|
|||
аумыһығыҙ,. ерле кескәй дуҫтарым!Стр 1 из 4Следующая ⇒ Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле кескәй дуҫтарым! Һеҙҙең күптәрегеҙҙә шиғыр яҙыу теләге, моғайын, бәләкәй саҡта уҡ тыуғандыр. Бының сәбәбе ябай: һеҙҙең тәнегеҙҙә тәбиғәт балаларының - ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны аға. Ә улар күңеле күтәренке ваҡытта ла, кәйефе төшөнкө саҡта ла тыуып үҫкән еренән, эскән һыуынан дәрт-дарман алған. Тәбиғәткә һөйөү хисе һәр кемде рухландырған, был тойғоно матур итеп әйтеп биреү теләген тыуҙырған. Сәсән-шағирҙар, бына шулай әҫәрҙәр ижад итеп, йәш быуынға бик күп ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары -әкиәттәр, ҡобайырҙар, бәйеттәр, йырҙар - ҡалдырған. Шундай рухи ҡомартҡыларҙың береһе – данлыҡлы “Урал батыр” эпосы хаҡында хатта сит илдәрҙә лә беләләр... Һыу ҡәҙере Үҙем менән таныштырып үтергә лә кәрәктер.Тыуған төйәгем – Ғафури районының Яугилде ауылы. Шағирҙар үҙҙәренең кендек ҡаны тамған изге ерҙе ғәҙәттә “алтын бишек”кә тиңләй, ә мин тыуған ауылымды бик күптән инде ҙурлап “Кескәй Ватаным” тип йөрөтәм. Мине әсәйем 1949 йылдың ҡыштың һалҡын мәлендә ап-аҡ донъяға килтергән. Алты йәшемдә, мәктәпкә бармаҫ элек үк, “Совет Башҡортостаны” гәзитендәге һүрәттәрҙең аҫтындағы яҙыуҙарҙы уҡырға өйрәндем. Йылдар үткәс, шул гәзиттә һирәк кенә баҫылған шиғырҙарҙы ла көтөп ала инем. Беҙ, ауыл балалары, кескәй саҡтан уҡ эсәр һыуҙың ҡәҙерен белеп үҫтек. Сөнки иртә яҙҙан алып ергә аҡ ҡар ятҡансы, ҡыҙҙар биҙрәләр күтәреп, малай-шалай иһә, ҡышын - сана, йәйен кескәй арба һөйрәп, феләк менән бер саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡолош шишмәһенең тәмле һыуын ташып эсә инек. Һыу юлында күңелемдә тыуып, хәтеремдә уралған шиғырҙарҙы онотмаҫҡа тырышып, өйгә ашығып ҡайтып килеүем бөгөн дә иҫемдә. Ул шиғри юлдарҙы ҡалын дәфтәргә тиҙ генә яҙып, мейес артындағы утын аҫтына йәшереп ҡуйыуымды ла һис онота алмайым. Йәнәһе, шиғырҙарымды уҡып, өлкәндәр көлөп ҡуймаһын... Әммә йәмле Умарталыҡ яғына, тәмле Ҡолош һыуына, мәктәптән ҡайтҡас, ике ҡулыма – ике биҙрә алып, колхоз эштәренән бушыраҡ саҡта, ауылдан киткәнсе, һыуға йөрөнөм, сөнки алыҫтағы шишмәнән һыу килтереү - минең бурысым. Оҙон көн буйы колхоз эшендә йөрөп, арып ҡайтҡан әсәйгә өйҙә сәй ҡуйырға ла, аш һалырға ла һыу кәрәк. Татыр һыуҙы яҡындағы ҡойонан ташыныҡ. Ул малға эсереү, мунсала йыуыныу өсөн генә тотонола ине. Тик ҡыш еткәс, һыу ала торған бау өҙөлгән, тулы һыулы биҙрәнең ҡойо төбөнә төшөп киткән саҡтары булғылай. Бауға ырғаҡ бәйләп, биҙрәнең тотҡаһынан эләктерергә тырышып, яфалана инек. Ҡыш буйы ҡойоноң эсе лә, тирә-яғы ла, боҙланғас, уға яҡын барыу ҙа ҡурҡыныс ине, аяҡ тайып китһә, ҡойоға ҡолап төшөүең дә бар. Ҡайһы берҙә ҡойо төбөндә өс-дүрт биҙрә йыйылып китә, уларҙы йәй еткәс кенә алып була торғайны. Тәмле һыулы Ҡолош ҡойоһо йыраҡ булһа ла, унан эсә инек. Ҡәҙерле ине шишмә һыуы! Шағирҙар уны йәншишмә тип атарға ғәҙәтләнгәнбеҙ...Тиҙҙән мин ҡалаға уҡырға киттем. Ҡустыларым үҫә төшкәс, Ҡолошҡа улар йөрөй башланы... Күп йылдар үткәс, тыуған ауылыма (Рәмил Ғимрани көйө) һәм Ҡолош шишмәһенә йырҙар бағышланым. Ҡолошҡа бағышланғанын көйгә һалырға үҙемдең һәләтем етмәүе, композитор табылмауы үкенесле булды...
|
|||
|