|
|||
ткәреү ваҡыты: 24.04.2020 Башҡорт теле дәресе.Үткәреү ваҡыты: 24.04.2020 Башҡорт теле дәресе. Тема:У-ү хәрефле һүҙҙәр. Маҡсат:у-ү хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙырға өйрәнеү. Дәрес барышы Һаумыһығыҙ! Дәфтәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны яҙығыҙ. 24 апрель Класта эш 42-се бит, 1-се эш. Һәр һүҙҙең парын тап. Түрә-тура, күрә-ҡура, була-бүлә, сүрә-Сура, һура-һүрә, түҙә-туҙа, уҡына-үкенә, үтәй-утай. - Ни өсөн һүҙҙәрҙе ошо тәртиптә парланың? Һығымта: әгәр һүҙ ҡалын булһа ухәрефе, ә нәҙек булһа үхәрефе яҙыла. 43-сө бит, 2-се эш. Һүрәтле диктант яҙ. 2-се күнегеү
Үр-мәк-се, сү-кеш, ү-лән, тур-ғай, тү-ңә-рәк, ту-ғыҙ, ҡур-саҡ. Һығымта: 1) [у] өнөн һәм у хәрефен ҡалын һүҙҙәрҙә әйтәбеҙ, ишетәбеҙ һәм яҙабыҙ, ә [ү] өнөн һәм хәрефен –киреһенсә, нәҙек һүҙҙәрҙә ҡулланабыҙ. 2) Башҡорт телендә тәүге ижек ҡалын булһа ҡалғандары ла ҡалын, тәүге ижек нәҙек булһа ҡалғандары ла нәҙек була. Ял минуты Тартынҡылар араһына у йәки ү хәрефе ҡуйып, һүҙ яһап яҙ. т, ҡ б, л м, к ш, ҡ Дәрестә һин нимәгә өйрәндең? (у-ү хәрефле һүҙҙәрҙе яҙырға). Үҙеңдең эшеңде баһала. Афарин! Бик матур эшләнең, рәхмәт!
|
|||
|