Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Февраль, 2021 йыл   № 3 (44)



 

 

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл –Уңғар ауылы мәктәбе ХӘБӘРҘӘР- һәр өйгә мәғлүмәт бите

Февраль, 2021 йыл                                                                                                                                                        № 3 (44)

Мәғариф хәбәрҙәре

  

 Мәктәп уҡыусылары аттестаттарында музыка, рәсем һәм физкультуранан ғәҙәттәге билдәләр урынына “иҫәпләнә” (“зачтено”) тип ҡуйыласаҡ. Рәсәй Мәғариф министрлығының был фарманы 2027 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Төп һәм дөйөм белем биреү аттестатарына QR- кодтары ҡуйыласаҡ. Был сара ялған документтар яһауҙан һаҡланыу өсөн эшләнә.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре “уҡытыусы”, “уҡытыусы-методист”, “уҡытыусы-нәсихәтсе” категориялары буйынса аттестацияланасаҡ. Был яңылыҡ 2022 йылдан ғәмәлгә кермәксе.

Мәктәп хәбәрҙәре

 

6 класс уҡыусыһы Айнур Ғәлиев “Башҡорт мозаикаһы” фестиваендә “Шайморатов” тигән йырҙы башҡарып һәм Г. Рубцовтың “Һәйкәл” шиғырын һөйләп, 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙөү айҡанлы Хәрби дан көнөндә (27 ғинуар) кластарҙа “Блокада икмәге” тип аталған Батырлыҡ дәрестәре үтте.

Һүрәттәрҙә ошо саракүренештәре.

 

Тарихыбыҙ биттәре

 

2 февраль – Рәсәйҙең Хәрби дан көнө

 

 1943 йылдың 2 февралендә Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәре немец фашистары ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Ошо ваҡиға тарихҡа инеп, 2 февраль Хәрби дан көнө тип билдәләнә.

Сталинград һуғышы - Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡаты бәрелештәренең береһе. Ул 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февралендә тамамлана. Һуғыш хәрәкәттәре 100 мең квадрат километр территорияла (бөгөнгө Ростов, Воронеж, Волгоград өлкәләре, Ҡалмыҡ Республикаһы ерҙәре) бара. Фронт линияһы 850 километрға һуҙыла. Ике яҡтан да 2,1 млн кеше, 2 меңгә яҡын танк, 2 меңдән артыҡ самолет, 26 меңгә яҡын орудие ҡатнаша.

Сталинград һуғышы - Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе Донъя һуғышының ҡырҡа боролош мәле. Нәҡ ошонан һуң фашист ғәскәрҙәренең һөжүм итеү хәрәкәттәрен туҡтатып, совет ғәскәрҙәре илебеҙҙе азат итә башлай.

 

Иҫтәлекле көндәр

 

Бөйөк кешеләр һөйөү һәм мөхәббәт хаҡында

· Мөхәббәт — бөтә һәйбәт нәмәләрҙе, бөйөклөктө, көс­лөлөктө, йылы хистәр һәм гүзәллекте тыуҙырыусы (Ф. Э. Дзержинский).

· Саф мөхәббәт кешене сафландыра, ҡанатландыра, бөтөнләй үҙгәртә (Н. Г. Чернышевский).

· Мөхәббәттә һәм дуҫлыҡта иң изгеһе— тиңлек (И. А. Крылов).

· Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт — ике бөйөк нәмә, кешене бөтөнләй яңырта (Ж ан Поль).

· Һөйгәнеңдән һөйөлөү — ниндәй ҙур бәхет (А. П. Чехов).

· Мөхәббәттең сикһеҙ көсө һөйгәндәрҙе ҡаһарманлыҡҡа, көтөлмәгән тыш ҡурҡыныстарҙы еңел үткәрә белеүгә һәләтле        итә (Д. Бокаччо).

· Ерҙәге бөтә гүзәллек ҡатын-ҡыҙға булған мөхәббәттән барлыҡҡа килгән (М. Горький).

· Күңелеңде тартҡан ҡыҙҙы ихтирам ит, уның сафлығын, намыҫын, кешелек ғорурлығын һаҡла. Һин яратҡан ҡыҙ — буласаҡ    ҡатының, буласаҡ балаларыңдың әсәһе. Ул — һинең үлемһеҙлегең нигеҙе. Ул балаларыңда һине ҡабат­лаясаҡ (В. А.   Сухомлинский).

· Иң яҡын кешеңде бары уның менән айырылышҡанда ғына ныҡлы аңларға мөмкин (И. Тургенев).

Район матбуғатында беҙҙең мәктәп

Яратам һине, ауылым!

  Тыуған ауыл... Ниндәй ябай һүҙ! Әммә уны ишетеү менән минең күҙ алдыма ауылды уратып алған зифа буйлы ағастар, киң урамдар, береһенән-береһе матурыраҡ йорттар, ауыл ситенән һуҙылған икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙар, балыҡҡа бай күлдәр, сылтырап аҡҡан шишмәләр килеп баҫа. Иҫ киткес матурлыҡ!..

Тыуған ауылым - минең өсөн иң ҡәҙерле урын. Унан да гүзәлерәк ер юҡ кеүек донъяла. Бәрәңге баҡсабыҙ артындағы әрәмәнең шаулауы, ҡоштарҙың иртә яҙҙан йәйгәсә тирә-яҡты моңға күмеүе, ауыл уртаһындағы Ҡайырлыкүлгә ял итергә төшөүсе аҡҡоштарҙың йөҙөп йөрөүе, ауыл ситендәге Ташлыкүле генә ни т ора!..

 Йәмле йәйҙең иртәләрендә тороп, Ҡайырлыкүлгә балыҡ ҡармаҡларға барыу ғына ла күңелгә әйтеп бөтөргөһөҙ кинәнес килтерә. Көтмәгәндә күлгә аҡҡоштарҙың килеп төшөүен күреү - үҙе бер бәхет, сөнки улар бар тирә-яҡҡа йән һәм йәм өҫтәй...

Тыуған ауылымдың хозурлығы хаҡында нимә генә яҙһам да, уның матурлығын һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөп булмаҫ һымаҡ...

Яратам мин Башҡортостандың бер төбәге булған тыуған ауылымды.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.