|
|||
Башҡорт теле дәресенең технологик картаһыСтр 1 из 2Следующая ⇒ Башҡорт теле дәресенең технологик картаһы Р.Ә. Абуталипова, филология фәндәре докторы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры
Федераль дәүләт белем биреү стандарттары заманса дәрескә уның һөҙөмтәлелеген күтәреүҙе күҙ уңында тотҡан яңы бурыстар ҡуя: уҡытыусы һәр дәрестә предмет буйынса программала билдәләнгән кимәлдә һәм күләмдә белем биреү менән бер рәттән, шәхси, предмет һәм метапредмет компетенцияларын һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив) формалаштырырға; уларҙы шәхес булараҡ үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек ысулдары менән ҡоралландырырға тейеш. Юғары талаптарҙы системалы рәүештә тормошҡа ашырыу өсөн дәрестең һәр этабында формалаштырылырға тейешле эшмәкәрлек төрҙәрен дәрестең план-конспектында ла сағылдырырға була. Тәжрибәле методистар һәм уҡытыусылар был маҡсатта дәрескә әҙерләнеү этабында план-конспект түгел, ә бөтә эшмәкәрлек төрө асыҡтан-асыҡ күренеп торған технологик карта төҙөргә тәҡдим итә.[1] Технологик карта ярҙамында уҡытыусы уҡыу материалын бербөтөн система булараҡ ҡабул итеп, теманы үҙләштереү буйынса уҡыу-уҡытыу процесын курстың маҡсаттарына ярашлы проектлай. Уҡытыусы менән уҡыусыларҙың педагогик эшмәкәрлеген планлаштырыуҙың заманса формаһы булған технологик картаның традицион план-конспекттан өҫтөнлөгө түбәндәгеләр менән бәйле: - уҡытыусы технологик карта төҙөгәндә дәрестең һәр этабында үҙенең эшмәкәрлеген уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге менән бәйләү мөмкинлеген күҙаллай, уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәрен планлаштыра; - технологик карта тема, бүлек һәм бөтә курсты өйрәнеү барышында универсаль уҡыу эшмәкәрлеген һәм көтөлгән һөҙөмтәләрҙе формалаштырыу эшен планлаштырырға ярҙам итә; - уҡытыусыға һәр сиреккә, ярты йыллыҡҡа һәм уҡыу йылына үҙ эшмәкәрлеген проектлау мөмкинлеге бирә; - теге йәки был теманы өйрәнеү маҡсатынан алып уны өйрәнеүҙең һәр баҫҡысында көтөлгән һөҙөмтәләргә тиклемге эш төрҙәренең эҙмә-эҙлелеген ентекле аса, планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе диагностикалай; - технологик картаны анализлап, уҡытыусы көтөлгән һөҙөмтәне маҡсат менән тап килтерә, һығымталар яһай ала; - ентекле уйлап төҙөлгән технологик карта уҡыу-уҡытыу процесында ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индереү, синхронлаштырыу мөмкинлеге бирә. Интернет селтәрендә технологик картаның күп төрҙәре тәҡдим ителә. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, түбәндәге ике вариант - иң ҡулайлылары. Тәүгеһе тәжрибәле уҡытыусылар өсөн уңайлы булһа, икенсеһен йәш уҡытыусылар ҡуллана ала.
|
|||
|