеп, урындыҡҡа ырғыта)

Франциска (ҡурҡыныс ҡысҡыра). Минең икмәк ашағым килә! Икмәк ашағым килә! Ich will Brot! Ich will Brot!!!Сәйфетдин. Шым!

Хәлимә. Дошман. Нимес! Үлтерә ул мине. Үлтерә! Шуныңды алып ҡайтҡандан бирле тынғылыҡ юҡ...

Сәйфетдин. Шым! Үлтермәй ул һине! Асыҡҡан!

Франциска. Бында йәшәгем килмәй. Ich will hier nicht leben (мөйөшкә һырына, ҡалтырана). Бер кемде лә күргем килмәй... Will niemanden sehen. О, Аллаһ. Ҡалдырма бында... Алып кит мине... Oh Allah. Verlasse mich nicht… Nimm mich bitte mit...

Сәйфетдин. Франциска... Зәйнәп... Тыныслан! Тыныслан! Һыу бир, әсәй! Һыу! (Хәлимә сүмес менән һыу килтереп, ҡыҙҙың битенә һибә).

Франциска. А-а! А-а!

Ут һүнә

Шул уҡ декорация. Франциска намаҙын тамамлай.

Франциска (кәштәнән Ҡөръәнде ала). Бисмиллаһирахмани рахим. Ярҙам ит, Аллам! Мин асығам. Миңә ҡыйын. Тамуҡ бында. Хәлем юҡ. Мине бында яратмайҙар. Мин артыҡмын. Мин бында кәрәкмәйем. Бер кем дә яратмай. Ҡәйнәм дә. Адам да. Яратһа... Яратһа бөгөн үк алып китер ине. Германияға. Мине ыҙалатмаҫ ине. Бында йәшәрлек түгел. Атайым килһен, Аллам! Мине ғәфү итһен! Алып ҡайтһын... Германияға. Һағындым. Минһеҙ ҡыйындыр. Хат яҙҙым. Яуап юҡ. Атайым хат яҙһын! Түҙемһеҙләнеп көтәм. Юҡ, үҙе килһен. Мине алырға. Ашағым килә. Асығам. Алма ашағым килә. Груша ашағым килә. Әфлисун, мандарин. Бында бер емеш тә юҡ. Икмәк тә юҡ. Картуф та юҡ. Театр ҙа юҡ. Китапхана ла юҡ. Поездар ҙа йөрөмәй. Өйҙә ҡараңғы, урамда ҡараңғы. Бөтә ерҙә лә ҡараңғы. Оберхаузенда яҡты. Күңелле. Төндә лә яҡты. Бөтә ерҙә лә сәғәт. Бында сәғәт тә юҡ. Тиҙерәк килһен атайым! Мине ебәрмәй Адам. Үҙем оҙатам, ти. Йәй еткәс. Минең бөгөн үк ҡайтҡым килә, хәҙер үк. Түҙмәйем. Ялҡтым. Бер хәлем дә юҡ... Адам үҙгәрҙе. Көлмәй. Элекке кеүек. Шаярмай. Ҡыйын. Адамдың әсәһе... ҡәйнәм... уҫал. Әрләшә. Әсәйем мине ярата торғайны. Бер ваҡытта ла әрләшмәне. Ғәфү ит, Аллам. Атайымды илатҡаныма. Ҡайғы килтергәнемә. Шуға ыҙалайымдыр. Һин һынайһың мине. Ә миңә ҡыйын. Күтәреү... һынауҙы... Германия! Германия! Атай! Атаҡайым! Килеп ал мине! Алып ҡайт! Үтенеп һорайым! Амин... Bitte hilf mir, Allah! Ich bin sehr hungrig! Ich habe Schwirigkeiten! Das ist die wahre Hölle! Meine Kräfte sind am Ende. Ich fühle keine Liebe hier. Ich bin hier überflüssig. Keiner braucht mich hier. Niemand liebt mich. Die Schwiegermutter und der Adam. Wenn er mich lieben würde…Dann würde er mich nicht quälen. Er hätte mich sofort von hier weggebracht. Nach Deutschland.Hier ist es unertäglich. Papa soll hierher kommen, mein Allah. Und werde er mir verzeihen. Lass ihn mich hier wegbringen..nach Deutschland. Ich habe Heimweh. Ich vermisse ihn! Er erträgt es nicht ohne mich, wahrscheinlich.. Ich schrieb an ihn einen Brief. Aber keine Antwort erhalten.Ich wünsche mir eine Nachricht von meinem Vater! Ich kann es kaum erwarten. Ich wünsche mir, dass er hierher kommt und mich mitnimmt. Ich habe Hunger. Ich bin in Hungersnot! Ich habe Lust auf Äpfel. Ich wünsche mir Birnen. Orangen. Auf Mandarinen hätte ich auch Lust. Hier gibt es kein Obst. Kein Brot. Keine Kartoffeln. Und Theather gibt es hier auch nicht. Und auch keine Bibliothek. Hier fahren keine Züge. Es ist dunkel im Haus. Es ist dunkel draußen. In Oberhausen ist es hell. Freudig! Dort ist es sogar nachts hell! Überall gibt es Uhren. Hier dagegen gibt es keine Uhren. Mein Papa soll möglichst schnell kommen. Adam lässt mich nicht gehen. Er sagt, dass er mich begleitet.Wenn es Sommer wird. Ich möchte aber heute gehen, in diesem Moment! Ich bin müde. Möchte hier weg, sofort. Ich ertrage es nicht mehr. Adam ist anders geworden. Er lacht nicht mehr. Wie früher. Macht keine Witze mehr. Ich habe es schwer. Die Mutter von Adam… Schwiegermutter... ist böse. Sie schimpft immer mit mir. Meine Mama hat mich geliebt. Sie hat nie mit mir geschimpft. Bitte verzeih mir, Allah. Dafür, dass ich meinen Papa zum weinen gebracht habe. Meinet wegen ist er sehr traurig. Deswegen leide ich. Das ist deine Bewährungsprobe für mich. Mir ist so schlecht. Ich schaffe deine Prüfung nicht... Deutschland! Deutschland! Vater! Papa! Bitte hole mich! Ich flehe dich an! Amin... (Ҡөръәнде ҡосаҡлап, йомарланып ята).  

Хәлимә (инә). Атаҡ-атаҡ! Ул ниндәй бөткөлһөҙ ятыу, ти! Тор! (Францисканың эргәһенә ултыра). Ишетмәй. Килен! Хайырсы. Күтәртте лә ҡуйҙысы... Нимә эшләргә... Аяҡ һуҙа бит был. Боламыҡ эсерәйем әле, әҙ булһа ла... төйөрөм булыр... эсенә. Эй, Алла... (самауырға тап тултыра)

Сәйфетдин инә. Францисканың башынан һыйпай. Урындыҡ ситенә ултыра. 

Хәлимә.Ҡайҙа барҙың?

Сәйфетдин. ...

Хәлимә. Бисәң үлергә ята. Ҡайҙа йөрөйһөң һин!

Сәйфетдин. Силсәүиткә барҙым! Силсәүиткә!

Хәлимә. Унда нимәңде ҡараның! Ҡыш та барғайның. Бушты юҡҡа.

Сәйфетдин. Шым!

Хәлимә. Шунан, нимә тинеләр инде?

Сәйфетдин. Волкомға бар, ти. Хыялың бойомға ашырлыҡ түгел, ти.

Хәлимә. Теге мәл дә шулай тигәйне...

Сәйфетдин. Мине ул хыялый, тип уйланы, ахыры.

Хәлимә. Бойомға ашҡан кешеме ни ул үҙе. Вәкил.  Алама гөрбоян. Фетнә.

Сәйфетдин. Шым!

Хәлимә. Шымып ни... Эшкинмәгән. Ҡоро хәбәр.

Сәйфетдин. Әсәй! (тора, ҡыҙып) Беҙҙә бит ағас өҫкә ауып тора. Яландар һөрөлмәй ята! Германияла ҡулъяулыҡ ҙурлыҡ урынды ла эшкәртәләр, уңыш алалар. Немецтарҙа ете йыл эсендә нимәгә генә өйрәнмәнем! Ашлыҡ сәсергә, картуф, йәшелсә... Картуф сәсеп тә туҡ йәшәргә була. Алла бирһә, тиҙҙән парут һыйыр апҡайтам. Үрсетербеҙ... Беҙҙән бай кеше булмаҫ! Ҡул ғына булһын, елкә булһын!

Хәлимә. Белмәйем.

Сәйфетдин. Нимә һин гел киреһен һөйләп тик ултыраһың ул. Силсәүит Вәкил ағай һымаҡ!

Хәлимә. Атаң һунарсы булған, олатаң һунарсы. Атаңдың тамғалы солоҡтары ла етерлек... урманда. Үҙем күрһәтеп бирермен. Кешенән кәм-хур булманыҡ бәлшәүиктәр килгәнсә. Бынан ары ла бирешмәбеҙ. Алла бирһә.

Сәйфетдин. Эйе, мин һунарсы, һунарсы! Тик немецтарҙан юҡҡа өйрәндемме ни...  хужалыҡ итергә! (ҡулын ыуалап) Яҙ етте бит. Яҙ! Һәр көн ҡәҙерле!  Ә был Вәкилгә... үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын.

Хәлимә. Нимә тигән була? Хәстрүш?

Сәйфетдин. Тәүҙә ҡанэскес байҙарҙың тамырын ҡоротайыҡ. Шунан күҙ күрер, ти.

Хәлимә. Бына.  

Сәйфетдин. Аптырайым. Кустарсылыҡ менән дә әллә нәмәләр ҡыйратып була бит. Бөтә байлыҡ ҡул аҫтында. Волкомға барырғамы икән? Ысынлап... Унда, моғайын, аҡыллы кешеләр ултыралыр.

Хәлимә. Бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең! Ана ята байлығың! Йән бирәлмай! Мин ҡарайыммы уны, һин ҡарамай!

Сәйфетдин. Шым! Уятаһың!

Франциска. Адам...

Сәйфетдин. Нимә, Зәйнәп?

Хәлимә. Күтәртте бит...

Сәйфетдин. Бәләкәсем...

Франциска. Ит.

Хәлимә. Боламыҡ бирәм, килен. Боламыҡ.

Франциска. Ит.

Сәйфетдин. Тоҙаҡ та һалам, ҡапҡан да... йәнлеге лә эләкмәй бит, исмаһам.

Хәлимә. Бөтә ауыл урманда. Алаларҙыр. Ярай, хәйер булыр.

Франциска. Ит.

Хәлимә (ҡыҙҙың ҡолағына). Ит түгел, үлән кәрәк! Үлән!

Франциска. Үлән.

Хәлимә. Ете төрлө үлән. Кеше яҙғыһын ете төрлө үлән ашарға тейеш. Шунан аяҡҡа баҫа.

Сәйфетдин. Ҡысҡырма. Аңламай бит ул.

Хәлимә. Һуң! Аңлат! Үлә бит... (Тағы ҡолағына ҡысҡыра) Үлән кәрәк, үлән! Әйт!

Франциска. Үлән? Was ist үлән?

Сәйфетдин. Нимә юҡты һөйләйһең, әсәй!

Франциска. Үлән...

Сәйфетдин. Һауығыр өсөн кеше 7 төрлө үлән ашарға тейеш. Яҙғыһын. Um wieder gesund zu werden, muss man sieben verschiedene Kräuter zu sich nehmen. Im Frühling.

Франциска. Миңә ү



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.