|
|||
Башҡорт халыҡ әкиәте “Һоросай менән Ҡарасай”
Бабай ҙ а, ә бей ҙ ә бесә йҙ ә рҙ е бик яратҡ ан. Ҡ ара бесә йҙ е Ҡ арасай тип, һ оро бесә йҙ е Һ оросай тип кенә йө рө ткә ндә р улар. Һ оросай бик уң ғ ан булғ ан. Ул, тө н йоҡ ламай, сысҡ ан тота, кө ндө ҙ ҙ ә тик ятмай, бө тә тишек-тошоҡ то кү ҙ ә теп тора, ә бейҙ ең бө тә ашамлыҡ нә мә лә рен сысҡ андарҙ ан һ аҡ лай, ти. Ҡ арасай бик ялҡ ау булғ ан. Бер ҙ ә сысҡ ан-маҙ ар тотоп мә шә ҡ ә тлә нмә гә н. Тө нө н ә бейҙ ең һ ө тө н эсеп, ҡ аймағ ын ашап ҡ уя ла, кө ндө ҙ, тү шә ккә менеп, мырылдап йоҡ лай ҙ а ята, ти, был. Ә бей аптырауғ а ҡ алғ ан. Уйынмы ни! Ике бесә й аҫ ырайҙ ар, шуғ а ҡ арамаҫ тан, һ ә р кө н тө ндә һ ө т менә н ҡ аймаҡ ашап ҡ уйылғ ан була. Ни эшлә ргә кә рә к? Тота ла был ҡ артына ә йтә: – Шулай ҙ а шулай, тө н булдымы, ҡ аймаҡ менә н һ ө ттө ашап китә лә р. Был, ахыры, ү ҙ ебеҙ ҙ ең бесә йҙ ә р эшелер, – ти – Ҡ айһ ыһ ы эшлә не икә н был яуызлыҡ ты? – ти ҡ арт. – Белмә йем шул, – ти ә бей, – Ҡ арасай былай бик аҡ ыллы кү ренә инде: нисә ҡ арама тү шә ктә генә ултыра, Һ оросай эше булырғ а тейеш был. Былар тағ ы һ ынап ҡ арарғ а булалар. Ҡ арасай тө нө н тағ ы һ ө т менә н ҡ аймаҡ ҡ а зыян килтерә. Ө ҫ тә ү енә, аҙ ыраҡ майҙ ы ла ауыҙ итеп ҡ уя. Һ оросай был тө ндө лә сысҡ ан артынан йө рө п ү ткә рә. Иртә геһ ен Ҡ арасай тү шә ккә менеп ята ла мырылдап йоҡ лап китә. Һ оросай, ғ ә ҙ ә тенсә, тағ ы тишек-тошоҡ тарҙ ы һ ағ алап йө рө й. Бабай ә йтә: – Дө рө ҫ, Һ оросай эше булырғ а кә рә к был, – ти. – Эйе, эйе, – ти ә бей, – Ҡ арасай бик инсафлы, гел шулай ул. Шунан бабай менә н ә бей кә ң ә ш итә лә р ҙ ә, Һ оросайҙ ы урманғ а алып барып олаҡ тырырғ а булалар. Бер кон бабай уны тоҡ ҡ а һ алып алып китә лә ҡ араң ғ ы урманда ҡ алдырып ҡ айта. Һ оросай, яң ғ ыҙ ы ҡ алғ ас, ҡ айҙ а барырғ а белмә й, бер аҙ аптырай йө рө гә н, ти. Ул арала ҡ араң ғ ы ла тө шө п китә, бү релә р ҙ ә олой, ө кө лә р ухылдаша башлағ ан, ти. Һ оросай шө рлә п тә ҡ уя икә н. Шул саҡ, югереп килеп, ағ ас башына менеп, ү ҙ енсә тауыш сығ арып, мыяулап ултыра башланы, ти, был. Урмандағ ы йә нлектә рҙ ең бесә й мыяулағ анын ишеткә не юҡ икә н. Былар бө тө нлә й аптырашта ҡ алғ ан. Килеп һ орарғ а ҡ урҡ алар. Ни эшлә мә к кә рә к? Йыйылышып алалар ҙ а кә ң ә ш итә лә р. Айыу ә йтә: – Тә ү ҙ ә беҙ уның кем икә нен белә йек, шуның ө сө н арабыҙ ҙ ан берә ү ҙ е һ айлап ебә рә йек. Бү ре ә йтә: – Ундай эшкә Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө бик шә п була торғ ан. Ул барһ ын. Тө лкө ә йтә: – Юҡ, мин булдыра алмайым: ауырып торам. Унда бына Шешҡ олаҡ барырғ а тейеш. Шешҡ олаҡ ҡ уян, бахыр, ҡ урҡ ыуынан шө рлә п ү к ебә рҙ е, ти. Шулай ҙ а ни эшлә һ ен инде, бармай булдыра алмай. Ни ө сө н тиһ ә ң, тегелә р быны тотоп ашарғ а ғ ына торалар. Шешҡ олаҡ ҡ алтырана-ҡ алтырана ғ ына Һ оросай ултырғ ан ағ ас тө бө нә килеп ө ндә ште, ти: – Ә йтегеҙ се, һ еҙ кем булаһ ығ ыҙ? Һ оросай, тегенең ҡ урҡ ҡ анын һ иҙ еп, батырайып китте, ти. – Минме? Мин бесә й затымын. Исемем бесә й батыр булыр. – Ни телә йһ ең, бесә й батыр? – Минме? Миң ә сысҡ ан кә рә к. Сысҡ ан килтерегеҙ миң ә! Сысҡ андарҙ ы ҡ ырып бө ткә с, унан тағ ы кү ҙ кү рер!.. Шешҡ олаҡ ҡ уян ҡ айтып, тегелә ргә хә бә рҙ е һ ала. Урмандағ ы барлыҡ йә нлектә рҙ е йыйып, бесә й батыр ө сө н сысҡ ан тоторғ а сығ ып китә лә р. Эй йө рө йҙ ә р, ти, былар урманды ҡ ыҙ ырып, эй йө рө йҙ ә р, ти, тик береһ е лә сысҡ ан таба алмай, ти. Кисен тағ ы айыу янына йыйылалар. Ни эшлә ргә кә ң ә ш итә лә р. Тө лкө ә йтә: – Бө гө нгә беҙ бына Шешҡ олаҡ ҡ уянбикә не балалары менә н биреп торайыҡ. Ә иртә гә тағ ы кү ҙ кү рер, – ти. Бү ре тө лкө гә ә йтә: – Иртә гә сирут һ иң ә була. – Юҡ, минең ҡ ойроҡ бик ҙ ур бит, иртә гә һ ин барырһ ың. Айыу ә йтә: – Юҡ, йә мә ғ ә т, былай ярамай. Былай барһ а, ул беҙ ҙ е берә м-берә м ашап бө тө рө р, беҙ уны саҡ ырып һ ыйлап ҡ арайыҡ... Шунан былар бесә й батырҙ ы саҡ ырып һ ыйламаҡ булалар. Һ ә р ҡ айһ ыһ ы ү ҙ енсә ә ҙ ерлә нә: айыу бал килтерә, бү ре һ арыҡ ите килтерә, Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө тауыҡ ите килтерә, Шешҡ олаҡ ҡ уян уҫ аҡ ҡ айрыһ ы алып килә. Һ ый ә ҙ ерлә п бө ткә с, Һ оросайҙ ы саҡ ырырғ а ә леге Шешҡ олаҡ ҡ уянды ебә рә лә р. Шешҡ олаҡ ҡ уян Һ оросай янына килеп, ҡ урҡ а-ҡ урҡ а ғ ына ө ндә шә: – Мин һ еҙ ҙ е, бесә й батыр, ҡ унаҡ ҡ а саҡ ырып килгә йнем. Һ оросай ҙ а сер бирмә й: сысҡ ан таба алмай асыҡ ҡ ан булыуына ҡ арамаҫ тан, ойоп ҡ ына ултырғ ан була. Шешҡ олаҡ тың ҡ урҡ ҡ анын кү ргә с, ул тағ ы батырайып китә. – Ярар, барһ ам барырмын, – тигә н була был. Ү ҙ е, Шешҡ олаҡ ҡ уян ҡ айтып киткә с тә, тегенең артынан бара. Һ оросайҙ ың килергә риза булғ анын ишеткә с, тегелә р тағ ы ҡ урҡ ып китә лә р. Кем ҡ аршы алырғ а тейеш? Кә ң ә ш итә лә р. Тө лкө ә йтә: – Шешҡ олаҡ ҡ уянбикә уны белә инде, ул ҡ аршы алһ ын. Бү ре ә йтә: – Дө рө ҫ, бик дө рө ҫ, Шешҡ олаҡ ҡ уянбикә ҡ аршы алһ ын. Айыу ә йтә: – Һ еҙ риза булғ ас, мин дә ҡ аршы тү гел. Улайһ а, һ ин, Шешҡ олаҡ, ҡ ә ҙ ерле ҡ унағ ыбыҙ ҙ ы ҡ аршы ал. Ә беҙ ө йҙ ә кө тө п торорбоҙ. Шунан айыу ү ҙ е ағ ас башына менеп китә. Бү ре шул ағ ас тө бө ндә ге ялғ аш аҫ тына кереп ята. Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө сытыр аҫ тына инеп китә. Шешҡ олаҡ ҡ уянбикә генә тороп ҡ ала. Тегелә р киткә с, был да ҡ урҡ ышынан ү лә яҙ ып, бер тү ң гә к артына йә шеренә. Бына бер саҡ, эре генә атлап, Һ оросай килә. Килә был, бер-ике атлай ҙ а мыраулап ҡ уйғ ан була. Ү ҙ е тирә -яҡ ҡ а ҡ арап ала. Килеп етә лә ә йтә: – Мырам, мырамм! Бө тә геҙ ҙ е лә ҡ ырам! Ҡ айҙ а бында хужалар? Яуап юҡ. Ни ө сө н тиһ ә ң, тегелә р барыһ ы ла шө рлә п боҫ оп бө тә лә р, Һ оросай эште һ иҙ еп ала ла тағ ы нығ ыраҡ итеп мыраулай башлай: – Мырам, мырамм! Бө тә геҙ ҙ е лә ҡ ырам! Ү ҙ е шул саҡ килеп, тегелө р ә ҙ ерлә гә н һ ыйҙ ы тә млә п ҡ арай. Ҡ араһ а – бал да һ арыҡ ите, тауыҡ ите лә уҫ аҡ ҡ айрыһ ы... Был тағ ы мыраулап ҡ ысҡ ыра: – Ни эшлә п миң ә сысҡ ан ә ҙ ерлә мә негеҙ? Мырам, мырам, барығ ыҙ ҙ ы ла ҡ ырам! Тегелә р уның һ айын ҡ урҡ ышалар. «Инде ни хә л итә йек? »– тип ятҡ анда ғ ына, Һ оросай тү ң гә к артында бер нә мә һ елкенгә нен кү реп ҡ ала. Ул быны сысҡ ан тип уйлай. Ә легесә мыраулап, тегең ә табан бара башлай. – Ә һ ә, элә ктең ме?! – ти Һ оросай. – Мин һ ине кү пме ваҡ ыт эҙ лә п йө рө йө м! Быны ишеткә с, тү ң гә к артындағ ы Шешҡ олаҡ ҡ уян бө тө нлә й һ уштан яҙ а. Һ оросай инде килеп элә ктерҙ ем тигә ндә генә, кө с-хә л менә н атылып, сытыр ө ҫ тө нә менеп китә. Һ оросай аптырай, ҡ араһ а: сытыр аҫ тында ла бер нә мә һ елкенеп ята. Был тағ ы мыраулай башлай: – Ә һ ә, ҡ аптың мы? – ти был. – Юҡ, минә н ҡ асып ҡ отола алмаҫ һ ың! Һ оросай килеп, Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө нө ң сытыр аҫ тынан кү ренеп ятҡ ан ҡ ойроғ он элә ктереп ала. Шунан Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө, ҡ урҡ ышынан сытыр аҫ тынан сығ ып, йә н-фарманғ а сабып, урман эсенә инеп юғ ала. Был хә лгә Һ оросай, ү ҙ е лә бик ҡ урҡ ып, тиҙ генә яҡ ындағ ы ағ ас башына менеп китә. Теге айыу шул ағ астың башында ултыра икә н. Ҡ апыл Һ оросайҙ ың менеп килеү ен кү ргә с, был, ҡ урҡ ып, ултырғ ан еренә н йығ ылып тө шә. Шул ағ астың тө бө ндә ге ялғ ашҡ а килеп тө шә. Ә ялғ аш аҫ тында бү ре ята. Ул да ҡ урҡ ып китә. «Был Һ оросай тигә не тегелә рҙ е ашап бө ткә н икә н дә миң ә тотонорғ а булғ ан икә н», – тип уйлай. Тиҙ генә ялғ аш аҫ тынан сығ ып ҡ аса. Шулай итеп, тегелә р бө тә һ е лә ҡ урҡ ып, ҡ асып бө тә лә р, Һ оросай бер ү ҙ е тороп ҡ ала. Ҡ алыуында ни файҙ а бар инде, ә ҙ ерлә нгә н һ ый ашарлыҡ булмағ ас! Һ оросай ҡ арап тора-тора ла ағ ас башына менеп ултыра. Кискә табан был йә нлектә р тағ ы шул ергә йыйылышалар. Шешҡ олаҡ ә йтә: –Ҡ олағ ымдан тотоп сытыр ө ҫ тө нә ташланы, кем, йә нем ус тө бө ндә генә ҡ алды, ти. Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө: – Ә минең ҡ ойроғ омдан тотоп алып ырғ ытты, ү лә м икә н тип торам, – ти. Айыу: – Мин менгә н ағ асты килеп һ елкетә башланы, кем, тә гә рә п тө штө м дә киттем, – ти. Бү ре: –Ялғ аш аҫ тында ятам, эй, теге бер ваҡ ыт килеп баҫ ты, кө скә сығ ып ҡ отолдом! – ти. Ярай, былар шулай һ ө йлә шә торһ он, Һ оросай ағ ас башында ҡ айғ ырып ултыра торһ он, бө ҙ килә йек ауылғ а, инә йек ә бей менә н бабайғ а. Бабай Һ оросайҙ ы урманда ҡ алдырып ҡ айта ла: – Инде тынысландыҡ, зыян итеү се булмаҫ, – ти. Ә бей ҙ ә бик һ ө йө нә: – Шулай ғ ына булһ ын инде, – ти. Бер кис ҡ уналар былар, ике кис ҡ уналар. Ҡ араһ алар – ә бейҙ ең һ аман һ ө тө н дә эсә лә р, ҡ аймағ ын да ашайҙ ар. Етмә һ ә тағ ы, тотоусы булмағ ас, сысҡ андар ҙ а кү бә йеп китә. Бының Ҡ арасай эше икә нен инде хә ҙ ер былар тө шө нә лә р. Бахыр Һ оросайҙ ы йә ллә п алалар. Инде ни аҡ ыл итергә? Хә ҙ ер бабай Ҡ арасайҙ ы тоҡ ҡ а һ алып, ә леге урманғ а алып китә. Урманғ а килә был, бер аҙ ҡ арап йө рө й ҙ ә бер ерҙ ә туҡ тап, тоғ оноң ауыҙ ын сисә башлай. Сисеп тә ө лгө рмә й, ә леге Ҡ арасай тырнаша ла башлай. – Ә һ ә, һ ин ә ле шулай уҫ аллашырғ а уйлайһ ың мы, яуыз? – ти бабай. – Улай булһ а, мин һ ине тоҡ тан сығ армайым. Шул кө йө тоҡ тоң ауыҙ ын ҡ абат бә йлә й ҙ ә ҡ арағ айғ а аҫ ып ҡ уя, ү ҙ е ҡ айтып китә. Ҡ айта-ҡ айта, был бер илағ ан тауыш ишетеп ҡ ала. Абайлабыраҡ ҡ араһ а – тауыш бесә й балаһ ыныҡ ына оҡ шағ ан, ү ҙ е яҡ ында гына һ ымаҡ. Бабай шул яҡ ҡ а китә. Китә -китә, бер ҡ арама тө бө нә килеп сығ а. Ҡ араһ а – ҡ арама башында ә леге Һ оросай ултыра. Ҡ арт тегене кү тә реп ала ла, бик ҡ ә ҙ ерлә п ҡ уйынына тығ ып, ө йө нә алып ҡ айтып китә. Ҡ арағ ай ботағ ына аҫ ып ҡ уйғ ан Ҡ арасай тоҡ эсендә бер аҙ ята ла сығ ырғ а тырышып сә бә лә нә башлай. Сығ ырғ а ә мә л таба алмағ ас, был ҡ аты итеп мырылдап ала, улай ҙ а булмағ ас, яман итеп ҡ ысҡ ырырғ а тотона. Урмандағ ы йә нлектә р тағ ы ҡ урҡ ышып китә лә р. Йыйылып, тағ ы кә ң ә ш итә лә р. Айыу ә йтә: – Булмаһ а, бү ре дуҫ, берә йегеҙ барып килегеҙ ә ле. Тағ ы нимә һ орай икә н? Бү ре ә йтә: – Бик дө рө ҫ ә йтә һ ең, айыу ағ ай, барып килергә кә рә к. Был юлы бына Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө барһ а, һ ә йбә т булыр. Тө лкө ә йтә: – Эйе, эйе, мин дә ҡ ушылам. Икегеҙ ҙ ә бик дө рө ҫ ә йтә һ егеҙ, барырғ а кә рә к, барырғ а кә рә к. Инде Шешҡ олаҡ ҡ уянбикә – бер ө йрә нгә н йә нлек, ул барһ а, һ ә йбә терә к булыр. Айыу ә йтә: – Бик дө рө ҫ ә йтә һ егеҙ. Һ ин, Шешҡ олаҡ, бар, тағ ы барып ҡ арап кил ә ле. Нимә эшлә й икә н ул бесә й тигә ндә ре, тағ ы нимә һ орай икә н, белеп кил. Шунан Шешҡ олаҡ ҡ уян, ҡ урҡ ышынан илай-илай тағ ы китә. Тү ң гә ктә н тү ң гә ккә, тү мә рҙ ә н тү мә ргә ышыҡ лана-ышыҡ лана ғ ына, Ҡ арасай аҫ ылынып торғ ан ҡ арағ ай тө бө нә килә. Килһ ә, ни кү ҙ е менә н кү рһ ен: ҙ ур ҡ арағ ай, ҡ арағ ай башында ҙ ур ботаҡ, ботаҡ ҡ а бер тоҡ эленгә н, тоҡ эсендә ә леге бесә й ҡ ысҡ ыра. Шешҡ олаҡ башта аптырап ҡ ала, шунан, эштең ниҙ ә икә нен тө шө нө п алғ ас, шатлығ ынан һ икерә -һ икерә, тегә лә р янына ҡ айтып китә. Ҡ айта ла ә йтә: – Ҡ урҡ мағ ыҙ, иптә штә р, теге яуыз бесә йҙ е берә ү килеп, тоҡ ҡ а һ алып, биклә п киткә н! Айыу ҙ а, бү ре лә, Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө лә был хә бә ргә бик һ ө йә нә лә р. Шешҡ олаҡ ҡ уян артынан эйә реп, ә леге ҡ арағ ай янына килә лә р. Былар килгә с, тоҡ эсендә ге Ҡ арасай оторо ҡ ысҡ ырып ебә рә. Кү пме ҡ ысҡ ырһ аң да, тоҡ эсендә ятып ни эш ҡ ыраһ ың инде! Был да шул, хә ле бө тө п, тына... Тегенең тоҡ эсендә икә нен кү реп ышанғ ас, айыу ә йтә: – Туҡ тағ ыҙ ә ле, булмаһ а, мин ҡ арағ ай башына менә йем. Менә йем дә был яуызды алып тө шә йем. Айыу шатырҙ ап ҡ арағ ай башына менеп китә. Теге тоҡ эленгә н ботаҡ ҡ а етә. Шул ботаҡ буйлап тоҡ ҡ а табан килә башлай был. Килә ята, килә ята, инде килеп тоттом тигә ндә генә, ботаҡ һ ынып китә лә айыу дө рҫ ө лдә п барып тешә бер яҡ ҡ а, тоҡ эсендә ге бесә й – икенсе яҡ ҡ а. Бү ре лә, Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө лә, Шешҡ олаҡ ҡ уян да ҡ урҡ ып урман эсенә ташлана. Айыу асыуланып ҡ ысҡ ыра, ти: – Ә һ ин шулай тоҡ менә н башҡ а һ уғ аһ ың икә н ә ле, – тип ә йтә, ти, – ү ҙ ең тоҡ эсендә ятҡ аның ды белмә йһ ең! Яуыз! Шунан айыу, асыуланып, тоҡ янына килеп, Ҡ арасайҙ ы туҡ май башлай, ти. Эй туҡ май, ти был, эй туҡ май, ти, Ҡ арасай уның һ айын аҡ ыра, ти. Тауышҡ а тегелә р ҙ ә килеп еттелә р ти. Ҡ ыҙ ып алып, улар ҙ а Ҡ арасайҙ ы туҡ марғ а керешеп киттелә р, ти. Бү ре килеп тоҡ то сә йнә п-сә йнә п ҡ уя, ти. Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө килеп тырнап-тырнап ала, ти. Хатта инде Шешҡ олаҡ ҡ уян да килеп тоҡ то типкелә п китә, ти. Былар шулай туҡ май торғ ас, тоҡ эсендә ге Ҡ арасай тына. Тоҡ то сисеп ебә рһ ә лә р, эсенә н ү лгә н ҡ ара бесә й килеп сығ а. Былар аптырап ҡ алалар. Шеш ҡ олаҡ ҡ уян ә йтә: – Ү леү ен ү лгә н дә инде, ул хә тле туҡ мағ ас, ү лмә й сыҙ амаҫ. Тик бына ни эшлә п һ оро бесә й ҡ арағ а ә йлә нде икә н һ уң? Айыу ә йтә: – Мин бик ҡ аты туҡ маным шул. Минең ҡ ул тейгә н ер ҡ ара янып китә ул. Бү ре ә йтә: – Юҡ, мин бик ҡ аты сә йнә нем, мин сә йнә гә н ергә ҡ ап-ҡ ара ҡ ан һ ауа ла ҡ уя торғ ан. Кө лтә ғ ойроҡ тө лкө ә йтә: – Юҡ, мин бик ҡ аты тырнаным уны. Мин тырнағ ан ер ҡ араймай ҡ алмай. Шешҡ олаҡ ҡ уян ә йтә: – Мин һ уң, мин типкелә п ташланым бит уны. Бынау табан менә н типкелә ү гә ни сыҙ амаҡ кә рә к, ҡ арайыу тү гел, ағ арырһ ың да! Шулай итеп, урмандағ ы йә нлектә р бесә й тигә н ят йә нлектә н ҡ отолалар. Шунан урман тынып ҡ алғ ан, ти. Ә Һ оросай, ө йгә ҡ айтып, бабай менә н ә бейгә бик оҙ аҡ хеҙ мә т иткә н, ти. Вә лиева Ғ ә лимә Усман ҡ ыҙ ы Бө рйә н районы Ҡ олғ ана ауылы Етә ксеһ е: Вә лиева Гө лсә сә к Ғ ә зиз ҡ ыҙ ы Ҡ олғ ан ауыл китапханаһ ы Электр. Адрес: kulg18@mail. ru Телефон: 31738
|
|||
|