Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тормошҡа ҡарашың ниндәй?



Тормошҡа ҡарашың ниндәй?

1. Ҡулығыҙға гәзит алғас, уҡыр алдынан һеҙ уны иң элек ҡарап сығаһығыҙмы?

2. Кәйефегеҙ юҡ саҡта күберәк ашайһығыҙмы?

3. Ашап ултырған мәлдә эштәрегеҙ тураһында уйлайһығыҙмы?

4. Егеттәрҙең (ҡыҙҙарҙың) хаттарын һаҡлайһығыҙмы?

5. Психология һеҙҙе ҡыҙыҡһындырамы?

6. Юғары тиҙлектә барған транспортта барырға ҡурҡаһығыҙмы?

7. Йоҡлар алдынан түшәктә хыялланып алырға яратаһығыҙмы?

8. Үлем тураһында уйҙарҙан ситләшергә тырышаһығыҙмы?

9. 8 Сәғәт йоҡлағандан һуң да арығанығыҙ бармы?

10. Мөхәббәт романдарын уҡыйһығыҙмы?

11. Шәхси тормошоғоҙҙағы ҡыйынлыҡтар хаҡында фекер алышаһығыҙмы?

12. Яңғыҙлыҡтан “ҡасаһығыҙмы”?

13. Күңелһеҙ хәлдәрҙән һуң ауырығанығыҙ бармы?

14. Уйланып, үҙ туҡталышығыҙҙы үтеп киткәнегеҙ бармы?

15. Башҡа берәй ауылда (ҡалала) йәшәргә теләгегеҙ бармы?

16. Кешенең холоҡ-тәбиғәте нәҫелдән килә, тип уйлайһығыҙмы?

17. Мөхәббәт тураһындағы фильмдарҙы ҡарайһығыҙмы?

 

Эйе”гә - 5 мәрәй. “Юҡ”ҡа- 0 мәрәй “

Тестың эҙемтәһе:

1. 75-80 мәрәй – ысынбарлыҡтан ҡасаһығыҙ, тормошҡа тура ҡарап йәшәүҙән ҡурҡмағыҙ.

2. 55-70 мәрәй – хыялдарығыҙ тормош дөрөҫлөгөнә гел генә тап килеп бөтмәй. Уның һеҙгә зыяны юҡ. Барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла камил хәл итеү юлын эҙләү кәрәкмәҫ.

3. 30-50 мәрәй – һеҙ хыялдар һәм ысынбарлыҡ араһында тулы тигеҙлек тапҡанһығыҙ. Артабан да шулай үҙегеҙгә хас хыялдарығыҙҙы

, нескә тойғоларығыҙҙы мөмкинлектәрегеҙгә тап килтереп йәшәгеҙ.

4. 5-25 мәрәй – әҙерәк романтикаға бирелеп, тормошҡа хыялдар күҙлегенән ҡарап алыу һеҙгә файҙалы булыр ине.

5.

          7. Был арала уҡыусылар  үҙ-аллы ғалим Р.Фәхретдиновтың ашау ҡағиҙәләрен уҡый (79-83-сө бит.)Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр.

 

8. Йомғаҡлау.

Эйе, ашау кәйефкә лә бәйле, бәлки, шуғалыр ҙа һаулығы өсөн кеше үҙе яуаплы. Туҡланыу буйынса теориялар ифрат күп. Үҙеңә генә яраҡлыһын диетологтар ярҙамында һайлау отошло. Шулай ҙа дөйөм ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотайыҡ:

1) Көн һайын 1.5-2 литр күләмендә таҙа, газландырылмаған һыу эсегеҙ.

2) Ыҫланған колбаса һәм балыҡ, тәмләткестәр, буяуҙар ҡушылған һәр төрлө ризыҡты ашауҙан тыйылығыҙ.

3) Майлы аҙыҡтан баш тартығыҙ, үҫемлек майына өҫтөнлөк бирегеҙ.

4) Һаулыҡ өсөн файҙалы минераль матдәләргә бай аҙыҡтарҙы күберәк ҡулланығыҙ!

«Башҡортостан», ”Даирә” гәзите биттәрендә сәләмәтлекте нығытыуға ҡағылышлы мәҡәләләр йыш күренә, ваҡыт табып уҡый барығыҙ.

Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ – сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ!

 

( Ата –әсәйҙәргә “Белгес кәңәше” таратыла.)

“Белгес кәңәше”

1. Тоҙ.  Идеаль туҡланыуҙа бөтөнләй юҡ.Тоҙло ҡыяр, помидор, бәшмәк ашауҙа һирәк кенә рөхсәт ителә. Ә бына тоҙло кәбеҫтәне әҙләп ҡулланырға мөмкин.

2. Шәкәр гә лә иғтибарлы булыу кәрәк. Крахмаллы, аҡһымлы ризыҡҡа уны ҡушмау хәйерле. Татлы ашағығыҙ килһә, балды һайлағыҙ. Әлбиттә,сама менән.

3. Маргарин  һәм үҫемлек салоһы – үҙ сәләмәтлегенә битараф булғандар аҙығы.

4. Консервалар ҙы иһә диетологтар үле ризыҡ тип йөрөтә. Иң сифатлыһы, юғары технология менән әҙерләнгәне лә файҙалы түгел. Йәшелсәләрҙе, мәҫәлән, яңы көйөнсә ашау яҡшыраҡ.

5. Газлы эсемлектәр.  Барыһы ла организмға емергес тәьҫир итә. Эсемлектең иң һәйбәте таҙа һыу икәнен онотмағыҙ!

6. Ыҫланған ит  аш һеңдереү ағзаларына насар йоғонто яһай, ҡанды әсетә.

7. Ҡурылған ризыҡ ты артыҡ күп ҡулланыу бер юлы әллә нисә төр сирҙе ҡуҙғытыуы мөмкин. Тәмләткес тәр ҙә ошо иҫәпкә инә.

8. Бөгөн һәр аш – һыуҙы тиерлек тәмләгән беҙҙең яратҡан майонез ыбыҙ ҙа уртаса зыянлы ризыҡ иҫәбендә икәнлекте онотмағыҙ!

Үрҙә әйтелгән ризыҡтарҙы ҡулланыуҙа айырыуса сама белергә кәрәк, ти диетологтар.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.