Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





СЫНЫҒЫРҒА ВАҠЫТ



 

Гөлнара МОСТАФИНА

СЫНЫҒЫРҒА ВАҠЫТ

Әкиәт

 

Борон-борон заманда урман эсендәге өйөндә айыу балаһы йәшәгән. Уның Ҡуянбай исемле бик яҡшы дуҫы булған. Улар йәй буйы бергә уйнаған. Бына һыуыҡтар еткән. Тышта өшөттөрә башлаған. Айыухан йылы кейемдәрен кейһә лә, һыуыҡҡа сыҡҡыһы килмәгән. Тәҙрәнән ҡарап ултырып ялҡҡас, үҙе менән тәмле генә кәнфиттәр алған да, карауатына менеп ятҡан. Юрған аҫтында баллы тәмлекәстәрҙе һурырға тотонған.

Ә Ҡуянбайҙың һис өйҙә ултырғыһы килмәгән. Ул иртә менән торған да дуҫына киткән.

– Туҡ-туҡ!.. – тип ишекте туҡылдатҡан ҡуян.

– Кем бар унда? – тип һораған дуҫы юрған аҫтынан башын сығарып. Ваҡытһыҙ ишек шаҡыусыға йәне көйгән.

– Был мин – Ҡуянбай! Тышта шундай матур, әйҙә уйнарға! – тигән ҡуян балаһы.

Айыухан тороп ишек асырға йыбанған.

– Мин өшөйөм, сыҡмайым! – тип ҡысҡырған урынында ятҡан килеш.

– Ҡар бәрешеп уйнарбыҙ, өшөмәҫбеҙ, – тигән дуҫы.

Айыухан:

– Үҙең генә уйна, минең эшем бар, – тип ҡысҡырған. Ә үҙе юрған аҫтында тәмле кәнфитен һура биргән.

Ҡуян йүгереп килгән, физзарядка яһаған, эҫе генә сәй эсеп алған. Ул хәҙер бөтөнләй өшөмәгән.

 Төш еткәс йәнә дуҫына килгән.

- Әйҙә сана шыуырға! Тышта шундай матур, йылы, - тип дуҫын тышҡа саҡырған.

Айыухан ишектән башын ғына сығарып:

- Мин сыҡмайым, үҙең генә шыу, - тигән дә, икмәккә ҡалын итеп май, бал һылап, телевизор ҡаршыһына барып ултырған. Оҙаҡ итеп йәнһүрәт ҡараған.

 

Кискә табан Ҡуянбай дуҫына йәнә килгән.

- Миңә тубырсыҡ йыйыш әле, - тигән ул Айыуханға.

- Минең эшем бигерәк күп, бушамайым шул, - тип яуап ҡайтарған дуҫы. Ҡуянбайға ярҙам итергә уйламаған да. Үҙе шунда уҡ компьютерҙа уйнай башлаған.  

 Ҡыш еткән. Ҡуянбай көн дә иртән йүгергән, физзарядка яһаған. Кискә тиклем бүре, төлкөләр менән саф һауала уйнаған, сана шыуған. Ул шулай сыныҡҡан.

Айыухан иһә төшкә тиклем йоҡлаған, телевизор ҡараған, компьютерҙа уйнап тик ултырған. Шуға уның күҙҙәре ауыртҡан. Кәнфитте күп ашағас, тештәре лә һыҙлай башлаған. Ул шулай көсһөҙгә әйләнгән.

Бер көндө күп итеп ҡар яуған. Ҡуянбай тәүҙә үҙенең ишек алдын көрәгән. Шунан Айыуханға килгән.

- Әйҙә ҡар көрәйек, мин һиңә ярҙам итәм, - тигән ул дуҫына.

- Минең ваҡытым юҡ, иртәгә килерһең, - тигән айыу-малай.

Икенсе көнө Айыухан ауырып киткән. Ҡуянбай уға күп итеп дарыуҙар алып килгән. Уға тәмһеҙ дарыуҙар менән дауаланырға тура килгән.

Дуҫының рәхәтләнеп тауҙан шыуғанын тәҙрәнән генә ҡарап ултырған. Ә Ҡуянбай, саф һауала йөрөгәс, бөтөнләй ауырымаған.  Рәхәтләнеп уйнаған да уйнаған. Көн һайын Айыуханды ла тышҡа саҡырған.

Ниһайәт, бер көн дуҫы йүнәлә һәм тышҡа сыға! Был мәлдә яҙ еткән була инде. Тышта йылынған, ҡояш та нығыраҡ яҡтыртҡан.

Башҡа йәнлектәр менән бергә Айыухан да йүгергән, һикергән, уйнаған. Ул шул тиклем шатланған.

Айыухан йәй буйы тышта уйнаған, һыу ингән, ҡыҙынған. Шулай һаулығын нығытҡан. Кәнфиттәр ашамаған. Ә балды сәйенә генә һалып эскән. Уның һис кенә лә ауырып өйҙә ятҡыһы килмәгән. Инде ул белгән: әгәр телевизор ҡарап, компьютер уйнап өйҙә генә ултырһаң, һин ауырыйһың, көсөң дә булмай, уйнай ҙа алмайһың. Етмәһә, ауырттырып укол һалалар, әсе дарыуҙар ашаталар. Бынан ары Айыухан саф һауала уйнаясаҡ! 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.