Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Кескәй дуҫтарым



 

- Хәйерле кис, хѳрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар!

 

-Йыл һайын 5 октябрҙә 100-ҙән ашыу илдә бѳтә халыҡ мәғарифы ѳлкәһендә эшләгән барлыҡ эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың һѳнәри байрамы билдәләнә. 1966 йылдың 5 октябрендә Парижда конференцияла уҡытыусыларҙың статусы тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыла. Совет осоронан башлап, 44 йыл инде, был байрам октябрҙең башында билдәләнеп кителһә, ниһәйәт,1994 йылда уҡытыусылар кѳнѳ итеп 5 октябрь иғлан ителде.

 

-Уҡытыусы!

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Ҡурсалай, һөйә, ҡәҙерләй!

 

-Уҡытыусы!

Ниндәй бөйөк исем!

Кешелеккә белем биреүсе.

Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә

Изгелек нурҙарын сәсеүсе.

 

Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлар өсөн һүҙ мәктәп директоры (дублер) ----------------бирелә.    (дублер һөйләй)

                                  

Һаумыһығыҙ хөрмәтле, яратҡан уҡытыусыларыбыҙ. Һеҙҙе бөтә уҡыусылар исеменән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Беҙҙең мәктәптә бөгөнгө көндә 14 уҡытыусы балаларға төплө белем бирә. Улар барыһы ла юғары белемлеләр, үҙ һөнәрҙәренә тоғролар, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылалар, белемдәрен камиллаштырып торалар. Шуға күрә лә беҙҙең мәктәп уҡыусылары сығарылыш имтихандарын яҡшы тапшыралар. Был әлбиттә уҡытыусыларҙың фиҙәҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһе. Дәртле, талантлы, тырыш уҡытыусыларыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ижади бейеклектәр, ғаилә именлеге теләйем. Байрам менән һеҙҙе, уҡытыусылар!

 

 

Һүҙ уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары __________ бирелә.

 

Дублер:: Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотайым. Ниндәй генә һөнәр эйәһен алмайыҡ, уларға белем, тәрбиә биреүсе - уҡытыусы. Уҡытыусы булып китмәйҙәр, уҡытыусы булып тыуалар. Сөнки был һөнәргә бары тик сабырҙар, түҙемлеләр, ысын рәүештә бабаларҙы яратҡандар ғына эйә була ала. Төнгә тиклем дәфтәр тикшереүҙәр, өйгә эштәр эшләү, консультациялар, төрлө байрамдарға әҙерләнеүҙәр, журнал тултырыу һәм дә башҡа иҫәпһеҙ- хисапһыҙ документтар менән эш итеү, төрлө тикшереүҙәргә әҙерләнеүҙәре тик ысын уҡытыусы ғына тыныс ҡабул итә һәм һис тә эштең ауырлығы менән зарланмай. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ ана шундайҙарҙан. Һәм быға уларҙың педагогик хеҙмәт стажы ла дәлил. Һеҙҙең барығыҙға ла һәр саҡ күтәренке кәйеф, көслө рух, ғаиләлә ныҡлы тыл, балаларығыҙҙың иҫән –һау булыуын , көр күңел теләйем. Байрам менән һеҙҙе!

 

-Һүҙ тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары --------------бирелә.

 

 

Дублер: Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе барығыҙҙы ла матур байрам- уҡытыусылар көнө менән ҡотлап уҡыусылар менән һеҙҙең  өсөн “Йыр-бейеүем  булһын бүләгем” исемле концерт программаһын әҙерләнек. Уҡыусыларҙың йөрәк түренән сыҡҡан музыкаль бүләк бөгөн фәҡәт һеҙҙең өсөн.

 

 Сәхнәлә ҡыҙҙар башҡарыуында “Кескәй дуҫтарым” йыры яңғырай. Ҡаршы алығыҙ.

 

 

1. Кескәй дуҫтарым

 

 

- Директор. Ошо һигеҙ хәрефтән генә торған һүҙҙә күпме яуаплылыҡ һалынған. Бөтә мәктәп уның иңендә ята. Еңел түгел директор булыуы. Бары лидер, башҡаларҙы үҙенең артынан эйәртерҙәй, яуаплылыҡтан ҡурҡмаған көслө шәхес кенә директор вазифаһын башҡара ала. Һәм беҙҙең Ринат Ашраф улы ла шундайҙарҙан. Директор ғына булып ҡалмай уҡыусыларға география, хеҙмәт дәрестәрен уҡыта , әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе бирә. Бөгөнгө байрам уңайынан уҡыусылар ойошмаһы _________________________ ҡотлау грамотаһы әҙерләне. Уны тапшырыу өсөн сәхнәгә __________________________саҡырам

                                            (Ҡотлау грамотаһы бирәләр)

 

 

- Дәрестәр теҙмәһен төҙөү рәхәт эшме? Мәктәптә уҡытыу эштәрен ойоштороу, уҡыу сифатын күтәреү буйынса эш йәйелтеү, бының өсөн мөмкинлектәр булдырыу, уҡыу процесын контролдә тотоу кемдең иңендә. Әлбиттә уҡытыу эштәре буйынса директор урындаҫары Дилә Әхтәм ҡыҙында. Үҙ эшен оҫтаһы булғанға ла дәүләтебеҙ кисәге көн Дилә Әхтәм ҡыҙын мәғариф алдынғыһы тигән юғары награда менән бүләкләне. Дилә Әхтәм ҡыҙын беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм ҡотлау грамотаһын тапшырыу өсөн һүҙҙе _____________________________

                               

                                ( грамота тапшырыла)

 

-Хөрмәтле    _________(директор) һәм (завуч) 5 синыф башҡарыуындағы музыкаль бүләкте һеҙгә юллайбыҙ.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.