Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Музыка йырлай, команда бейей башлай. )



Сценарий

Галимйән сыға. (“Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар” музыка уйнай) .

Галимьян: Хәйерле көн, дуҫтар. Мин бөтәгеҙҙе лә оригиналь бейеу студияһына саҡырам. Бөтөнләй бейей белмәгән кешеләрҙе, МИН бейергә өйрәтәм. Ҡыҙҙар, егеттәр әйҙәгеҙ. (команда сценаға йугереп сыға)

Галимьян: 1-се хәрәкәт -усектек! (арҡаһы менән әйләнеп торалар)

Галимьян: 2-се хәрәкәт -Уҡытыусы әрләй! (бармаҡ янап залға әйләнәләр)

Галимьян: 3-сө хәрәкәт -Аҡса туҙҙырабыҙ! (кеҫәһенән уңға-һулға ҡулын һелтәй)

Галимьян: 4-се хәрәкәт -Эҫе. (ҡулдары менән елпеүесте күрһәтә)

Галимьян: 5-се хәрәкәт -алма йыябыҙ. (ҡулдары менән уңға-һулға-аҫҡа-өҫкә хәрәкәтләй)

Галимьян: Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ. Нимә килеп сығыр икән.

( Музыка йырлай, команда бейей башлай. )

Бейеү бөткәс Ильнар (капитан) сыға.

Ильнар: нима эшлайһегеҙ ул? Нима ҡыланаһығыҙ? Йә, торҙоҡ. Беҙгә бит КВН-ға әҙерләнергә кәрәк. (сәпәкәйләй)

(бөтәһе лә сәпәкәйләйҙәр)

Ильнар: Сәпәкәйләмәгеҙ, йә торҙоҡ.

Ильнар: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле дуҫтар, беҙ бөтәгеҙҙә лә күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа Сибай ҡалаһының иң отҡор, иң шәп, иң шаян “Етегән” командаһы. Беҙҙең мәктәптә йылдан-йыл КВН һөйөүселәре күбәйә. Быйыл беҙҙең командала

Ильнар: башҡорт йырсыһы Гөлсиә бар. (алға сыға,  музыка уйнай, Гөлсиә француз телендә йыр йырлай) .

Айгузәл: Гөлсиә,был йыр нимә турахында ул?(аптырай).                                                                         

Гөлсиә: нимә турахында булхын инде, башҡорт теле тураһында.                                Тағы ла беҙҙең командала башҡорт бейеүселәре бар. (Ильхан, Гөлфирә алға сығалар) Уларға ниндәй көй куйһанда улар бейей башлайҙар. (музыка уйнай, улар бейей башлайҙар “Лебединое озеро”, улар башҡортса бейейҙәр)

Ильхан: был минең класташым- Айгүзәл.(алға сыға, музыка уйнай, оялып ҡына тора) Ул шул тиклем оялсан, хатта егеттәр менән танышҡанда, исемен әйтер урынына, “оялам” тип әйтә.

Айгузәл: былар Арыҫлан менән Гайсар. (алға сығалар, музыка уйнай, бейей башлайҙар) Уларҙы 9 һаны берләштерә? Ә һеҙ беләһегеҙ нимәгә?

Гайсар: миңә 9 йәш

Арыслан: ә мин 9 класта.

Арыҫлан: Был Ғәлимйән (алға сыға, сәстәрен рәтләй, йылмая) Инде осоҡ, инде осоҡ, мәктәбебеҙҙә бер орсоҡ. (Айгузәлгә танауына төртөп китә)

Ғәлимьян: был Камилла. Ул бик текә (текә генә музыка йырлай, ул бейей башлай)

Камилла: Шулай уҡ беҙҙең командала матурҙар бар ( Камила, Фәнзилә алға сыға, музыка йырлай, улар бейей башлайҙар, Камила иҫкә бер төрлө һымаҡ ҡылана)

Ильнар: Камила, мин бит матурҙар тинем, нишләп хин сыҡтын ул? (уҙенә тартып ала)

Камила: һәм дә бик һәйбәт кешеләр. (Ильнар, Камила алға сыға, музыка уйнай)

Ильнар: шулай итеп

Бергә: БЕҘ БАШЛАЙБЫҘ (команда кулисаға китә, Айгузәл ҡала)

Айгузәл: Киләһе миниатюралар ғаилә йылына бағышлана.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.