Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Рәмилә Исхаҡова



Рәмилә Исхаҡова

 

 Уҡыусылар яҙа

Әгәр әкиәттәр ысынға әйләнһә...

Әгәр әкиәттәр ысынға әйләнһә, вәт ҡыҙыҡ булыр ине. Беҙ йәшәгән донъяла беҙҙең арала йөрөр ине һөйләшә белгән аждаһалар, убырлы ҡарсыҡтар. Ай-һай ҡурҡыныс та булыр ине. Урманға барырға ла, еләк-емеш йыйырға ла шөрләтер ине. Хатта һауалағы самолеттарҙы утыҙ башлы аждаһалар бәреп кенә төшөрөр ине. Юҡ, ул һынлы ҡурҡыныс та булмаҫ ине, сөнки әкиәттәге көслө батырҙар – Ҡамыр батыр, Аҡъял батыр- беҙҙе яҡлар ине, һаҡлар ине. Бик шәп булыр ине сырхауҙарға: тере һыуға барырҙар ҙа терелерҙәр ҙә китерҙәр ине.

Әкиәттәр ысынға әйләнһә, шул әкиәттәрҙәгесә гел яҡшылыҡ, изгелек кенә ҡылыр ине кешеләр. Донъяла булмаҫ ине һуғыштар, ҡыйралыштар, яман уйлы бәндәләр.

Илнара Абдрафиҡова, 6 класс.

 

Улар- халыҡ хәтерендә

Ошо рубрика аҫтында 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһында Бишауыл-Уңғар ауылынан ҡатнашыусы яугирҙәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сираттағы мәғлүмәт Хәмзә Хөснөтдинов хаҡында.

Хәмзә Хөснөтдинов

(1923- 1943)

Хөснөтдинов Хәмзә Шәрәфетдин улы 1923 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл –Уңғар ауылында тыуған. Һеңлеһе Фаягөл Сәғәҙиева һөйләүе буйынса, 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Дим станцияһы янында Башҡорт кавалерия дивизияһы составында 6 айлыҡ әҙерлек үткәндән һуң һуғыштың алғы һыҙығына ебәрелгән. 1943 йылда яугирҙән хаттар килеү туҡтала. Ҡыҙыл армеецтың артабанғы яҙмышы хаҡында ғаиләгә бер ниндәй ҙә хәбәр килмәй.

 

Былар ҡыҙыҡлы

Ҡайҙа? Күпме?

Мөҡсин ауылына нигеҙ XVIII быуат башында һалына. 1816 йылғы 7-се иҫәптә 168 башҡорт теркәлә. 1870 йылғы документта ауылдың атамаһы “Ҡаҙаҡҡол” булып, унда 198 кеше йәшәгәне билдәләнә. XVIII быуат аҙағында “Ҡаҙаҡ”, “Мансаҙы”, “Иҙелауыл” атамалары менән дә йөрөткәндәр. 1920 йылда Мөҡсиндә 83 йортта 386 башҡорт йәшәгән. 212 баш йылҡы, 180 һыйыр, 200 һарыҡ һәм 135 кәзә аҫрағандар. 2010 йылғы иҫәп буйынса ауылда 211 башҡорт теркәлә.

(“Ағиҙел” журналынан алынды, 2021 йыл, 1-се һан, 170-се бит).

 

Халыҡ һанын алыу ниңә кәрәк?

Рус дәүләтендә халыҡ һаны иҫәбен алыу монгол баҫҡынсылығы осоронда башлана. Ул ваҡытта һалым йыйыу өсөн йорттар һаны иҫәпләнгән. Артабан XVI- XVII быуаттарҙа ла йорт иҫәптәре алынған. Петр I осоронда 1710, 1716-1717 йылдарҙа егеттәрҙе армияға алыу һәм һалым йыйыу маҡсатынан иҫәп үткәрелә. Рәсәйҙә дөйөм халыҡ иҫәбен алыу беренсе тапҡыр 1897 йылда үтә. Уны сәйәхәтсе һәм ғалим Петр Петрович Семенов-Тян-Шанский ойоштора. Иҫәп һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең халҡы 125,6 миллион кеше тәшкил иткән. Өфө губернаһында 2 млн 196642 кеше йәшәгән.

Ҡасандыр март айында...

· 1965 йылдың 18 мартында “Восход-2” карабынан космонавт Алексей Леонов тарихта беренсе булып асыҡ йыһанға сыға. Тышта ул 10 минут була.

· 1814 йылдың 19 мартында Рәсәй ғәскәрҙәре Парижға инә. Уның составында башҡорт яугирҙәре лә Францияның баш ҡалаһына аяҡ баҫа.

· 1969 йылдың 21 мартында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Октябрь революцияһы ордены менән бүләкләнә.

· 2000 йылдың 26 мартында Рәсәй Президенты итеп Владимир Путин һайланды.

· 1919 йылдың 28 мартында күренекле башҡорт шағиры, башҡорт милли хәрәкәтендә актив ҡатнашыусыларҙың береһе Шәйехзада Бабич фажиғәле рәүештә һәләк була.

· 1857 йылдың 30 мартында Америка Ҡушма Штаттары Рәсәйҙән 7,2 млн долларға Алясканы һатып ала.

 Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле

хеҙмәттәшебеҙ

Ғәлиә Раил ҡыҙы Вәлиева

тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан уға киләсәктә ҡыуаныслы, шатлыҡлы, бәрәкәтле, бәхетле, уңышлы көндәр, ныҡлы сәләмәтлек, ҡояш ғүмере теләйбеҙ.

 

© Мәғлүмәттәрҙе Рим Исхаҡов етәкселегендәге матбуғат хеҙмәте әҙерләне.

© Мәғлүмәт бите 2019 йылдың апреленән айына ике тапҡыр донъя күрә.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.