Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Вадим Насиров, 6 класс.



Вадим Насиров, 6 класс.

(“Даирә” гәзитенән ҡыҫҡартып алынды, 15 ғинуар, 2021 йыл).

 

Былар ҡыҙыҡлы

 

Кем ул “ҡара генерал”?

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияла, Украинала, Молдавияла, Чехословакияла партизандар хәрәкәтен ойоштороп, үҙе етәкселек итеүсе Даян Мурзин шундай исем менән тарихҡа кереп ҡалды. Һуғыштың тәүге көндәренән үк взвод командиры булып хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1941 йылдың октябрендә дошман оккупацияһы аҫтында булған биләмәлә ҡала. Әммә ул һатылмай- Белоруссия партизандар отрядын үтеп инә һәм дошманға ҡаршы көрәште дауам итә. 1942 йылда Украина партизандар отрядын етәкләй. Ошо уҡ йылда дошмандың Төркөстан легионы бүлексәһенә йәшерен агент булып үтеп керә. Һөҙөмтәлә, Төркөстан һәм “Иҙел-Урал” легиондарында хеҙмәт иткән һалдаттар һәм офицерҙар Ҡыҙыл Армия яғына күсә.

1943 йылда Даян Мурзин Мәскәүгә саҡырып алына, команда составы курстарында уҡый. Ошондай әҙерлектән һуң февраль айында Молдавияға партизандар отряды төҙөргә ебәрелә. 1944 йылдың майынан разведчиктарҙың махсус төркөмө менән бергә Чехословакияла, дошман тылында, отряд штабы начальнигы вазифаһында фашистарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Ян Жижка исемендәге милли бригада командиры була. Был ваҡытта уға 25 йәш, майор дәрәжәһендә. Төрлө милләттән булған, төрлө йәштәге кешеләр менән етәкселек иткәндә йөҙөнә олпатлыҡ бирер өсөн ыҡсым ғына ҡара һаҡал йөрөтә. Майор Мурзин етәкселегендәге бригада дошманға ҙур емергес зыян килтерә Шуға күрә Гитлер уны тотоп биргән кешегә 3 миллион рейхсмарка вәғәҙә итә. Юлбашсының әшнәләре Мурзинды ябай майор тип әйтергә ҡыймай (бригада менән генерал дәрәжәһендәге кеше етәкселек итергә тейеш). Шуға күрә генерал исеме ныҡлап йәбешә.

(Мәғлүмәттәр “Башҡортостан” гәзитенән һәм Интернет селтәренән алынды).

 

Уҡыусылар яҙа

Минең бер көнөм

Һәр көн иртәнге алтынсы яртыла уянам. Шунда уҡ сәй ҡайнатырға ҡуям. Ул ҡайнап сыҡҡансы йыуынып өлгөрәм. Тәмләп сәй эскәс, этемде лә ашатып алам. Ҡайһы ваҡытта уның менән бер аҙ уйнап та алғылайым. Малдарға бесән биреп, һыу эсерергә лә ваҡытымды бүләм. Шунан ни мәктәпкә барырға ла ваҡыт етә. Мәктәп кәрәк-яраҡтары кистән үк әҙерләп ҡуйылған. Хәҙер сумкамды ғына алам да автобусҡа сығам. Артабан сәғәт дүрткә тиклем ваҡытым мәктәптә үтә.

Мәктәптән ҡайтҡас, өй эштәрендә ата-әсәмә булышам. Дәрестәрҙе әҙерләп тә ҡуйырға кәрәк.

Әлбиттә, ял ваҡыттарында уйнарға ла, балыҡҡа барырға ла ваҡыт күберәк була.

Илнур Ҡасҡынбаев, 8 класс.

 

© Мәғлүмәттәрҙе Рим Исхаҡов етәкселегендәге матбуғат хеҙмәте әҙерләне.

© Мәғлүмәт бите 2019 йылдың апреленән айына ике тапҡыр донъя күрә.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.