Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





класс сығыш яһай. Хәстәрләй ул беҙҙе һәр көндә.. Кемдәр килгән, кемдәр юҡ дәрестә. Шылтырата - сәбәбе ниҙә.. Ярҙам итә



5. 8 класс сығыш яһай

Синыф етәксеһе - әсәй беҙгә,

Хәстәрләй ул беҙҙе һәр көндә.

Кемдәр килгән, кемдәр юҡ дәрестә

Шылтырата - сәбәбе ниҙә.

Ярҙам итә кәңәштәре менән

Үҙ артынан әйҙәй яҡтыға.

Синыф етәксеһе- әсәй кеүек

  Балаларын өндәй яҡшыға.

- Хөрмәтле синыф етәкселәре. Һеҙҙе әсәй кеүек яҡын күргән балаларығыҙ бөгөн байрам уңайынан һеҙгә булған йылы хистәрен рәхмәт хаттары аша еткерә.

Һүҙ 9 cиныф уҡыусыларына бирелә.

- Хөрмәтле Нурсилә Фәтих ҡыҙы. Уҡыусыларығыҙҙың ҡотлау сәләмен музыкаль бүләк аша ҡабул итеп алығыҙ.

6. выступление 9 класса

- Киләһе рәхмәт хаты Гөлфирә Фәтих ҡыҙына тәғәйенләнә. (уҡыйҙар)

- Гөлфирә Фәтих ҡыҙы. Байрам бүләге итеп ҡошсоҡтарығыҙан музыкаль бүләкте ҡабул итеп алығыҙ.

7. Выступление 8 класса

-Артабан ҡотлауҙар сәләме 7 cиныф етәксеһе, биолгия, химия уҡытыусыһы Рәмзилә Рауил ҡыҙына юллана һәм рәхмәт хатын тапшырырға 7 cиныф уҡыусылары күптәнән үҙ сиратын түҙемһеҙләнеп көтөп тора. Рәхим итегеҙ.   (Уҡыйҙар)

8. Выступление 6 класса

- 15 балаға баш булған герой-әсә беҙҙең мәктәптә  кем ул?

 -Кем булһын, Әлиә Кинйәбай ҡыҙы.  

- О боже, представляю уға түҙем бирһен, Хоҙай.

-Нисауа, Әлиә Кинйәбаевна тәжрибәле әсәй ул, унда кемдәр генә тәрбиәләнмәгән.

- Ана балалары тулҡынланып үҙ сиратын нисек көтөп тора бөгөнгө ҡотлауҙар программабыҙҙа. Бирәйек һүҙҙе үҙҙәренә. (ҡотлайҙар)

Әлиә Кинйәбай ҡыҙы! Киләһе музыкаль бүләк һеҙҙең өсөн

                                              9. Выступление 6 класса

- Тәүге тапҡыр урта баҫҡысҡа аяҡ баҫыусы бишенселәрҙең әсәләре эй уңған, эй сос. Синыф менән тыуған көндәрен дә билдәләнеләр, Ғәни апаға өлөкөгөн ярҙамға барып та ҡайттылар.

- Рузидә Ғилфан ҡыҙын байрам менән ҡотларға уҡыусылары күптән ашҡына. Көттөрмәйек үҙҙәрен. Рәхим итегеҙ бишенселәр

(рәхмәт хаты тапшырыла)

- Рузидә Ғилфан ҡыҙы. Байрамығыҙ ҡотло булһын. Бишенсе синыфтың ҡотлау сәләмдәре һеҙҙең өсөн.

                                                      10. Выступление 5 класса

-Бөгөн ҡунаҡта беҙҙә ветеран уҡытыусылар ҙа бар

-Хөрмәтле ветеран укытыусылар!

Оҙон ғүмер юлы эҙен һалған,

Салланғандар сикә сәстәре.

Хөрмәт итә һеҙҙе өлкән ҡарттар,

Яраталар ауыл йәштәре.

Ҡартлығыңа ышанаһың килмәй,

Йөрәгең йәш һинең һаман да.

Ҡарап торһаң күҙ алдыңа килә

Йәп-йәш нарат иркен яланда.

Йәш наратлар үҙ төҫтәрен юймай,

Ниндәй һалкын елдәр иҫһә лә.

Йәшлек дәртен һеҙ ҙә һаклағанһыҙ,

Йылдар инде бик күп үтһә лә.

 

- Байрам менән һеҙҙе хөрмәтле хеҙмәт ветерандары. Һеҙҙең хеҙмәт юлы барыһына үрнәк. Беҙҙә үҫеп етеп һөнәр һайларбыҙ һәм һеҙҙең кеүек илебеҙгә кәрәкле хеҙмәт һөйгән шәхестәр булырбыҙ.

   - Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, һеҙгә ҘУР РӘХМӘТ, уҡытыусылар!

 

Байрамығыҙ менән, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, һаулыҡ булһын.

“Йыр-бейеүҙәр булһын бүләгем” ҡотлауҙар программабыҙ аҙағына етте. Һау булығыҙ!

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.