Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Миҙгелдәр



Миҙгелдәр

(♫ №7)

Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар,

Үҙ төҫө бар һәр айҙың.

Зәңгәр сирень, йәшел үлән

Бигерәк йәмләй яҙҙы!

Йәй айҙарын алла-гөллө

Хуш еҫле сәскә биҙәй.

Ҡыуанып һайраған ҡош та

Шул гүззәлекте һиҙә.

Уңған көҙ урманды буяй

Ҡыҙыл, һары төҫтәргә.

Шунан ҡышҡа ҡала инде

Ергә аҡ ҡар өҫтәргә.

Сиратлап миҙгелдәр ергә

Сағыу биҙәктәр һала.

Шуға йылдың һәр бер айын

Һағынып көтөп алам.

                                              Т. Дәүләтбирҙина

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.