Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





хмәт ауылының ҡыҫҡаса тарихы



 

ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ ӘХМӘТ АУЫЛЫ ТИРӘҺЕНДӘГЕ ЕР–ҺЫУ АТАМАЛАРЫ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ КИЛЕП СЫҒЫУ ТАРИХЫ

Әхмәт ауылының ҡыҫҡаса тарихы

Әхмәт ауылыҺаҡмар йылғаһы буйында,район үҙәге Асҡарҙан 33 саҡрым алыҫлыҡта,көнъяҡ–көнбайыш йүнәлешендә урынлашҡан. Ул XIXбыуат башынан билдәле. Ауылға Түңгәүер олоҫо башҡорттары нигеҙ һалған.

Анығыраҡ итеп әйткәндә, старшина Әхмәт Өмөтбаев нигеҙләгән. Казачий ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡанда, уға 30 йәш самаһы була (1834 йылғы «Рәиүз яҙмалары»нда 75 йәш). Шунлыҡтан Әхмәт ауылы кешеләренең күпселеге Өмөтбай олатай затынан. Ауылдың тәүге атамаһы –Һаҡмарбаш. Был уның Һаҡмар йылғаһы башына яҡын урынлашыуынан килеп сыға. Е.Пугачев, Салауат Юлаев яуы осоронда ауыл язалаусы И. Тимашев отрядтәре тарафынан яндырылғандан һуң хәҙерге урынына күсереп һалына. Ауыл уҙаманы Бәрҙеғол Ейәнсуриндың 1806–1807 й.й. урыҫ–прусс–француз һуғышында ҡатнашҡаны билдәле. Ә Ҡәҙербәков Байғол, 1812 йыл Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтеп, 2 тапҡыр көмөш миҙалға лайыҡ була. Әхмәт ауылы халҡы, нигеҙҙә, малсылыҡ, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, ағас эше менән кәсеп иткән. Игенселек менән шөғөлләнергә шарттар булмаған. Йәй көндәрен 54 йорттоң барыһы ла тиерлек йәйләүҙәргә сығыр булған. 1834–1850 йылдарҙа Әхмәт ауылынан 12 ғаилә Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы Тәпән ауылына нигеҙ һала. 1858 йылда тағы 12 ғаилә күсеп килә. Улар араһында Әхмәт Өмөтбаевтың өлкән улдары Ғәли менән Ғайса ла була. Кеселәре Хөсәйен менән Этҡол күсенмәй. 1864 йылдан ӘхмәтауылыТүңгәүер олоҫоноң үҙәге. 1911–1912 йылдарҙа ауылда урыҫса мәктәп асыла. 1918 йылда Асҡар ауылынан Мөғәлләм Мирхәйҙәров йәдитсә уҡыта башлай. Хәҙерге стиль менән уҡытыу мәктәбе 1930 йылда асыла. Беренсе уҡытыусы Ҡаҙмаш ауылынан Ғәлиәхмәт Тимербаев. 1931–1933 йылдарҙа Ташбулаттан Зиннәт Камалов уҡыта. 1928 йылда районда тәүгеләрҙән булып «Ҡушҡыуаҡ» артеле төҙөлә. 1930 йылда Әхмәт ауылы халҡы «Һаҡмарбаш» колхозына берләшә. 1931 йылда сиҙәм күтәреү башлана. 1932 йылда Буҙыҡай, Ҡырҙас ауылдары менән берлектә «Үрнәк» колхозына ҡушыла. 1946–1951 йылдарҙа айырым «Партизан» колхозы булып йәшәй. Һуңғараҡ йәнә «Үрнәк»кә ҡушалар. Алтмышынсы йылдар башында «Һәүәнәк», 1958 йылдан «Йәнгел» совхоздарының бүлексәһе. 1972 йылда Ҡырҙас мал һимертеү, 1980 йылда ҡабат «Йәнгел», 1987 йылдан «Амангилде» совхоздарына ҡарай. Әлеге ваҡытта «Агро» ООО-ның бүлексәһе. Тирә-яҡлап матур урман-тауҙар, баҫыуҙар менән уратып алынған Әхмәтауылында бөгөнгө көндә 3 урам, 45 шәхси хужалыҡ, башланғыс мәктәп, клуб, фельдшер-акушер пункты, магазин бар. Ауыл яңыра, ҙурая, төҙөкләнә. Халыҡтың төп шөғөлө —малсылыҡ.

Билдәле шәхестәре:Г.Р.Абдрахманова; Х.С.Юнысов; А.Ш.Йәғәфәрова; Р.М.Нөғәмәнов (Иҙрис Мөҙәрис улы Ноғоманов); Ү.Р.Лоҡманов. Колхозға берләшеү тарихы 1928 йылда Әхмәт, Әбделғәзе, Ҡаҙмаш, Рысҡужа ауылдарын берләштергән «3–сө Интернационал» (һуңғараҡ «Ҡушҡыуаҡ») артеле ойошторола. Унда Әхмәт ауылынан беренселәрҙән булып 15 кеше инә. Бына уларҙың тулы булмаған исемлеге:

1. Әхмәтйәнов Нөғәмән (ул башта «Интер» тракторының тракторсы ярҙамсыһы, һуңынан механик булып эшләй).

2. Латипов Сибәғәт.

3. Ғәббәсов Мөхәмәт.

4. Кинйәғолов Фазулла.

5. Юлдыбаев Хөбитдин.

6. Хәйруллин Мөхәмәтдин.

7. Йыһаннуров Ғәлимйән.

8. Ҡолтаев Фәйзрахман.

9. Нөғәмәнов Хәйривара (һуғышҡа тиклем Яңауылда партком секретары).

10. Хәйруллин Ҡотлоғәлләм.

11. Рысйәнов Зәйнәғәбдин.

12. Ғарифуллин Басир.

Улар хәҙерге «Урал» совхозының 7-се («Северный») бүлексәһендә иген игәләр. Уңышлы эшкә булышлыҡ итеп, хөкүмәт тағы тәгәрмәсле трактор, сәскес, аҙағыраҡ тағылмалы МК молотилкаһы бирә. 1929 йылда Яңауыл ерҙәренә 4 ғаилә күсенә:

1. Юлдыбаев Хөбитдин (ойоштороусы).

2. Ғарифуллин Басир.

3. Ҡолтаев Фәйзрахман.

4. Хәйруллин Мөхәмәтдин.

Ошоларҙан башҡалары Әхмәттә ҡалып, «Ҡушҡыуаҡ» артеленең эшен дауам итәләр.  Ауылдың беренсе коммунисы —Латипов Сибәғәт. Әхмәтйәнов Нурмөхәмәт — Башҡорт АССР–ы Верховный судының судъяһы булып эшләй. Йәһүҙин (Абдуллин) Мостафа 1935 йылдан колхоздың партком секретары.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.