|
|||
Кешелеккә тоғролоҡСтр 1 из 4Следующая ⇒
Мөнир ҠУНАФИН Кешелеккә тоғролоҡ (хикәйә) Дарить себя — не значит продавать. И рядом спать — не значит переспать. Не отомстить — не значит все простить. Не рядом быть — не значит не любить! Омар Хайям – Иҙрис, бер тапҡыр ғына хыянат итергә ирек бир, – Нәфисә төшкө аш мәлендә ҡапыл иренә ҡараны. – Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Рөхсәт ит, зинһар. Ашыҡмай ғына ашап ултырған ир был хәбәрҙәнме, әллә эргәһендә осоп йөрөгән һағыҙаҡтан ҡотолоу өсөнмө, тәүҙә ҡалағын өҫтәлгә ҡуйҙы, шунан ҡулдары менән һелтәнеп бөжәкте ҡыуҙы. Яңынан ҡалағына теймәне. Ҡалҡынды. Ярһыманы. Ҡатынына мөлдөрәп ҡараны. Был ҡараштан Нәфисә лә ҡалҡынды: – Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла, – тип шыбырҙаны уныһы нишләптер. – Башҡаса бауырыма баҫыр хәсрәтем юҡ минең. Иҙрис, оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, сығыр өсөн ишек тотҡаһына тотондо ла ҡатынына боролдо: – Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә? – Юҡ, юҡ, китмә, мәңге китмә! – тип ҡатыны уның янына йүгереп килде. Уның был һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәй ир ишекте һаҡ ҡына ябып тышҡа сыҡты. Был хәбәрҙең ҡасан да булһа әйтелерен белә, шуға көтә ине ул, тик улай ҡапыл, бөгөн, һәүетемсә йәшәп ятҡанда, ҡатынының ауыҙынан сығыр тип уйламаны. Дөрөҫөрәге, бындай хәбәрҙе бөтөнләй көтмәне, мин һинән китәм, тип әйтергә тейеш кеүек ине ул. Һигеҙ йыл йәшәнеләр, ә балалары юҡ. Ә йәш бара. Ул үҙе утыҙҙы артылды, хәләле унан ике йәшкә йәшерәк. Тик бит һигеҙ йыл эсендә һаман да һөйөп-һөйөшөп туйғандары юҡ. Һуңғы ике айҙа ғына һөйөклөһөндә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгән кеүек ул. Юҡ, һөйөүҙәре үтмәне. Нәфисәһен мәктәптән ҡайтҡансы юҡһына, ул булмаһа, өйҙә янған шәмдең яҡтыһы, ауыҙға ҡапҡан һурпаның таты юҡ. Агроном булғас, баҫыу-яландан мотлаҡ сәскә алып ҡайта, шулай һөйгәнен һөйөндөрә. Район үҙәгенә эш менән бер-ике көнгә барып ҡайтһа ҡатыны, үлеп һағына үҙен, ҡайтыр сәғәтен түҙмәй ҡапҡа алдына сығып ҡаршы ала. Эйе, уны әҙ генә күрмәй торһа, ҡояш һүрелгән кеүек. Һигеҙ йыл йәшәп, һис тә унан биҙгәне лә, ялҡҡаны ла юҡ. Нәфисәһе лә уны ярата, белә ул. Дәфтәр, мәктәп эштәре менән һуңлап уның янына килеп ятҡас, уятмаҫ өсөн уның күҙҙәренән, маңлайынан, ирененән һаҡ ҡына һыйпай. Наҙлап ҡына иренен тейгеҙеп ала, “берҙән-берем” тип шыбырҙай. Йоҡлар-йоҡламаҫ ятҡан Иҙрис был ҡытыҡлаған наҙҙан ипле генә йылмая. Рәхәт уға. Ул белә, бындай ҙа яғымлылыҡты, яғылыр-яғылмаҫлыҡ ҡына наҙҙы үтә яратҡан кеше генә бирә ала. Ә бөгөн килеп, хыянат итәм, ти. Бына һиңә мөхәббәт?! Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиһәләр ҙә… Йорттары ҡотло ғына кеүек тә. Был Аҡморон ауылына улар, уҡып бөткәс, тәғәйенләнеш буйынса килгәйнеләр. Ете йыл элек. Оҡшаттылар ауылды ла, халҡын да. Ике йылдан бына ошо урында күркәм йорт һатып алдылар. Ҡотло урын, тинеләр. Баҡсаһындағы алмағас ҡына ни тора, йыл да тоҡлап-тоҡлап алма алалар. Ағасы бар йорттоң һайрар ҡоштары ла етерлек, сут-сут килеп көндө уяталар, сут-сут килеп көндө оҙаталар. Өй эсенән дә кеше өҙөлгәне юҡ, дуҫтар, әхирәттәр, күршеләр ингеләп тора. Балалары сыр-сыу килеп өйҙөң аҫтын-өҫкә күтәрһәләр ҙә Нәфисә бер һүҙ ҙә әйтмәй. Бала саҡта шулай шашып та уйнамағас, ти ҙә ҡуя. Ҡунаҡтар ҡайтҡас, ҡолаҡты сыңлатып та, һыҙлатып та тынлыҡ хөкөм һөрөп ала. Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – тулы зар. Ана шул зар килде лә инде. Күпме уны ҡыуып ҡаранылар, юлын быуҙылар. Тәүҙә, оҙаҡ бала булмаған өйҙә ишек яңаҡтарын алмаштырыу йолаһы бар, тигәс, уныһын да эшләне хужа. Оҫталығы самалы булһа ла, балтаға тәүәккәл генә тотоноп, килтереп сығарҙы тәки. Тик бала ғына был яңы яңаҡлы ишектән килеп сығырға ашыҡманы. Түлһеҙ ҡатындарға яңы шишмә һыуы килешә тигәс, Иҙрис аҙна буйы ауыл ситендә ике әлүмин тимерсыбыҡ менән яңы шишмә эҙләне. Барыбер тапты, ҡаҙа торғас, ике ҡайын араһынан тап-таҙа һыулы уласыҡ ағып китте. Яңы шишмә һыуын биҙрәләп-биҙрәләп алып ҡайтты. Ҡатыны, һыу түгел был, торғаны менән шәрбәт һуты лаһа, тип кинәнеп эскән булды. Шунан икәүһе йырлап-көйләп, ҡысҡырып-шашып:
|
|||
|