Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се бит, 3-сө эш



 

Үткәреү ваҡыты:16.04.2020      Башҡорт теле дәресе     Тема: Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

Маҡсат:ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе ижеккә бүлергә. -ҙ, -т тартынҡыларына бөткән һүҙҙәргә -ҙ, -т хәрефтәренә башланған ялғауҙар ҡушып ҡуш тартынҡылы һүҙ яһарға күнегеү.

Дәрес барышы

- Һаумыһығыҙ!

- Дәфтәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны яҙығыҙ.

16 апрель

Класта эш

“Матур яҙыу” минуты

Дәреслектең 19-сы битен ас, 7-се күнегеүҙе тап.

Һөйләмде билдәләнгән һүҙгә баҫым яһап уҡы. Билдәләнгән һүҙҙе айырып алып, ижеккә бүл. Бындай һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү үҙенсәлектәрен асыҡла.

7-се күнегеү

    Яҙҙы – яҙ-ҙы, эҙҙәрен- эҙ-ҙәрен, үтте – үт-те, көттө – көт-тө, ҡыҙҙар – ҡыҙ-ҙар, еләккә – еләк-кә, китте- кит-те.      

Һығымта. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙе ижеккә бүлгәндә, берәүһе алдағы ижектә ҡала, ә икенсеһе киләһе ижеккә күсә: көҙ-ҙәр, ҡорт-тар.

       7-се күнегеү

 һүҙҙе уҡып ишеттер: ҡаҙ, һөт, болот, кәрәҙ.

 һүҙҙең һуңғы тартынҡыһын билдәлә (т,ҙ);

т,ҙ хәрефтәренә тамамланған һүҙгә ҡаҙ, һөт һ.б. т, ҙ  хәрефтәренә башланған ялғау ҡушып, һүҙ яһа ( ҡаҙҙар, һөттәр һ.б.).

 ҡуш тартынҡылы һүҙҙе ижеккә бүлеп әйтеү (ҡаҙ-ҙар, һөт-тәр һ.б.)

 һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеп яҙ.

 эште тикшер, хаталарҙы төҙәт.

20- се бит, 3-сө эш

Сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләм һыҙмаһын ҡулланып, һөйләм төҙө. Һөйләмде үҙ-үҙеңә әйтеп, дәфтәргә яҙ. Яҙған һөйләмдәрҙе тикшер һәм хаталары булған осраҡта, төҙәтмәләр индер.

3-сө күнегеү

Айгөл уҫал ҡаҙҙан ҡурҡа.

Юлай ҡапҡаға туп индерҙе.

                   4-се эш. Эште телдән башҡар. Бирелгән һүҙҙәрҙе һәм ижектәрҙе ҡулланып ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр төҙө. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү ҡағиҙәһен иҫкә төшөр. Үҙ аллы был һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙ.

       Һығымта яһау.

 Һүҙҙең бер генә хәрефе юлда ҡалдырылмай һәм икенсе юлға бер генә хәреф күсерелмәй.

       Үҙеңдең эшеңде баһала:

Нимәгә  өйрәндем? Нимәне төшөнөүе ауырыраҡ булды? Өйрәндем:

 бирелгән һүҙҙән яңы һүҙ яһарға;

 ҡуш тартынҡылы һүҙҙе юлдан юлға күсерергә;

 эште тикшерергә, баһаларға;

Дәрестә бик матур эшләнең! Ҙур рәхмәт!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.