Март, 2021 йыл № 6 (47)

Главная
Контакты
Случайная статья
|
Март, 2021 йыл № 6 (47)
| Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл –Уңғар ауылы мәктәбе
ХӘБӘРҘӘР- һәр өйгә
мәғлүмәт бите
|
| |
Март, 2021 йыл № 6 (47)
|
Мәғариф хәбәрҙәре
Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары үҙҙәренең ҡабул итеү имтихандарын булдырмаҡсы. Был осраҡта берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре формаль рәүештә генә буласаҡ.
Мәктәп хәбәрҙәре
- 1 мартта Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан кластарҙа асыҡ дәрестәр үткәрелде. Төрлө киҫкен мәлдәрҙә һаҡланыу саралары хаҡында уҡыусылар файҙалы мәғлүмәттәр менән танышты.
- Милли кейемдәр - халҡыбыҙҙың эске булмышы сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейем аша асып бирергә ынтылған һымаҡ, милләттең эске донъяһы ла кейемендә сағыла. 2 класс уҡыусылары “Милли кейем - халҡыбыҙҙың мираҫы” тип аталған матур флеш-моб үткәрҙе.
- 4 мартта Район спорт-үҫмерҙәр мәктәбенең Олокүл ауылы филиалында грек -рим көрәше буйынса мәктәп уҡыусыларының XXIII спартакиадаһы үтте. Унда мәктәбебеҙҙең 8 класы уҡыусылары Артур Әминов, Альберт Сәлимгәрәев, 6 кластан Айнур Ғәлиев, Радмир Йәғәфәров, Вадим Насировтар ҡатнашып, матур һөҙөмтәләргә өлгәште.
Һүрәттәрҙә ошо сараларҙан күренештәр.

Ғ. Вәлиева, М. Тажетдинов мәғлүмәттәре һәм фотолары.
- 8 март байрамы алдынан 6 һәм 7 кластар уҡыусылары араһында “Йәгеҙ әле, егеттәр, ҡыҙҙар!” конкурсы үтте. Малайҙар үҙ командаһын “Ҡояштар”, ә ҡыҙҙар “Йондоҙҙар” тип атаны. Командалар бер-береһен кейендереү, биҙәндереү, мәҡәлдәр әйтешеү, ҡотлауҙар әйтеү кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Был шарттарҙың барыһы ла - көндәлек тормошта ир-егеттәргә лә, ҡыҙҙарға ла кәрәкле булған нәмәләр. Шуға күрә әлеге конкурс уҡыусыларға бик тә файҙалы булды. Ә еңеүселәр- “Йондоҙҙар” !
Һүрәттәрҙә ошо саранан күренештәр.

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.
|
|