Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Йыр “Һалдат булам». Йыр “Толпар атым». Йыр “Шайморатов генерал». Йыр “бравые солдаты»



Йыр “Һалдат булам»

Т-се: -Ил терәге – ир егеттәр, ә ғаиләнең терәге – атайҙар.Ғаиләлә атай кеше төп таяныс, терәк булып тора.Улар ҙа ҡасандыр армияла хеҙмәт иткән. Илебеҙҙең тыныслығын һаҡлағандар.Ватанды һаҡлаусылар көнө менән атайҙарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Айгиз:

- Минең атайым тырыш

Таң менән эшкә китә.

Кәрәк булһа әсәйемә

Миң лә ярҙам итә.

Утын яра, малдар ҡарай,

Бар эшкә лә өлгөрә.

Әсәй өйҙә булмаған да

Аш та бешереп куя!

Азалия:

Бер кем дә юҡтыр

Атайым кеүек.

Ул бик тә батыр,

Ул бик тә көслө!

Йыр “Толпар атым»

Т-се:-Балалар беҙ атайҙар, һалдаттар тураһында шиғырҙар, йырҙар беләбеҙ. Әйҙәгеҙ әле мәҡәлдәрҙе лә иҫкә төшөрөп алайыҡ.

Мәҡәлдәр:

- Батыр егет – ил күрке.

- Батыр яуҙа һынала.

- Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер.

- Егет кешегә – етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

- Үҙ илең – алтын бишек.

- Батыр үҙе өсөн тыуа – иле өсөн үлә.

- Кеше илендә солтан булғансы – үҙ илеңдә олтан бул.

Данила:

Тыуған ил көслө булһын,

Илебеҙ бөркөт булһын.

Ҡояш сыҡһын, нурын һипһен,

Күгебеҙ көлөп торһон!

Зөфәр:

В морях и оканах

От берега вдали,

В дозоре неустанно

Родные корабли.

Страна гордится ими

Смелы они, крепки!

Мы вырастим такими

Как наши моряки!

Малайҙар башҡарыуында “моряктар бейеүе”

Т – се:- Ҡош һауала, ат тауҙар ҙа,

         Егет яуҙа һынала.

        Меңде йыҡҡан батырҙарға

        Дан йырҙары йырлана!

Үҙебеҙҙең башҡорт батыры , тыуған иле өсөн йәнен биргән Шайморатов генерал тураһында яратҡан йырыбыҙҙы йырлап үтәйек.

Йыр “Шайморатов генерал»

Алия:

Пожелаю всем солдатам

Быть всегда на высоте!

И желаю всем ребятам

Полететь к своей мечте!

В 23 февраля

Пусть ликует вся земля!

Йыр “бравые солдаты»

Т- се –Һәр кемгә лә ватан ғәзиз

     Һәр кемгә лә ҡәҙерле.

     Эй малайҙар, ил һаҡларға-

     Һеҙ бөгөндән әҙерме?

Уйындар:

1.“Ҡаршылыҡтар аша үтеү”

2.“Шарҙы өрөп сығарыу”

3.“Һаҙлыҡ аша сығыу”. Аяҡ табаны ҙурлығындағы картон бирелә. Шул картонга баҫа-баҫа билгеләнгән урынға барып етергә hәм кире йүгереп килеп, иптәшеңә бирергә кәрәк.

4.”Снайперҙар» ( иҙәнгә ятып кәрзингә тупты бәреү)

5. .«Разгрузи машину». Перед командами стоит простая задача — разгрузить машину с кирпичами. Для этого с одной стороны площадки ставятся две коробки с кубиками («машины с кирпичами»), а с другой стороны располагаются игроки. Задача участников — добежать до «машины», взять «кирпич», вернуться к линии старта, положить ношу в обозначенное место и передать эстафету другому участнику. Побеждает та команда, которая быстрее перенесет все «кирпичи».

6.“Кем күберәк хәрби һөнәр белә?”

Т – се:  Һәр тыуған таң ерҙә тыныс булһын,

 

         Имен булһын ине доньялар.

 

         Аяҙ күгебеҙҙе болот ҡапламаһын,

 

        Йылмайһындар ерҙә сабыйҙар.

 

Ҡәҙерле балалар ошоноң менән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрамыбыҙ тамам. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт!

 

 

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.