Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тәрбиәле әсә балаларына асыҡмаҫтан элек ашауҙы, туймаҫ элек ашауҙан туҡтауҙы тыйыр.



«…Тәрбиәле әсә балаларына асыҡмаҫтан элек ашауҙы, туймаҫ элек ашауҙан туҡтауҙы тыйыр.

Ашҡаҙандың сәләмәт тороуы өсөн ошо ғәҙәт – беренсе сәбәптер.»

 

Уҡыусыларҙың сығышы: “Ҡайһы бутҡа файҙалыраҡ?”

 

1) Ҡарабойҙай. Ул иң файҙалыларҙың береһе. Ул стрестарға, йоҡоһоҙлоҡҡа ҡаршы көрәштә төп ярҙамсы, тиренең, сәстең һәм тырнаҡтарҙың яҡшы торошо өсөн яуап биргән ”В” төркөмө витаминдарына бай. Ҡандың ҡыҙыл тәнсәләре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән, йөҙөбөҙҙөң төҫ матурлығы өсөн яуап биргән тимер, оптималь ҡан баҫымын һаҡлаусы калий, кариесҡа, тырнаҡтарҙың, сәстәрҙең һынып барыусанлығына ҡаршы көрәштә төп ҡоралдашыбыҙ – кальций, депрессиянан ҡотҡарыусы, тән ауырлығының артып китеүенә юл ҡуймаусы – магний кеүек микроэлементтар ҙа күп унда. Табиптар ҡарабойҙай бутҡаһын рутинға бай аҙыҡ булғаны өсөн дә ҡәҙерләй. Был матдә ҡан тамырҙары стеналарын ҡатҡылландыра, ҡан ағыуҙы туҡтата, веналарҙың варикоз киңәйеүе, геморрой осраҡтарында профилактик сара була ала.

2)

3) Һоло бутҡаһы кешегә тынысыраҡ һәм аҡыллыраҡ булыуға ярҙам итә. Үҙ ирке менән тәжрибәләрҙә ҡатнашырға риза булыусы 30-ҙан 80 йәшкә тиклемге бер төркөм кешегә ай буйына (көн һайын) тик һоло бутҡаһы ашатҡандар. Уның һөҙөмтәһендә, бер аҙна эсендә генә ҡатнашыусыларҙың мейеләре яҡшыраҡ эшләй башлауы, кәйеф һәм күңел күтәренкелеге ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булыуы асыҡлана. Ҡартайғас аҡыл һайыҡмаһын, хәтер яҡшы булһын тиһәгеҙ, һоло бутҡаһын йышыраҡ ашағыҙ.

4)

5) Тары бутҡаһыкеше организмы өсөн файҙалы матдәләргә бай. Ҡан әйләнешен көйләүсе, йөҙөбөҙгә сәләмәтлек төҫөн биреүсе – тимер, тештәрҙең һаулығы һағында тороусы – фторҙы, спортсылар һәм эшһөйәрҙәр өсөн алмаштырғыһыҙ магнийҙы һәм матдәләр алмашыныуын контролдә тотоусы маргонецты билдәләргә кәрәк. Составында кремний, баҡыр кеүек организм туҡымаларының ныҡлылығын тәьмин итеүсе микроэлементтар ҙа бар.

6)

7) Дөгө бутҡаһы. Башҡа ҡыяҡлылар кеүек, дөгө лә «В» төркөмө витаминдарына бай. Унда иртә ҡартайыуҙан һаҡлаусы «Е» витамины, тимер, цинк (тамырҙар менән бәйле мәшәҡәттәрҙән азат итә), магний (күңел күтәренкелеге өсөн яуап бирә), кальций,калий (йөрәктең яҡшы эшмәкәрлеген контролдә тота) һәм башҡа микроэлементтар бар. Көрән дөгө иң файҙалыһы. Эшкәртеү процессында ул ашауға яраҡһыыҙ ҡабыҡтарынан ғына таҙартыла, ә витаминдарға иң бай өлөшө – көрпә тышлығы ҡалдырыла.

8)

9) Арпа бутҡаһы башҡалар менән сағыштырғанда , матдәләр алмашыныуында һәм мейенең яҡшы эшләүендә мөһим роль башҡарған фосфорға 2 тапҡырға бай ризыҡ. Бер генә етешһеҙлеге: әҙерләүе мәшәҡәтлерәк. Уны бешерер өсөн 1,5 сәғәт ҡайнатырға, ә тиҙерәк бешһен өсөн иһә, утҡа ҡуйғансы 3 сәғәт самаһы һыуҙа тоторға кәрәк. Шулай уҡ, бешкән бутҡаны эҫеләй ашамаһаң – тәмһеҙләнәсәк.

10)

11) Манный бутҡаһы. Манныйҙа витаминдар әҙерәк, сөнки ул ҡабығынан таҙартылған бойҙай орлоҡтарынан етештерелә. Уның өҫтөн яғы ла бар: тиҙ бешкәне өсөн бүтән файҙалы матдәләре һаҡлана. Манный бутҡаһы күпкә еңелерәк һеңдерелә, сөнки унда клетчаткалар юҡ. Шуға күрә лә уны ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары менән сирләгән кешеләргә кәңәш итәләр.

 

6. Дәрескә ингән уҡытыусылар һәм ата – әсәләр өсөн махсус тест. “Тормошҡа ҡарашың ниндәй?”



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.