|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ике вариантта ла тәүҙә дәрес тураһында дөйөм мәғлүмәт бирелә. ⇐ ПредыдущаяСтр 2 из 2 Ике вариантта ла тәүҙә дәрес тураһында дөйөм мәғлүмәт бирелә. Миҫал өсөн “Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр” темаһына технологик картаның фрагментын ҡарайыҡ. Предмет: Башҡорт теле. Дәрес темаһы: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Дәрестең тибы:яңы белем үҙләштереү дәресе. Тағы белем һәм күнекмәләрҙе актуалләштереү дәресе; белем һәм күнекмәләрҙе комплекслы ҡулланыу; белем һәм күнекмәләрҙе системаға һалыу һәм дөйөмләштереү; белем һәм күнекмәләрҙе контролләү; белем, күнекмә һәм оҫталыҡтарҙы коррекциялау; ҡатнаш дәрес. - 97-се бит (өҫтә) Маҡсат һәм бурыстар:а) белем биреү:уҡыусыларҙың яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр тураһындағы белемдәрен киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү; яңғыҙлыҡ исемдәрҙең телмәрҙәге урынын һәм ролен аңлау; б) үҫтереү: уҡыусыларҙың телмәрен, орфографик зирәклеген үҫтереү; в) тәрбиәүи: ғаилә ағзаларына һөйөү тәрбиәләү. Көтөлгән һөҙөмтәләр: дәрес темаһы һәм маҡсатына ярашлы шәхси (мәҫәлән, уҡыусыны үҙ-үҙен тикшерергә, үҙенең эшмәкәрлеген баһаларға, дөйөм эшкә үҙе индергән өлөштө билдәләргә өйрәтеү; төркөмдә эшләргә күнектереү һ.б.), метапредмет (эшмәкәрлектең иң оптималь алгоритмын һайлай белергә, анализларға һәм дөйөмләштерергә күнектереү һ.б.) һәм предмет (яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәртураһында алдағы баҫҡыстарҙа үҙләштерелгән белемде актуалләштереү; “яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр” грамматик төшөнсәһенә аңлатма биреү һ.б.) һөҙөмтәләре күрһәтелә. Үҙләштереүгә тәғәйенләнгән грамматик төшөнсәләр:исем, яңғыҙлыҡ исем, уртаҡлыҡ исем; яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Предмет-ара бәйләнеш:рус теле, әҙәби уҡыу. Дидактик саралар: дәреслек, Уҡыу-уҡытыу ресурстары (әсбаптар):«Башҡорт теле» дәреслеге, эш дәфтәрҙәре, төркөмдәрҙә эш өсөн дидактик карточкалар һ.б. Ҡулланылған йыһаздар (дәресте йыһазландырыу): презентация, йөкмәткеле (сюжетлы) һүрәттәр, уҡыусыларҙың ғаиләләре фотоһы, Ғаилә йылы эмблемаһы һ.б. Эште ойоштороу формалары:фронталь, индивидуаль, парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эш. Артабан таблица формаһында дәрестең технологик картаһы төҙөлә. Тәүге бағанала дәрес этаптары күрһәтелә. Мәҫәлән, яңы белем үҙләштереү дәресе түбәндәге этаптарҙан торорға мөмкин: 1. Психологик инеш (ойоштороу мәле). 2. Булған белемдәрҙе актуалләштереү (өйгә эште тикшереү, үтелгәнде ҡабатлау). 4. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Уҡыусыларҙа уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу (дәрестең маҡсатын, бурыстарын билдәләү). 5. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Яңы белемде беренсел (тәү тапҡыр) үҙләштереү (яңы теманы аңлатыу). 6. Материалды аңлау кимәлен тикшереү. 7. Беренсел нығытыу, ғәмәли эштәр (үтелгәнде нығытыу). 8. Үҙләштерелгәнде контролләү, ебәрелгән хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе анализлау, уларҙы төҙәтеү, коррекциялау. 9. Өйгә эш биреү. Инструктаж үткәреү. 10. Рефлексия. 11. Дәресте йомғаҡлау. 12. Баһалау. Икенсе бағанала эш төрҙәре, форма, метод һәм алымдар күрһәтелә. Артабан дәрестәге педагогик эшмәкәрлек йөкмәткеһе тураһында мәғлүмәт бирелә. Бында уҡытыусы һәм уҡыусылар эшмәкәрлеге ике графала айырым күрһәтелә. Һуңғы ике бағанала эш процесында формалаштырылыусы универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре һәм планлаштырылған һөҙөмтәләр яҙыла. Улар предмет буйынса уҡыу планы һәм уҡытыусының эш программаһына ярашлы билдәләнә. Технологик картала дәрестең тәрбиәүи һәм үҫтереү маҡсаттарын тормошҡа ашырыу буйынса эш төрҙәре лә сағылыш табырға тейеш. Йәш уҡытыусы үҙенә уңайлылыҡ өсөн технологик картаға дәрестең һәр этабына планлаштырылған ваҡытты, ҡулланылған сараларҙы, аралаш тикшереү ысулдарын билдәләү өсөн өҫтәмә графалар булдыра ала. Компьютерҙа бер дәрестең шаблонын төҙөп алһаң, ҡалған дәрсетәрҙе ошо таблицаға ярашлы планлаштырырға була. - 98 -се бит (өҫтә) Технологик карта фрагменты (1-се вариант):
Технологик карта фрагменты (2-се вариант):
- 99 -сы бит [1] https://rosuchebnik.ru/metodicheskaja-pomosch/materialy; Социальная сеть работников образования https://nsportal.ru/shkola/russkiy-yazyk; Фонд 1 сентября https://xn--d1arcx.xn
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|