Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ер–һыу атамалары һәм уларҙың килеп сығышы



Ер–һыу атамалары һәм уларҙың килеп сығышы

Һаҡмар йылғаһыҺаҡмар йылғаһы. Әхмәт ауылынан 200 метр арауыҡта ағып үтә. Ғәжәп матур аҡ ҡырсынташы менән айырылып тора. Атамаһының килеп сығышына ҡағылышлы өс фараз бар:1. Һаҡма — бейек үлән араһынан йырып үткән эҙ, һуҡмаҡ. 2. Һаҡ бар, һаҡ бар —абай бар, һаҡсылар тора мәғәнәһендә. 3. Һай ыҡ — һай йылға.

Әүлиә зыяраты. Әхмәт ауылынан өс саҡрым төньяҡта, Ҡуһайел һыртында урынлашҡан. Бағырусман әүлиәнең зыяраты бар. Изге зат Төркиә яҡтарынан беҙҙең илгә ислам динен таратыр өсөн XVIII быуат аҙаҡтарында килгән. Уның бер туғаны Бағусман әүлиә Өмөтбай ауылы янында шулай уҡ Ҡуһайел һыртында ерләнгән. Әүлиә ҡотоғо (ҡоҙоғо, шишмәһе). Әүлиә зыяратынан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ҡайын төбөнән сығып ятҡан бер ваҡытта ла туңмаҫ шишмә. Ул 50 метр самаһы ағып бара ла ер аҫтына китеп юҡ була. Һыуы шифалы: көс бирә, төшөнкө күңелде күтәрә, юшҡынды таҙарта. Өмөтбай ауылында ла шул уҡ сифаттары булған Әүлиә шишмәһебар.

Ҡуһайел (Ҡуһайыл) һырты. Ирәндек менән Уралтау һырттары араһынан Һаҡмар буйлап Билал ауылына тиклем һуҙыла. Иң бейек нөктәһе (770 метр тирәһе)

Оло Сусаҡ (Оло Суҡа) Әхмәт менән Ҡырҙас ауылдары араһында. Унда олатайҙарыбыҙ, ҡаланса (каланча) ҡороп, ер-һыуҙарын барымтасыларҙан һаҡлар булған. Ҡаланса икенсе төрлө там тип аталған. Атаманың килеп сығышы ике төрлө аңлатыла: 1.Тигеҙ урында ҡауһайып ятҡан ҡалҡыулыҡ. 2. Ҡыуһа ел (ел ҡыуһа) — Әхмәт яҡ битендә туҡтамай ел иҫә лә тора.

Төпһөҙ күл (Төпһөҙгүл).Әхмәт ауылынан ярты саҡрым көнсығышта, Ҡаран йылғаһына баш биргән күл. Ул бер ғәрәсәт мәлендә, имеш, аждаһаны ҡойон күтәреп алып киткәндә барлыҡҡа килгән соҡор. Тәрәнлеге ике дилбегә буйламай торғайны, тиҙәр. Ҡасандыр эре-эре суртандар төйәк иткән мөғжизә һыу ятҡылығы ярына еткереп һөрөүҙән ләм тулып юҡҡа сыҡты.

Ҡаран йылғаһы.Төпһөҙ күлдән ағып сыға ла Әхмәт ауылын ҡырлап үтеп Һаҡмарға ҡоя. Һыуы саф, һалҡын. Сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай –ҡарайып ята. Атамаһы ла шунан килеп сыҡҡан — Ҡаран.

Зөләйха түбәһе. Әхмәт ауылынан көнсығыш йүнәлештә, 3 саҡрым арауыҡта ятҡан матур түбә. Зөләйха исемле ҡыҙҙың яратҡан төбәге булған.

Гәүһәр ҡотоғо. Зөләйха түбәһенә яҡын шишмә башы. Һыуы айыртылған һөт ише аҡ төҫтә, һалҡын, йомшаҡ.

Күкшан. Бер ҡоңғорт сырайлы урыҫ баярының сабынлығы булған, хәҙер баҫыу. Атама шул баярға бәйле — Күкшан — Күк шаһ йәки Күк шах.

Ҡушҡыуаҡ. Шул уҡ атамалы баҫыу уртаһында йәнәш торған ике ҙур ҡыуаҡлыҡ. Унда элек «Ҡушҡыуаҡ» артеленең станы булған.

Ҡөҙрәтҡол төбәге. Тәбиғәттең ғәжәп матур бер төбәге. Әммә ул матурлығы менән генә билдәле түгел... 1918 йылдың яҙында бында Әхмәтзәки Вәлиди туған йәшерен типография ҡороп, төрлө листовкалар баҫып ятҡан. Ҡыҙылдарҙың шымсылары уны күпме генә эҙләһәләр ҙә таба алмаған, ә Әхмәт ауылы халҡы үҙенең данлыҡлы улын һатмаған. Ошо ваҡиғаға ҡағылышлы Әхмәт башланғыс мәктәбенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Һаңғала (Ханҡала) тауы.Әбйәлил менән Баймаҡ райондары сигендә торған тау. Саф йәшмәнән хасил. Атамаһына килгәндә: 1. Монгол-татар яуы осоронда үтеп барышлай, яугирҙарына ял биреп, бында Батый хан туҡтаған. 2. 1740 йылғы башҡорт ихтилалы осоронда ғәскәр туплап данлыҡлы батырыбыҙ Ҡараһаҡал хан торған. Тау битендә хандарына ышыҡ булһын өсөн соҡоп эшләнгән йәтеш кенә мәмерйәһе бар. Уға башҡорт халҡы бүләк иткән еңеү алтын таяғы ошонда ғәйеп булған тиҙәр.

Тимәшәү тауы. 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ялҡыны Уралтауҙың төпкөл ҡуйынында ятҡан Һаҡмарбаш ауылын да урап үтмәй. Үҙенең 650 кешелек язалау отряды (Карательдәр, караттар) менән был яҡтарға батша подполковнигы И.Тимашев килеп сыға. Ул Һаҡмарға яҡын тау битләүендә ялға туҡтай. Ошо урында башҡорт яугирҙары менән баҫҡынсылар араһында ҡаты бәрелеш була. Шуның ҡыҙыулығы менән, ҡон ҡайтарыу маҡсатында, Тимашев ауылды үртәргә бойора. Ҙур ауылдан Иҫке ыҙма тигән урын ғына тороп ҡала. Яңы урынға күсереп нигеҙләнгән Әхмәтауылына терәлеп ятҡан тәпәш, яҫы түбәне Һаҡмарбаш халҡы ҡәһәрле йәлләт «хөрмәтенә» (бәлки, киләсәк быуындар онотмаһын типтер) Тимәшәү тип атаған.

Иҫке ыҙма. Әхмәт ауылынан Һаҡмар йылғаһы буйлап өс саҡрым тирәһе өҫтәрәк Иҫке ыҙма тигән асыҡлыҡ бар (ыҙма беҙҙең яҡтарҙа ауыл тигән төшөнсәне бирә). Был атай-олатайҙарыбыҙҙың элекке төйәге. Һаҡмар йылғаһының башына яҡын ултырғанлыҡтан ул тәүҙә Һаҡмарбаш тип аталған. Ауылдың яҙмышы аяныслы... 1774 йыл Бүгәс батша болаһы шаулап торған мәлдә, батша подполковнигы Тимашев (Тимәшәү) тарафынан ауыл яндырып юҡ ителгәс, Иҫке ыҙма тигән атамаһы ғына тороп ҡала.

Әхмәт ауылы. Һаҡмарбаш яндырылғас, ауылды яңы урынға күсереп һалырға ҡарар ителә. Хәҙерге ауыл урынын Әхмәт Өмөтбаев олатай билдәләй һәм беренсе булып нигеҙ һала. Был 1790 йылдарға тура килә. Ул ваҡытты казачий ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп, сотник дәрәжәһе алып ҡайтҡан Әхмәт(Әхмәтйән) алдынғы ҡарашлы уҡымышлы уҙаман һанала, ауылға уның исеме бирелә һәм ул ырыу старшинаһы итеп һайлана.

Биксәнтәй тауы. Әхмәт ауылы халҡы биксәнтәй, ҡолтай, күкъял, ҡаҙаҡ, аһылай, мышыһәм башҡа араларға бүленеп йәшәгән. Ошо араларҙың һәр береһенең тәбиғәттә үҙ иткән мөйөшө булған. Әхмәт ауылынан көнъяҡ-көнсығыш ҡарап биш саҡрым тирәһе китһәң, Ирәндек һыртына етәрәк, бик матур, тыныс ҡалҡыу урынға барып сығаһың. Әлеге тау элек-электән (бәлки, Әхмәт старшина заманынандыр?.. Ул да бит биксәнтәй араһы кешеһе булған) Биксәнтәй тауы тип атала.

Таҙғаҡ. Элек ауыл тирәһендә айыу күп йөрөгән, малды тәләфләп йонсотҡан. Ана шуларға ҡаршы һунарсылар таҙғаҡ ярҙамында уңышлы көрәшкән. Әхмәтменән Ҡырҙас ауылдары араһында бер ҡараңғы, шомло урын бар. Шул ергә айыуҙар айырыуса күп эйәләшер булған. Таҙғаҡтар ҙа күберәген ошонда ҡоролған. Әлеге урын да, унан ике яҡҡа ағып киткән шишмәләре лә, хатта терәлеп ятҡан баҫыуы ла бөгөнгө көнгәсә Таҙғаҡ атамаһын һаҡлай.

Ҡарағайморон тауы. Элекке замандарҙа был, Һаҡмар йылғаһына терәлеп ятҡан тау, шыр ҡарағай урманы менән ҡапланған булған. Шунлыҡтан Ҡарағайморон тип аталған. Бер килеп көслө янғын сыҡҡанда урманды юҡ иткән. Һуңғы бер-нисә ҡарағайын граждандар һуғышы осоронда йыҡҡандар.

Ҡанифа юлы, Ҡанифа урманы. Әхмәт ауылы тирәһендәге иң боронғо атамаларҙың береһе. Ҡанифа юлыҠарағайморон тауы һыртынан үтә, Ҡанифа урманыла шунда. Риүәйәт буйынса, Ҡанифа исемле 12 йәшлек етем ҡыҙҙы һатып ебәрәләр. Тыуған яҡтарын һағынған ҡыҙыҡай Хәйбулла яҡтарынан ҡасып ҡайта һәм Ҡарағайморон тауы башында илап ултыра. Ҡанифа юлының бер өлөшө Ҡуңыр буға юлына тап килә.

Зәйнәп йылғаһы (шишмәһе).Ҡасандыр Һаҡмар буйында йәшәгән башҡорттар йәйләүҙән-йәйләүгә күсенеп йөрөр булған. Улар Уралтауҙа ла, Ирәндектә лә йәйләп торғандар. Шул ваҡыттарҙа Зәйнәп исемле байбисә (Биксәнтәй старшинаның өлкән ҡатыны Гөлзәйнәп булыуы бар.—Л.Н.) ауылдан алыҫ түгел йомшаҡ, тәмле һыулы шишмәне үҙ иткән. Уның хөрмәтенә халыҡ шишмәне Зәйнәп тип атаған.

Гөлбикә йылғаһы (шишмәһе). Гөлбикә шишмәһе – Әбйәлил менән Баймаҡ райондары сигенә яҡын. Ҡасандыр ул ҙур ғына булған. Хәҙер башындараҡ селтерәп аға ла, килә биргәс, ер аҫтына китеп юҡ була. Шуның өсөн түбәнге яғында йәй көндәре һыуы юҡ. Тәүге фараз буйынса бер ҡомағай байҙың Гөлбикә исемле килене була. Ауыр яҙмышына түҙеп тора алмаған килен, ошо шишмә буйына килеп, үҙенә ҡул һала. Фараздың икенсеһе буйынса Гөлбикә һылыу Биксәнтәй бейменән Гөлзәйнәптең берҙән-бер ҡыҙы була. Буйһонмаҫ Биксәнтәйҙе еңә алмаған карателдәр ҡыҙҙы әлеге шишмә янында атып китәләр.

Фатима килен ҡыуағы.Әхмәт — Ҡырҙас юлы буйында. Тарихы былай: Ҡолғона ауылынан Ҡырҙасҡа Фатима исемле ҡыҙ килен булып төшә. Ҡыштың бер көнөндә ул ат ектереп тыуған яҡтарына хәл-әхүәл белешергә китә. Ҡунаҡ булып кире ҡайтыуында, күҙ асҡыһыҙ ҡаршы буран сыға. Аты арыған Фатима юлдан яҙлыға, бер ҡыуаҡлыҡ ышығына ялға туҡтай һәм шунда туңып йән бирә. Ауылға етергә ярты саҡрым ғына ара ҡалған була...Шул мәлдән бирле ул урын Фатима килен ҡыуағы атамаһын йөрөтә.

Көмөш ташы. Бынан ике быуаттан ашыу самаһы элек, яҡынса 1760 йыл тирәһендә, башҡорттар менән барымтаға килгән ҡаҙаҡтар араһында ҡан ҡойошло бәрелеш була. Шул мәлде еләккә тип сыҡҡан Көмөш исемле ҡыҙыҡай ҡурҡышынан ҙур таш артында йәшеренеп ултыра. Шуға бәйле оло ялан уртаһында ятҡан ташты Көмөш ташытип атайҙар. Ул Зәйнәп йылғаһы башындараҡ ята.

Ҡаҙаҡҡар тауы.Тау Әхмәт ауылынан көнбайыш йүнәлештә урынлашҡан ошо тирәләге иң бейек, мөһабәт тау. Борон уның һыртында атай-олатайҙарыбыҙ ҡаланса (каланча) ҡороп, ҡарауылда торған. Айырата үҙәктәренә үткән ҡаҙаҡ баҫҡынсыларын ҡарауыллаған улар. Атамаһы ла шунан ҡалған — Ҡаҙаҡҡар (ҡаҙаҡ ҡарауылы).

Сәүкә ташы Йылҡы түбәһе, Бүтәгәле ҡыр. Әхмәттән көнъяҡ-көнсығыш ҡарап китһәң, Йылҡы түбәһе, Бүтәгәле ҡыр тигән урындарға тап булаһың. Был урындарҙа олатайҙарыбыҙ йәйрәп ятып йылҡы көткән. Атамалары ла шуға бәйле. Үрҙә һаналғандарҙан тыш,Әхмәт ауылы тирәһендә Бәләкәй йылға, Кәзәһуйған, Сәүкә ташы, Кәзә ташы, Күс юлы, Бағры йылғаһы, Ерекле һ.б. тигән ауыл халҡына ғына билдәле атамалар һәм ҡорғандар бар.

Файҙаланылған сығанаҡтар 1.ӘсфәндиәровӘ.З.«Башҡортостан ауылдары тарихы». Өфө, «Китап». 2.Усманова М.Г.«Имя отчей земли». Уфа, «Китап», 1994. 3.«Абзелиловская энциклопедия». 2015. 4.Әхмәт ауылының тел ижады. 5.Нөғәмәнов Мөҙәрис Хәйривара улы (1930–1976) һөйләгәндәренән. 6.Нөғәмәнова Фәүзиә Шәһишәриф ҡыҙы (1907–1985) һөйләгәндәренән. 7.Махийәнов Әхтәм Махийән улы (1898–1964 һөйләгәндәренән .8.Йыһаннуров Муллайән Йыһаннур улы (1914–1965) һөйләгәндәренән. 9.Махийәнова Бибикамал Әхтәм ҡыҙы (1928) һөйләгәндәренән



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.