|
|||
Г. Хәлфетдинова һүҙ. Г.Ишҡыуатова муз.Г. Хәлфетдинова һүҙ. Г.Ишҡыуатова муз. 1.Тауҙар, урмандар, 2.Бүре, айыуҙар, 3.Сыр-сыу турғайҙар, Таҙа урамдар. Ялтыр балыҡтар. Наҙлыҡай елдәр. Ҡояш-ямғырҙар, Ҡыҙҙар, малайҙар, Тәҙрә биҙәгән Ҡарлы бурандар. Төрлө халыҡтар. Сәскәле гөлдәр.
Ҡушымта: Минең Ватаным был- Тәрән тамырым. Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын. 2 алып барыусы:Афарин, балалар! Ә хәҙер дүртенсе тажды өҙөп ҡарайыҡ әле. Бында Ҡурай сәскәһе бейеүен бейергә ҡушҡандар. Бейеп күрһәтәйекме?
Бейеү “Ҡурай сәскәһе”. 2 алып барыусы: Бик матур бейеү башҡарҙығыҙ, беҙгә бик оҡшаны. 1 алып барыусы: Бишенсе тажда ниндәй эш бирелгән икән, уҡып ҡарайыҡ әле. Ә бында Тыуған ил, тыуған ер тураһында мәҡәлдәр әйтергә кәрәк. Кемдәрегеҙ белә? 1 бала: Иле ныҡтың – биле ныҡ. 2 бала: Алтын-көмөш яуған ерҙән Тыуған – үҫкән ил яҡшы. 3 бала: Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле. 4 бала: Ерен һатҡан – илен һатҡан. 5 бала: Ере байҙың - иле бай. 1 алып барыусы:Һай, афарин, балалар. Был эште лә атҡарып сығарҙығыҙ. 2 алып барыусы:Артабанғы алтынсытажды өҙөп алайыҡ әле. Унда башҡорт халыҡ уйыны «Тирмәкәйҙе” уйнап күрһәтергә ҡушҡандар. Уйын “Тирмәкәй”. (Бишбармаҡ көйөнә).
2 алып барыусы:Афарин, балалар! Бик матур итеп уйнанығыҙ. Беҙ ҙә шулай бәләкәй сағыбыҙҙа уйнай торғайныҡ. 1 алып барыусы:Аҙаҡҡы етенсе тажды өҙөп уҡыйыҡ әле. Унда күмәк бейеү бейергә ҡушҡандар. Парлы бейеү. 1 алып барыусы:Афарин,балалар! Бик матур бейенегеҙ. 2 алып барыусы:Бына серле һандыҡтың йоҙағы ла асылды. Унда нимә бар икән, асып ҡарайыҡ әле. Был бит ҡурай! Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Ул – үҫемлек, ерҙә үҫә. Ата-бабаларыбыҙ уға тишектәр тишеп, һыҙғырып көй сығарғандар. Әлеге ваҡытта ла ҡурай моңон бик яратып тынлайҙар, бейейҙәр. Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә күмәкләшеп ҡурай моңона бейеп алайыҡ.
|
|||
|