Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Нимә ул оҫталыҡ класы һәм уны нисек үткәрергә?



 

Әйүпова Венера Бектемир ҡыҙы, Ишембай ҡалаһының 14-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нимә ул оҫталыҡ класы һәм уны нисек үткәрергә?

Һәр уҡытыусының үҙенең дәрестә ҡулланған алымдары, технологиялары һәм яратып башҡарған эш төрҙәре була. Әлбиттә, был эштәр уҡыу сифатын күтәреүҙә булышлыҡ итергә тейеш. Һәм оҫталыҡ класы ваҡытында уҡытыусы нисәмә йыл буйы тупланған тәжрибәһенең алымдарын, методтарын башҡа коллегалары менән бүлешә, үҙҙәренең эшендә ҡуллана алырлыҡ итеп аңлатып бирә.

Оҫталыҡ класы үткәрер өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә иң башта идея тыуа, Мәҫәлән, дәресте нисек ҡыҙыҡлы итеп башлап ебәрергә? Унан һуң тема уйлайһың. Тема ябай һәм шул уҡ ваҡытта эффектлы булырға тейеш. Мәҫәлән: “Дәрестең оригиналь башланыуы”, “Дәресте ойоштороуҙың эффектив алымдары һәм юлдары”, “Башы юҡтың аҙағы юҡ” һәм башҡалар.

Маҡсат билдәләйбеҙ. Мәҫәлән, “Дәресте төрлө ҡыҙыҡлы һәм эффектив алымдар менән ойоштороу аша балаларҙа белем алыуға мотивация булдырыу”.  Үҙебеҙ өсөн беҙ шуны күҙ уңында тотабыҙ: оҫталыҡ класын ни өсөн һәм ниндәй маҡсат менән үткәрәбеҙ һуң. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙебеҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙең иң уникаль моменттарын күрһәтеп өлгөрөргә тейешбеҙ. Маҡсаттан сығып, бурыстар билдәләйбеҙ. Оҫталыҡ класы ваҡытында маҡсатты экранда күрһәтеү мотлаҡ, сөнки ул маҡсатта һинең педагогик эшеңдең төп идеяһы асыҡ күренеп тора. Бурыстарҙы экранда күрһәтмәйенсә, һүҙ менән генә әйтеп китһәң дә була. Шулай уҡ үҙеңдең ҡулланған технологияларыңдың, алымдарыңдың методологик нигеҙләнешен, актуаллеген, әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Тәүҙә оҫталыҡ класының планын төҙөйбөҙ, үҙең нимә күрһәтәһең, нимәләр тураһында һөйләйһең, фокус төркөм нимәләр менән шөғөлләнәсәк, улар йәки аудитория менән ниндәй эштәр башҡараһың, һорауҙар, эш төрҙәре алдан билдәләнеп ҡуйылырға тейеш.

Презентацияға ла иғтибар бүлергә кәрәк: оҫталыҡ класы ваҡытында ул һеҙгә ярҙам булып торасаҡ. Презентацияла төп тезистарҙы, күһәтергә теләгән идеяларҙы сағылдырабыҙ, биҙәлеше һәм шрифтары, уларҙың үлсәмдәренә лә иғтибар итәбеҙ. Шрифт 24-тән дә кәм булырға тейеш түгел. Оҫталыҡ класы аҙағында ҡатнашыусыларға һорауҙар бирелә, рефлексия үткәрелә. Һорауҙарҙы экранға сығарһаң яҡшыраҡ була.

Бөгөнгө оҫталыҡ класымдың төп идеяһы - ҡайһы бер технология һәм алымдарҙың элементтарын дәрестең төрлө этаптарында практик яҡтан отошло ҡулланыу.

Белем бирең системаһында эшдәй башлаған көндәрҙән үк алдыма шундай һорауҙар ҡуйғайным:

- Методик яҡтан дәресте нисек дөрөҫ ойошторорға?

- Уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата нисек ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятырға?

- Уҡыусыларҙың белем кимәлен, өлгәште нисек үҫтерергә?

Мин төрлө өлкәлә дәрестәрҙе уҡытыу методы һәм технологияларын өйрәнә башланым.

n Минең инновацион эш тәжрибәмде, тикшереү алымымды түбәндәге темаға ярашлы ҡорҙом “Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы информацион һәм инновацион технологиялар элементтарын практик ҡулланыу”

n Маҡсатым: Төрлө метод, алым, системаларҙың, информацион технологияларҙың үҙенсәлектәрен билдәләп, уларҙың элементтарын ҡулланып, башҡорт теле дәрестәрен методик яҡтан дөрөҫ ойоштороу.

n Төп бурыстар: ысынбарлыҡты танып белеүҙә фәнни ҡараштан сығып эш итеүсе шәхес тәрбиәләү;

n үҫеп килеүсе быуынға тел һәм әҙәбиәт фәненең нигеҙен өйрәтеү, төплө белем биреү, уларҙы практикала ҡуллана белеү күнекмәләрен тәрбиәләү һәм үҫтереү;

n телдең үҫешен, төрлө информацион технологиялар, методтар һәм алымдарға таянып, уҡыусыларҙың үҙ асыштары аша өйрәтеү.

Нигеҙләнеше.

ХХ быуаттың 70-се йылдарында уҡ күп ғалимдар, уҡытыусы – новаторҙар дәрестәрҙе методик яҡтан дөрөҫ ойоштороп ҡына уҡыусыларға төплө белем биреп булыуы хаҡында әйтеп бирәләр. Шул замандарҙа уҡ проблемалы, дифференциаль уҡытыу методтары, терәк конспекттар ҡулланыу алымдары күптәр тарафынан яҡлау тапты. М.И. Мәхмүтовтың “Заманса дәрес һәм уны ойоштороу юлдары” (1975 й.), “Проблемалы уҡытыу” (1968 й.), Ю.К. Бабанскийҙың “Уҡытыу процессын нисек оптимилләштереү” (1978 й.), М. Портновтың “Дәресте анализлау” (1974 й.) хеҙмәттәре быға асыҡ миҫал булып тора.

Һуңғараҡ АСО системаһы, блок менән уҡытыу методы, коммуникатив уҡытыу методы, проект технологияһы һәм дә компьютер технологияһы уҡытыу-тәрбиә процесында үҙ урындарын тапты.

В. Ф. Шаталовтың “Өслөләр ҡайҙа һәм нисек юҡ булды?”, С. Н. Лысенкованың “Алдан уҡытыу методтары”, Х.А. Толомбаевтың “Башҡорт теле дәрестәрендә терәк конспекттар файҙаланыу”, Н.М. Мочалованың “Мәктәп уҡыусыларын уҡытыуҙа технологик алымдар”, В.С. Безрукованың “Бөтәһе лә мәктәптәге заманса дәрестәр тураһында”, М.И. Баһауетдинованың “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу”, Е.И. Пассовтың “Коммуникатив уҡытыу методы” исемле хеҙмәттәре төрлө технологиялар, алымдар ҡулланып, дәрестәрҙе фәһемле үткәрергә, уҡыусыларҙы үҫтереүгә, төплө белем биреүгә мөмкинселек бирҙе.

Минең башҡорт телен уҡытыу методикамдың үҙенсәлеге шунда: мин төрлө уҡытыу методтарын, системаларҙы, алымдарҙы, технологияларҙы өйрәнеп, үҙемә иң кәрәкле һәм отошлоларын һайлап алдым. Минеңсә, ниндәйҙер бер система, алымды һәр дәрестә йәки дәрестең һәр этаптарында ла ҡулланып булмай. Бында системалылыҡ юғала. Шуға ла мин уларҙың элементтарын ғына файҙаланам. Һәр методтың, алымдарҙың, технологияларҙың элементтары дәрестең айырым этабы өсөн яуап бирә. Был дәресте тейешле йүнәлештә, юғары тонда үткәрергә, белем сифатын күтәрергә булышлыҡ итә.

Мин һеҙгә хәҙер ике алымды ғына күрһәтеп китәм.

Дәресте шулай итеп ҡорам: яңы материалды уҡыусы үҙләштереп кенә ҡалмай, ә үҙе ҡағиҙә сығара һәм үҙе сығарған ҡағиҙә менән дәреслектәге ҡағиҙәнең тап килеү-килмәүен сағыштыра. Яңы тема аңлатҡанда проблемалы уҡытыу, блок менән уҡытыу, В.Э.Штейнберг, терәк конспект методын ҡулланам. Мәҫәлән, 7 класта “Хәл төрҙәре” темаһын аңлатҡанда ул асыҡ сағыла.

Был терәк конспект.

Теманы аңлатыу өсөн ОСА ҡылымын алайыҡ. Һорауҙарға яуап биреп, һүҙбәйләнештәр төҙөйбөҙ. Нисек оса? Тиҙ оса.

Шулай итеп, һүҙбәйләнештәр төҙөнөк.

Һорау Яуап
ОСА һүҙе бында ниндәй һөйләм киҫәге?  Хәбәр
Хәбәр нимәне аңлата?                                                      Эш-хәрәкәтте
Хәбәр алдынан килгән һүҙҙәр ниндәй һөйләм киҫәге? Хәл
ТИҘ хәле нимәне аңлата?  Эш-хәрәкәттең нисек, ни рәүешле үтәлешен

Ҡағиҙә. Нисек? Ни рәүешле? һорауына яуап биргән хәлдәр рәүеш хәле тип атала.

КИС хәле нимә аңлата һәм ниндәй һорауға яуап бирә? Эш-хәрәкәттең үтәлеү ваҡытын аңлата һәм ҡасан? һорауына яуап бирә.

Ҡағиҙә. Ҡасан? һорауына яуап биргән хәлдәр ваҡыт хәле тип атала.

ЯЛАНҒА хәле нимә аңлата һәм ниндәй һорауға яуап бирә?                     Эш-хәрәкәттең үтәлеү урынын аңлата һәм ҡайҙа? һорауына яуап бирә.

Ҡағиҙә. Ҡайҙа? һорауына яуап биргән хәлдәр урын хәле тип атала.

Ошондай ысул менән хәлдәрҙең төрөн асыҡлайбыҙ һәм төҙөлгән һөйләмдәрҙе ҡулланып, телмәр үҫтреү өҫтөндә эшләйбеҙ.

 “Йә, кемдең һөйләме матур, бай булыр икән?” тип, ҡыҙыҡһындырып ебәрһәң, балалар ярышып-ярышып бай эстәлекле һөйләмдәр,текст төҙөй башлайҙар.

Икенсе отошло, тип һанаған алымымды тәҡдим итәм.

Дәрестең йомғаҡлау өлөшөндә үтелгән теманы нығытыу өсөн беҙ координаталар системаһын ҡулланабыҙ. Бының өсөн алдан һөйләмдәр уйлайбыҙ, эш төрөн билдәләйбеҙ һәм уларға координаталар яҫылығын билдәләйбеҙ.

Мәҫәлән: хәл төрө буйынса һөйләмдәр уйланыҡ.

n Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

n Алтын бөртөкләп йыйыла.

n Себеште көҙ һанайҙар.

n Ялҡауланһаң – ауырырһың.

n Эшләгәндән үлмәҫһең.

n Бөркөт тора ҡая ташында.

 

Маҡсат: һөйләмдә хәлдәрҙе табып, төрөн асыҡларға.

Алдан мин ошо хәлдәрҙең координатаһын билдәләйем.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.