|
|||
Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы.Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы. Йәш айҙай нескә ҡаштарың бар, Ынйыларға тиң һинең тештәрең бар, Йофар еҫе килеп торор сәстәрең бар”… Үҙе лә һиҙмәҫтән бала саҡта ҡалған ошо юлдар хәтеренә килде. Сафлыҡтың үҙе ине Сара ҡарсыҡтың ейәне. Пәйғәмбәрлек еле ҡағылыуын ҡағылмағандыр, шулай ҙа бөтәһенән айырып торған бер сәйерлеге бар ине. Һәр кемгә көлөп-йылмайып ҡарауымы, һарыҡ бәрәсенекеләй ялт-йолт килеп һикергеләп атлауымы, эсендә яуызлыҡ юҡ икәнен белдергән йырыҡ ауыҙымы, донъяны үҙенсә ҡабул итергә әҙер антенна кеүек төрлө яҡҡа тырпайышҡан сәстәреме… – барыһы ла уға килешә ине. Хатта кейгән кейеме, артыҡ киң балаҡлы салбары, оҙон еңле күлдәге лә шулай булырға тейеш кеүек күренде уҡытыусыға. Шулай ҙа төп сәйерлеге телһеҙлегендә ине. Сабый сағында үгеҙҙән ҡурҡып телһеҙ ҡалған, тиҙәр. Ул бөтөнләй өн сығармай ҙа ҡалмай, нисектер аңлатырға теләгән кеүек “Һеү-һеү” тигән өнгә оҡшаш бер һүҙҙе төрлө интонация менән әйтеп, үҙ фекерен белдергән дә кеүек. Өмәнән һуң шаулап-гөрләп сәй эскәндә өләсәһенә теге был һый-ниғмәтте ташышты Рәсүл. Шәкәрҙе алып кил әле, Рәсүл”, – тиһә, егет “һеү-һеү” тип тиҙ үк йомошто үтәй. Уныһы “хәҙер-хәҙер” кеүек яңғырағандай ҡолаҡҡа. “Тағы берәй сынаяҡ сәй эсәһеңме, улым?” – тип һораһа, “һеү-һеү” иһә “мөмкин-мөмкин” тигәнде аңлатҡандай. Балаларҙы яғымлы “һеү-һеү” менән ҡыҫтаны, ҡайһы берҙәренең арҡаларынан да һөйөп алды. Бигерәк тә муйыл бәлешен үҙ иткәйне Нәфисә. Баҡһаң, Ҡарлытүбә тигән тауҙан әлеге ейәне йыйған муйылдан бешергән икән уны Сара ҡарсыҡ. – Быйыл бергәләп барырбыҙ, бергәләп йыйырбыҙ, ивет, Рәсүл, – тигән булды уҡытыусы. Балалар ҙа, бергә барайыҡ, тип ҡыуанышты. Шаярып, бөтөнләй уйланылмай әйтелгән ошо хәбәр һуңынан уйындан уймаҡ сығарасағын Нәфисә белмәй ине әле. Ана шул Рәсүл-Йософ уйға һалды ҡатынды. Юҡ, ғашиҡ булманы ул уға, тик нисектер сарсаған күңел гөлө ошо саф шишмәнән тамсы ғына булһа ла шифалы һыу һорай ине. Нисектер сабыйҙарса уның менән шаярғыһы, хатта ҡысҡырып йыр йырлағыһы, хатта уның телһеҙлегенән әҙ генә мәҙәк яһап көлгөһө, еңелсә генә мыҫҡыллағыһы килеп торҙо. Белә инде, улай ярамағанын белә инде. Телһеҙлеге лә, ауыҙы “йоҙаҡлы булыуы ла” ҡулай ине, шикелле, ҡатынға.
*** Июль аҙаҡтарында муйыл бешкәс, Нәфисә Сара ҡарсыҡтарға китте. Йәй һуҙымында Рәсүлде ул ни бары ике-өс тапҡыр ғына күрҙе. Юлда йә магазинда. Өләсәһе ҡағыҙ тоттороп шулай йомошлай торғайны ейәнен. Егеттең етеҙ хәрәкәттәрен, йылмайыусан йөҙөн күреү ҡатындың дәртен уятты, зиһененә һалынған уй-йомағы үҙ сиселешен яйлап ҡына таба барғанын ул йөрәге елкенеүенән тойҙо. Нисек тә егетте үҙенә ҡаратыу юлын уйланы. Иң мөһиме – ҡапыл өркөтөп ҡуймаҫҡа, тине. Йылмайып һөйләште, телең асылманымы әле, тип шаяртҡан булды. Рәсүл тартынманы, йылмайып ҡарап тик торҙо. Ҡатын ҡулынан тотһа, тартып алманы, киреһенсә, гүзәл заттың йылы тәненән, хушбуй еҫенән аңлата алмаҫлыҡ ләззәт кисерҙе. – Муйыл бешкән тиҙәр, алып бараһыңмы, Сара әбей? – тип шаулап килеп инде ул көндө Нәфисә. – Мин ни, хәҙер өсөнсө йыл инде урман һауаһын йотҡаным юҡ таһа. Муйыл, еләк менән ана Рәсүл һыйлай үҙемде. Кәрәк-кәрәкмәгән үләнен дә, дарыу-ағыу япрағын да белер-белмәҫтән ул апҡайта. Ҡартайҙым инде, быуындар һыҙлай, – тип таяғына таянып ҡаршы алды етмешен ҡыуған ҡарсыҡ. – Барыр булһаң, Рәсүлемдең артынан ғына эйәрмәһәң. Ҡарлытүбәлә бик уңған тиҙәр, йыйып хөкүмәткә тапшырыусылар ҙа бар, тип ишеттем. Беҙгә үҙебеҙгә етһә, булған. Ҡышын шәкәргә ҡушып ауыҙ итһәң, арыу була торған. Төшө генә теш араһына инеп йонсотмаһа… – әбекәйгә тыңларға кеше генә булһын, хәбәрен көн оҙононда һөйләргә әҙер. “Аулаҡта икәү генә сығып китһәк, кеше күрмәҫме, һүҙ сыҡмаҫмы, – тип уйлап алды ҡатын. – Шулай ҙа былай ҙа уңай мәл булмаҫ. Ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Бәлки, егеттә берәй төрлө ут-осҡон уята алыр. Дәртлерәк, тәүәккәлерәк ҡыланырға кәрәк”. Төштән һуң килһәләр ҙә, тиҙ үк ике ҙур биҙрәне тултырҙылар. Рәсүл бик етеҙ булып сыҡты, ағас башына ла менеп йыйҙы. Суҡлы-суҡлы ботаҡтарҙы эйеп бирҙе, ҡайһы берҙәрен һындырып аҫҡа ла ташланы. Был тарафҡа беренсе тапҡыр килмәүен аңлатты. Килгәндә күрер күҙгә бик салынмаһа ла, ҡалҡыу ғына урын булып сыҡты, тау биленән үк тирә-яҡ уста ятҡандай ғына күренде. Алыҫта ауылдың күренгән өйҙәрен һанап, ҡарап ултырып та алдылар. Шешәгә һалып яһап килтергән һөтлө сәйҙе эстеләр, икмәк менән кәнфит ҡушып ашап тамаҡ та ялғап алған булдылар. Нәфисә егеткә нисек тә оҡшарға тырышты, йылмайып уның һәр аҙымын маҡтаны. Бигерәк көслөһөң дә инде, Рәсүл, белмәгән эшең юҡ, ой, ир азаматы, тип ауыҙ һыуын ағыҙҙы. Үҙе егеттең кире яҡтарын да табырға тырышты. Тик нисектер таба алманы. Һәр ҡыланышы, һәр хәрәкәте, йөҙөндә уйнаған һәр һыры ла, нуры ла килешле ине. Асып һалырға теле генә юҡ бахырҙың. Һөтлө сәйҙе эсеп бөткәс, ҡатын ситкә боролоп һаҡ ҡына кофта төймәләрен ысҡындырҙы. Шунан егеткә борола бирҙе лә, ярым асыҡ түшен ҡаплай биреп: – Рәсүл, – тип наҙлы ғына өндәште. – Һыуһаныңмы, һөт эскең киләме? – нишләп шулай ымһындырырға булды – үҙе лә аңламаны ҡатын. Янындағы егетте бала тип күреүеме, әллә ҡапыл башҡаһын уйлап тапманымы… Ап-аҡ тулы түштәрен асып һалды ла ҡара төймәләрен бармаҡтары менән һыйпаны. “Һөт тәмле-е” тип һуҙҙы. Бындай “батырлыҡты” көтмәгән Рәсүл тәүҙә һағайып ҡараны, шунан оялышынанмы, ҡурҡышынанмы, һикереп тороп муйыл олонона йәшенде. Күҙен ике ҡулы менән ҡаплап тора биргәс, бармаҡтарын шылдырып аса бирҙе лә ҡатын яғына ҡараны. Ғүмерҙә улай яҡындан күрмәгән ҡатын-ҡыҙҙың мәрмәр аҡ тәне уны телһеҙ генә түгел, хәҙер күҙһеҙ итә ине. Күҙҙәре ҡамашты. Ул йыш-йыш тын алырға тотондо. Ҡатындың һөттәй ап-аҡ йомро түштәре донъяла уның өсөн иң гүзәл һүрәт, ҡояш кеүек балҡып бешкән ике йомро күмәсте хәтерләтте, шуға ул тәмле лә, йылы ла, нурлы ла, хатта ҡәҙерле лә ине. Ул күҙҙәрен ҙур асып ҡатын яғына ҡарап оҙаҡ торҙо. Ике күҙен ике түштән айыра алманы. Был ҡараштан ҡатын хатта баҙап ҡалды. Бер аҙ күкрәктәрен ҡаплай бирҙе лә, ҡулын яңынан төшөрҙө. “Ҡиссаи Йософ” иҫенә килде. Үҙен гонаһлы Зөләйха кеүек хис итте. Бер аҙ тартынып оялып киткәндәй булды, тик дәрте лә, хисе лә башҡаға этәрҙе. Зөләйха тажын һалды, тәхеттән төштө,
|
|||
|