Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Балалар башҡорт милли кейемдәрендә ҡулдарына Башҡортостандың флагын тотоп теҙелешеп килеп керәләр.



 

Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының Йәлембәт ауылы балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеһы

 

 

Башҡортостан Республикаһының суверинеты көнөнә арналған “Сәскә ат, Башҡортостаным!”байрамы сценарийы

 

 

                                                                        Тәрбиәселәр: Абдуллина Г.И.,

                                                                                               Вәхитова М.Ф.

 

 

  Маҡсат:
  Балаларҙы Башҡортостан Республикаһы символикалары менән таныштырыу, алып барыусыларҙың аңлатыуҙарын тыңлай белергә өйрәтеү. Телмәр, түҙемлек, етеҙлекте үҫтереү.Уйында бер-береңә ярҙам итеү теләге уятыу.Тыуған илгә һөйөү, ғорурланыу тәрбиәләү.

  Йыһазланырыу:

3 яулыҡ, 3 ултырғыс, DVD, балалар өсөн караоке, Башҡортостан флагы, серле һандыҡ, ҡурай, ҡурай башлыҡтары.

   Балалар башҡорт милли кейемдәрендә ҡулдарына Башҡортостандың флагын тотоп теҙелешеп килеп керәләр.

1 алып барыусы: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар, балалар!

2 алып барыусы: Бөгөн беҙҙең Башҡортостан Республикаһының тыуған

көнө.

.

 

1 алып барыусы: Ошо көҙҙөң матур көнөндә, 1990 йылдың 11 октябрендә беҙҙең илебеҙ суверенлы Республика тип иғлан ителде. Беҙҙен халыҡ беренсе тапҡыр үҙенең президентын һайланы. Һуңғараҡ Башҡортостандың флагы, гербы, гимны ҡабул ителә. Беҙҙең гимндың автор Фәрит Фәтих улы Иҙрисов. Уны тыңлаған саҡта бөтәһе лә баҫып тыңларға тейеш.

1 бала:   Гимн яңғырай-

          Ул ниндәй көслө.

          Ватанын уйлай

          Тыңлаған кеше.

Гимн яңғырай. Бөтәһе лә баҫа.

2 алып барыусы:1992 йылдың 25 февралендә Республикабыҙҙың флагы ҡабул ителә. Уны рәссам Урал Мәсәлимов яһаған.

2 бала:   Байрам бөгөн, байрам бөгөн-

          Республикамдың көнө.

          Флаг яһаным байрамға,

          Миңә шундай күнелле!

3 бала:   Башҡортостаным флагы

           Тора өс төрлө төҫтән.

           Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға

           Ҡурай сәскәһе төшкән.

1 алып барыусы:Ҡарағыҙсы, балалар! Беҙгә кемдер тылсымлы һандыҡ ҡалдырып киткән. Уны ҡурай сәскәһе менән йоҙаҡлап ҡуйғандар, уның һәр тажының артында беҙгә эштәр яҙылған. Әгәр ҙә беҙ ҡурай сәскәһенен эштәрен үтәһәк, тылсымлы һандыҡ беҙгә асыласаҡ.

2 алып барыусы:Әйҙәгеҙ әле беренсе тажды өҙөп алайыҡ. Бында Башҡортостан тураһында йыр йырларға ҡушылған. Ә һеҙ шундай йыр беләһегеҙме?

                             

Йыр “Башҡортостан-илгенәм”



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.