Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Колхоз эштәрендә



Колхоз эштәрендә

    5– 8-се  кластарҙа уҡыған саҡта  ла 1 –се октябергә тиклем, каникулдар ваҡытында  ла колхоз   эштәрендә ҡатнаша инек.  Кукуруз силосы колхоздың күп малдары өсөн һәйбәт аҙыҡ. Уны ашаған һыйырҙар һөттө күберәк бирә, башмаҡтар тиҙ һимерә ине.  Кукурузды  урып,  силосҡа  турай торған комбайн янында йөрөгән машина кузовында, бик һутлы мал аҙығы  ергә ҡойолмаһын өсөн, һәнәк менән уны мөйөштәргә тиҙ генә таратырға,  тимәк, тейәшеп йөрөргә  кәрәк ине.  Колхоз фермаһы янындағы ямға  илткәс, уны кузовтан  трактор  менән буксир яһап бушатҡанда эшләнем; Әхәт  тә  бүтән  машинаның кузовында, минеңшикелле, бушатыуҙа эшләй. Трактор беҙ кузовтың алдына илтеп ҡуйған ҡулайлама менән мал аҙығын   кузовтан һөйрәтеп төшөрә. Кузовта ҡалған әҙ генә силосты  ла һәнәк менән бушата инек. Үҫмер йылдарымда бер нисә төн тракторсы  ер һөргәндә,  яланда һабансы булып, төрәндәр таҙартыуым, комбайнда бер нисә көн комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләүем, колхозға  картуф сығарышыуым,   уны машинаға тейәшеүем, урман ситендә көрәк менән ҡаҙып ҡарағай үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашыуым,  ат өҫтөндә йөрөп,  егелгән тырма менән  бесән йыйыуым, салғы менән бесән сабыуҙа, күбәләүҙә, кәбән һалыуҙа, һалам эҫкертләүҙә,  ырҙындағы эштәрҙә,  оло юлға ҡом ташыуҙа, уны бушатып, тигеҙләүҙә һәм башҡа күп эштәрҙә ҡатнаштым.

                       Әхәт дуҫым

Бурлы мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Әхәт дуҫым менән ырҙында таҙартылған игенде 50  килограмлы  тоҡтарға тултырабыҙ  ҙа,  уларҙы бәйләгәс, оҙон  билле арбаға тейәйбеҙ. Көслө ат та   нисек  кәрәк  тартҡан ауыр йөктө колхоз келәтенә  ташыйбыҙ. Кәүҙәгә минән ҡайтыш, әммә ҡалыныраҡ Әхәт ҡапсыҡтың бәйле  яғынан тоторға тырыша, ә  мин төбөнөң ике мөйөшөнән тотам. Шулай  һәр  тоҡтағы ашлыҡты бейек ҡойма артына өйөп һалынған иген өҫтөнә күтәрәбеҙ, төпкәрәк  этәреп,   гел яфаланып бушатабыҙ. Иген ҡойманан аҙ ғына ситкә түгелһә  лә,  склад  мөдире  Зоя апайҙан әрләнәбеҙ. Шул ауыр эштәр  хәтер дәфтәремә онотолмаҫлыҡ юлдар менән яҙылған.   Келәткә иген ташыу тамамланғас, өҫтөбөҙҙән ҙур йөк төшкәндәй була. Бригадир үҙебеҙгә күнеккән ат менән урманға барып, утын  әҙерләп алып ҡайтырға рөхсәт итә. Ваҡ ағастарҙы киҫеп, Сафия әбей менән Малик бабайҙың  ҡаралтыһына килтереп ауҙарһаҡ,  әбей күпмелер аҡса бирә.  “Әҙ тейәгәнһегеҙ, күберәк тейәгеҙ,”- тип  тә әйтмәй. Оло  йәштәге  күршеләребеҙгә байтаҡ утын килтереп, апаруҡ аҡса эшләнек Әхәт дуҫым менән. Стәрлетамаҡҡа экскурсияға барыу өсөн шул  аҡса етте...

Бала саҡтан бирле бергәләп сәкән һуҡҡан, туп һәм һуғыш уйындары уйнаған, колхоз эштәрендә бергә тир түккән Әхәт дуҫымдың яҡты иҫтәлеге минең күңелемдә  оҙаҡ йылдар йәшәй.  Ул – минең нәҫел ҡыҙға өйләнеп, Салауат ҡалаһында, ә мин  Стәрлетамаҡта, оҙаҡ йылдар яҡын йәшәнек, әммә аҙ осраштыҡ. Йәш саҡта Әхәт мине саҡырып,  Салауат ҡалаһын,  шул тапҡырҙағы Ағиҙел буйҙарын күрһәтте.  Икебеҙ ҙә ғаилә ҡорғас, тормош мәшәҡәттәре менән уҙған ғүмерҙә  уны үҙемә саҡыра алманым– шуныһы   үкенесле.  Ҡыҙғанысҡа  ҡаршы, Әхәт дуҫымдың ғүмере ҡыҫҡа булды,   яҡты донъя менән хушлашыуына ла байтаҡ йылдар үтте.  Йәне йәннәттә булһын   инде.  Уның менән “беҙ коммунизмда йәшәйәсәкбеҙ икән” тип һөйләшә  инек.  Тормош  юлдары беҙ хыялланғанса барманы: донъя хәлдәре икебеҙ өсөн генә түгел, бөтөн ил халыҡтары өсөн  үкенесле төҫ алды. Һәр беребеҙ үҙебеҙ эҙләгән яҙмышты тапты, еңел булмаған тормошта йәшәнек. Сөнки беҙҙең баласаҡ, үҫмер сағыбыҙға, ауылдағы тормоштоң ауыр ваҡыттары тура килде. Беҙ эшләмәгән колхоз эше ҡалмағандыр.  Ауыл  хеҙмәте мине сыныҡтырҙы тип әйтә алам. Шуға ла ҡалала йәшәгәндә ауыр, физик хеҙмәттән ҡурҡманым. Тора-бара  әҙәбиәт һуҡмағына аяҡ баҫтым, бөгөнгәсә   уның боролоштарынан урап-урап атлайым...

                       Әҙәбиәткә илткән юлда

Әсәйем (беҙҙеңсә – инәйем)ауыр эштәрҙән йонсоп  ҡайтыуымды күреп,   мине бик йәлләгәндер, күрәһең.  Бер  көндө  икәүләп  район үҙәгендәге  милиция  бүлегенә барып,  миңә  паспорт алып   ҡайттыҡ.  Бурлы урта мәктәбенең 1966 йылғы сығарылыш уҡыусыларын  тотошлайы  менән (бер үк йылда         10 –сы һәм  11- се класстар) район  етәкселәре колхозда ҡалдырырға булған,  шуға   күрә  бер  кемгә лә  “паспорт бирмәҫкә” тигән   күрһәтмә биргәндәр. Әгәр  шул саҡта ауылдан китмәһәм, шағирлыҡ яҙмышын татымаҫ, колхоз эштәрендә юғалып ҡалыр инем, тип уйлайым. Ауылда  шағир булып булмай. Шағирлыҡ та ҙур  хеҙмәт, оло тырышлыҡ талап итә... 

Стәрлетамаҡ педагогия институтында 1934 йылдан бирле  “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге эшләгән.1984 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы, көньяҡ райондарҙың әҙәбиәткә   килеүселәрен хәстәрләүсе ойошма булдырыуҙы маҡсат итеп,  Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын асты. Унда барып йөрөнөм.  Химия заводтарында оҙаҡ йылдар эшләгәндә, әҙәбиәт юлында   оҙағыраҡ эҙләндем, гәзиттәргә подписка ойоштороуҙа һәм  ҡалала башҡорт мәктәбе астырыуҙа йәмәғәтселеккә хеҙмәт иттем, уға  файҙа килтерерҙәй мәҡәләләр яҙҙым,   шағир булараҡ  үҙ-үҙемде таптым ...                                                     

Тәүге шиғыр юлдарым күңелемә 6-сы класста уҡығанда килә башлағайны, тип яҙғайным инде. Шул йылда олораҡ ағайҙарҙың уйнағандарын ҡарап ултырып,  класташым, дуҫым  Әхәт Ғәлиәхмәтов менән шахмат уйнарға ла өйрәнә башланыҡ. Уның менән ағастан шахмат фигуралары , пешкалары  юныуыбыҙ, ҡалын ҡатырғаға шахмат “таҡтаһы” шаҡмаҡтарын эшләүебеҙ, шунан  бер нисә тапҡыр рәхәтләнеп   уйнауыбыҙ хәтерем түрендә ҡалған... Шахматты олоғайғас та яратып уйнайым. Баласаҡтан бирле оҙаҡ йылдар үткәс, барлыҡ күңелем менән шиғриәткә  ылыҡҡас,  байтаҡ шиғырҙарым мәктәп дәреслектәренә ингәс, йорт малдары, аттар, ҡоштар, үҫемлектәр, урман йәнлектәре шиғырҙарымдың төп геройҙарына   әйләнде. Шиғырҙарым, балалар,  һеҙ күпте белеп үҫһен өсөн яҙылды. Шулай булғас,  китаптарымдағы  төп геройҙарым, һеҙ,  ҡәҙерле балалар! Шиғырҙарым, йомаҡтарым һеҙгә - күп белергә тырышыусыларға бағышланған.                                                                                                      Туған телеңде белмәйенсә, донъяла ысын-ысындан бәхетле булып булмай. Туған телде  һәм  әҙәбиәтте  яратып  үҫһәгеҙ ине тигән изге теләктә ҡалам. Үҙ телебеҙҙә баҫылып сыҡҡан “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарында һис  шикһеҙ һеҙҙең дә шиғырҙарығыҙ баҫылыр. Тик уларҙы алдырып уҡып барырға онотмағыҙ. Һеҙгә  һаулыҡ, бәхетле ғүмер,  киләсәккә аҡ  юлдар  теләп -

                                 Кәрим БУЛАТ бабайығыҙ.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.