Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Яҡут ауылы “Толпар” балалар баҡсаһында



 

Филиал муниципального автономного дошкольного образовательного учреждения детский сад «Алсу» общеразвивающего вида села Новомурапталово муниципального района Куюргазинский район Республики Башкортостан- детский сад «Тулпар» села Якутово

 

 

       

          

 

Яҡут ауылы “Толпар” балалар баҡсаһында

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған 

                  байрам иртәлеге

                   

 

    

                                             2021 й

 

Сценарий: «Ватанды һаҡлаусылар көнө.»

Максат:

1. Балаларҙа ҡыйыу, батыр һалдат булыу теләге уятыу; атайҙар, ағайҙар менән ғорурланыу, патриотик хистәр тәрбиәләү.

2. Ватанды һаҡлаусылар тураһындағы күҙаллауҙарын киңәйтеү, уларҙың мөhимлеген аңлатыу.

3.Балаларҙың араһындағы элемтәне нығытыу, эмоциональ мөнәсәбәт формалаштырыу, балаларҙың иҗади мөмкинлекләрен үҫтереү.Тырышлыҡ, сослоҡ, етеҙлекте үҫтереү.

Әҙерлек эше:

-шиғырҙар, йырҙар,мәҡәлдәр, бейеүҙәр өйрәнеү.

– төҫлө ҡағыҙҙан hәм картондан атайҙарға бүләктәр яһау.

– залды биҙәү.

– “Минең атайым” темаһына һүрәт төшөрөү.

Балалар бүлмә буйлап маршировкалайҙар (Советлар Армияһы маршы Салим Сәйдәшев музыкаһы).

Т-се:  Хәйерле көн, ҡәҙерле балалар! Һәр йыл һайын беҙ, илде һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Был көндө беҙ бөтә хәрбиҙәрҙе, атайҙарҙы, ағайҙарҙы, олатайҙарҙы һәм дә малайҙарҙы ҡотлайбыҙ!

“Батыр hөнәр” (Вәсимә Хәйруллина)

Батыр hөнәр бар ерҙә –

Ерҙе , илде һаҡлаусы.

Һине, мине – hәркемде

Дошмандарҙан яҡлаусы.

Генералмы, майормы,

Капитанмы йә сержант –

Барыһының да исеме

Доньяла бер ул – һалдат.

 Ватанды һаҡлаусылар

Аямайҙар үҙ-үҙен:

Беләкле, йөрәклеләр,

Ихтиярлы hәм түҙем.

Һаҡлап Ватанды, беҙҙе

Хәтәр һуғыш утынан,

Батыр hөнәр эйәһе

Китә тыуған йортонан.

Балалар башҡарыуында Йыр “Ерҙән һалдат атлай»

Ильшат:

Һалдаттар тора

Илдең сигендә.

Ҡышын яҙын да

Йәйен көҙөн дә.

Шуға ла беҙҙең

Тыныс көнөбөҙ

Тыныс илебеҙ

Яҡты йөҙөбөҙ!

Т-се: -Эйе балалар, беҙҙең тыуған илебеҙҙе батыр, ҡыйыу һалдаттар һаҡлай. Шуға ла беҙҙең илебеҙ тыныс, күгебеҙ яҡты. Беҙ ошоноң менән бик бәхетлебеҙ.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.