Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Учалы районының арҙаҡлы кешеләре»



 

 

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль  районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

«Тыуған яҡты эш һәм ҡаҙаныштар менән маҡтап:

Учалы районының арҙаҡлы кешеләре»

исемле тыуған яҡты өйрәнеүсе

уҡыусыларҙың тикшеренеү эше район конкурсы

 

 

“Ауылымдың билдәле кешеләре” номинацияһы

              

« Уҡытыусым! Һинең исемең алдында...»

 

15 йәш, 9 класс

 

 

                                          

2018 йыл

 

Йөкмәткеһе

 

Инеш ........................................................................................... 2-3-сө биттәр

I бүлек. Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының бала – сағы, ата-әсәһе .........3-4 се биттәр

II бүлек.  Мәктәптә, училищела уҡыған йылдары......................5-6 –сы биттәр

III бүлек. Мәҫкәү мәктәбендәге эшмәкәрлеге.............................6-9 –сы биттәр

IV бүлек. “Ғаиләм – ҡәлғәм” йәки бәхетле ғаилә тотҡаһы ...............9 –сы бит

V бүлек. Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының яратҡан шөғөлдәре..................10-сы бит

VI бүлек. Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы – “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты!...........................................................................................10 –сы бит

Йомғаҡлау.........................................................................................11-се бит

Ҡушымта

 

 

  

 

 

Инеш.

Минең тикшеренеү эшемдең темаһы: “Уҡытыусым! Һинең исемең алдында...”

                                                   Уҡытыусымын тип, ғорур әйтәм,

                                   Ғүмеркәйем уҙа мәктәптә.

                                         Уҡыусылар инде ҙур үҫһә лә,

                                    Бала булып ҡала йөрәктә.

                                     

                                   Ҡайҙа улар, нисек йәшәй,

                                            Тормош юлҡайҙары ауырмы?

                                       Барыһын уйлап ҡаңғырам -

                                         Дөрөҫ юлдан бара алдымы?

 

                                             Хәреф таный белеү бер булһа

                                       Икенсеһе - тормош асылы.

                                         Донъя серҙәренә өйрәнмәһә,

                                       Уҡытыусы була алдыммы?

 

                                        Матур йәшәй, тип, ишетһәм,

                                     Ҡыуаныстан илап ебәрәм.

                                       Уҡыусымды ҡурҡмай ғына

                                   Фән тауына тағы этәрәм.

 

                                   Өйрәтәм рухи байлыҡҡа,

                                  Асам ата-баба серҙәрен.

                                   Насар холоҡ-фиғелдәрен

                                            Уҡыусым һис ҡасан күрмәһен.

 

                                   Уҡыу йортона керһәләр,

                               Миҙал алып зирәктәр,

                           Тағы уйлайым мин:

                                 Яратҡан эшем мәктәптә

                                   Килеп - ҡайтып үтмәгән.

 

Бына шулай буш ваҡыттарында илһамланып шиғырҙар ҙа яҙырға өлгөрә яратҡан уҡытыусым...  

Мин Бапанина Регина Ришат ҡыҙы  булам. Мәҫкәү урта мәктәбенең 9 –сы класында белем алам. Етәксем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лоҡманова Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы.

Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә яратҡан уҡытыусым – Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, уның бала – сағы,  мәктәптә, училищела уҡыған йылдары, педагогик хеҙмәте, ҡаҙаныштары  менән таныштырыуҙы үҙемә маҡсатитеп алдым.

Тикшеренеү эшемдең бурыстары:

Ø Уҡытыусым хаҡында белешмә йыйыу;

Ø Тикшеренеү эше буйынса тәжрибә туплау;

Ø Анализдар эшләп, һығымта яһарға өйрәнеү;

Ø Уҡытыусы һөнәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

 Ошо бурыстар аша маҡсатыма ирешермен, тип улайым.

Тикшеренеү эшенең объекты булып уҡытыусы һөнәре тора.

Тикшеренеү эшемдең актуаллеге:Ни өсөн мин тап шул теманы һайланым, тип уйлайһығыҙмы? Сөнки Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы – минең иң яратҡан уҡытыусыларымдың береһе. Ә яратҡан уҡытыусыһы тураһында кемдең яҙғыһы килмәһен?! Был беренсенән... Ә икенсенән, йәш быуын кешеләре араһында уҡытыусыһөнәренә ҡарата кире ҡараш йылдан – йыл нығына бара. Уҡытыусы эшенең иң кәрәкле, иң мөһим, иң ауыр, иң актуаль һөнәрҙәрҙең береһе булғанлығын иҫбат иткем килде. Быны мин тап шул тәүге уҡытыусым миҫалында иҫбатларға тырыштым. Был минең тикшеренеү эшемдең гипотезаһы.

1 –се бүлек. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы 1967 йылдың 5 мартында Учалы районының йәмле Яйыҡ буйында ултырған Мәҫкәү ауылында донъяға килә.

Яратҡан уҡытыусым тураһында күберәк белергә теләп, уны уҡытып оло юлға баҫтырған, әлеге көндә хаҡлы ялда булған уҡытыусыһына мөрәжәғәт иттем. Баҡһаң, мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ул бик әүҙем, тырыш, бар яҡлап һәләтле булған икән. Бына шулар тураһында миңә хаҡлы ялдағы уҡытыусы – ветеран, тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла булып эшләгән  Ғәлин Жәүҙәт Лоҡман улы бына нимәләр һөйләне:

 

 

“ Зилдә апайығыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ минең иң шәп, егәрле уҡыусыларымдың береһе булды. Уҡыу буйынса ла, йәмғиәт эштәрендә лә алдынғылар рәтенән төшмәне. “Бөрөләр” исемле стенгазета сығара торғайныҡ улар менән бергәләшеп. Шул ваҡытта уҡ иң әүҙем шиғыр яҙыусы ла ине ул. Әҙәбиәткә тартылды. Шиғырҙарҙы матур һөйләй торғайны. Ниңәлер, шул юлды һайламаны, күрәһең, бәләкәй балалар менән эшләү күңеленә нығыраҡ хуш килгәндер. Үҙ ауылының илһөйәре булды һәм әлеге көндә лә шул юлдан ситкә тайпылмай эшләй” – тип һүҙен бөтөрҙө ветеран уҡытыусы.

Мәҫкәү һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, уҡытыусы булыу теләге уны Белорет педагогия училещеһына уҡырға килтерә. Был турала уҡытыусым үҙе бына нимәләр һөйләй:   

“Бәләкәй саҡта, туғандарымды теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнар инем. Ҡайһы бер балалар аҡса таратып, ҡайһылары магазин эше ойоштороп, гәзит таратып ҡына ултырыр ине. Уларҙың “эше” миңә еңел күренде, сөнки урамға ҡағыҙ, ручка алып сыҡмаҫтар ине. Етмәһә, диктант яҙҙырып, насар билдә ҡуйһам, бәләкәстәр илап таралышып ҡайтып китерҙәр ине. Ошо уйын - эшем миңә бала саҡта ныҡ оҡшаны. Тәүге уҡытыусым, Тәслимә Хайбулла ҡыҙы ла, башымдан бер ҙә һыйпаманы. Белмәһәм, илатып ҡуйыр ине. Ныҡ талапсан уҡытыусы булды. Тырышып уҡырға ныҡ өндәне, ялҡауланырға ирек бирмәне. Апайың һымаҡ уҡытыусы бул, ти торғайны. Апайым, Зөһрә Алсынбай ҡыҙы, миңә үҙенең юлын ҡыуырына гел ышанып ҡараны. Әсәйем дә ике һүҙенең береһендә, Байрамғәлиндарҙан да уҡытыусы сығырға тейеш тип, йөрәгемә дәрт һалды.

 Һәм минең хыялым тормошҡа ашты! Мин – балаларҙың киләсәген хәл итеүсе шәхес!”.

2 – се бүлек.  “Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел!” тип бик хаҡ әйткән боронғолар. Был йәһәттән дә Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы ситтә ҡалмай. Йыл һайын ата –әсәһе, яҡындары рухына аяттар уҡытып тора. Бына быйыл да ул яңыраҡ асылған “Мөслимә” мәсетендә ауыл халҡын йыйнап, аят үткәреп, әруахтарҙың рухын ҡыуандырҙы. Ауылда ла, ситтә лә йәшәгән яҡын туғандарына һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙып тора. Улар өсөн апайҙары бына күптән инде атай ҙа, әсәй ҙә...Ул ғына ла түгел, мәктәптәге коллегаларының да бер үтенесен дә ситкә ҡаҡмай. Ауыл күләмендә үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Һабантуй” байрамдары, һәр төрлө өмәләр булһынмы – коллегам һәр саҡ уларҙың эсендә ҡайнай. Бына шундай коллега менән эшләүе лә күңелле, беҙҙе лә алға этәреп, дәрт өҫтәп тора!” – тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының коллегаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лоҡманова Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы.

Зилдә апайҙың  әсәһе тураһында яҙған шиғырында ошондай юлдар бар:

Инәйем булыр ине

Бик оҫта ҡул эшенә.

Ҡайҙан ваҡыт тапҡандыр

Күп балалы, етмәһә.

 

Төнөн уянып китһәм

Моңло көй тауышына.

Теген машинаһы менән бергә

Көй сығарып маташа.

 

Ул көй булыр ине

Бер көн моңло, йә дәртле.

Тегер ине балаларға

Уҡыуға кейемдәрҙе.

 

Аҡ алъяпҡыс, формалар,

Малайҙарға салбарҙар.

Таң атҡансы әҙер була

Пионерға галстуктар.

 

 

Шул арала сигер ине

Мендәрҙәргә тышлыҡтар.

Селтәрҙәрен бәйләне,

Һылтанманы юҡлыҡҡа.

 

 Был шиғыр юлдарын уҡып, Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының әсәһенә оҡшап ҡул эштәренә оҫта икәнлеген белдем. Ул да бит ниндәй генә сара үткәрмәһен, тәүҙә үҙ ҡулдары менән килешле сәхнә костюмдары тегә. Былтыр Белорет ҡалаһына Мөхәррәм Сәлимов йырҙары конкурсына балаларҙы үҙе теккән костюмдарҙа алып барып,  беренсе  урынды яулап ҡайттылар.Төрлө милли халыҡ костюмдарында уҡыусылары сәхнәлә иркенләп бейергә яраталар. Әсәһе Әҡлимә Алсынбай ҡыҙына  оҡшап ҡул эштәренә оҫта булһа, атаһына оҡшап йор һүҙле Зилдә апайыбыҙ. Алдынғы комбайнсы Әхмәҙиә Әхмәтғәли улы арыу-талыуҙы белмәй хаҡлы ялға сыҡҡансы икмәк үҫтерә.Эш араһында сәхнәнән төшмәй: скрипкаһында уйнап, моңло йырҙарын халыҡҡа бүләк итә. “Ултырған еренән шиғыр сығарып ултырыр ине, хатта уларҙы көйгә һалып йырлап та ебәрер ине. Тик бер шиғырын да яҙып алып ҡалмағанбыҙ икән, - тип хәтерләй Зилдә апай - Һуңғы көндәренә тиклем миңә генә ышанып ултырҙылар, хатта атайым мине Аллаһ ҡыҙы, тине, уны тыңлаһағыҙ кеше булырһығыҙ, тине”.  

3- сө бүлек.  Эйе, Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының теләктәре тормошҡа аша: ул 1986 йылда училищены уңышлы тамамлап, Һөйәрғол мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып, эшкә ҡайта. Был мәктәптә 2 йыл эшләй. Ошо ике йыл уның күңеленән һаман сыҡмай. Сөнки, тәүге көсөн, дәртен бер юлы дүрт класты уҡытып, уларҙы үҙен онотмаҫлыҡ итеп, үҙе ул балаларҙы иҫтән сыҡмаҫлыҡ итеп, йөрәгендә ҡалдырған. Тәүге уҡыусылары хәҙер тырышып эшләп, матур донъя көтәләр. Учалы-Өфө рейсы автобусы йөрөткән Илдар Солтановҡа ҡарап ҡына ул ныҡ һоҡлана. 

 

 

 1989 йылда Ташҡыя егете Мәүлитов Раил Ғәлиулла улы менән, сәстәрен - сәскә бәйләйҙәр һәм гүзәл тәбиғәтле күрше Ташҡыя ауылына килен булып төшә. Ташҡыя башланғыс мәктәбендә эш башлай.

 1990 йылдан алып бына инде 30 йыл яратҡан уҡытыусым Мәҫкәү урта мәктәбендә дәртләнеп эшләй.

Үҙенең бала саҡта уҡытыусы һөнәрен нисегерәк күҙ алдына килтереүе хаҡында хәҙер көлөп иҫкә ала:

“Мин, хыялый, бер нәмә лә белмәгән балаларға хәреф танырға, уҡырға өйрәтәһең дә  – шуның менән эш бөтә, тип, уйлай торғайным. Юҡ, улай түгел икән шул.

Хәреф танып, уҡырға, яҙырға өйрәткән арала, уларҙы үҙаллы тормош юлына баҫырға ла өйрәтер кәрәк. Ул бит – бала, ул бит – мин. Бына мин мәктәптән сыҡҡас нимә эшләр инем? Бөгөнгө көнгә нисек килеп етер инем? Эйе, минең эргәмдә ҡанат ҡуйып алға талпынырға, артабан белем алып,  берәй һөнәргә эйә булырға, кешеләр менән аралашып йәшәргә, Тыуған илгә хеҙмәт итергә, Әсәй булырға, ҡыҫҡаһы, кәрәкле Кеше булырға - Уҡытыусы өйрәтте!” – ти ул ихлас күңелдән.

Бар яҡлап һәләтле, тырыш, дәртле уҡытыусым бер конкурстарҙан да ситтә тороп ҡалмай, ҙур теләк менән ҡатнаша. Етмәһә, ул балаларға белем биреү менән бер рәттән, уҡыу – тәрбиә эше буйынса урынбаҫар ҙа булып эшләргә өлгәрә.  Тимәк, ул ысын мәғәнәһендә үҙ класының ғына түгел, бөтә мәктәп уҡыусыларының да тәрбиәсеһе булып сыға.

Ысынлап та, Уҡытыусыбыҙ беҙҙең өсөн Әсәй ҙә, оло серҙәш тә, яҡын дуҫ та. Бына инде нисәнсе йыл уның ҡосағынан сығып киткәнгә, ләкин мин әле лә көн дә уның класына кереп, хәлдәрен белешеп сығам. Берәй һорау килеп тыуһа, иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итәм. Уҡытыусым бер ҡасан да үтенесемде кире ҡаҡмай, һәр саҡ йылмайып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора.

 

 

“Аңлап, белеп бөтмәгән нәмәләрҙе хәҙер мин уҡыусыларым менән бергә өйрәнәм. Һаман эҙләнәм, һаман үҙемде үҫтерәм. Хәҙер улар менән бергә заманса үҫешәм.

Ошо утыҙ йылға яҡын эшләү дәүерендә мин күп нәмәне баштан үткәрҙем. Уҡытыуҙа ниндәй генә яңы технологиялар, төрлө алым, формалар ҡулланһам да, бала иң беренсе хәреф танырға, аңлап уҡырға, матур яҙырға, дөрөҫ һөйләшә белергә, иптәштәре менән аралашып, дуҫ йәшәргә һәм көн дә мәктәпкә яратҡан уҡытыусыһы эргәһенә барырға талпынып торорға тейеш. Шуны мин күҙ уңында тотоп ихлас эшләйем дә инде. Башланғыс кластар уҡытыусыһы эшендә үҙемде һыуҙағы балыҡ кеүек тоям. Балаларҙы артабан да үҙ аллы тормош юлына баҫырға ярҙам итеү маҡсатында мәктәптә тәрбиә эшен алып барам. Был эш тә миңә бик ныҡ оҡшай.          

Балалар яратҡан уҡытыусыһына, ныҡ ышанып ҡарай, тәжрибә ала, кәрәк саҡта үҙҙәре лә миңә ярҙам итә. Бөтә ауырлыҡтарҙы ла балалар менән еңеп сығам. Балалар мин үткәргән сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәренә фәһем ала, насарҙы яҡшынан айырырыға, изгелек ҡылып ҡына йәшәргә өйрәнә. Һәр бер яҡшы эшенә маҡтау ҡағыҙҙары ала. Бының өсөн үҙ эшеңде яратып башҡарырға, һәр баланың яйынан торор кәрәк...” – тип дәртләнеп һөйләй ул үҙ эше һәм уҡыусылары тураһында.  

Эйе, һәр бала мәктәпкә яратҡан уҡытыусыһын күрергә ашҡынып бара. Уның предметынан мөмкин тиклем яҡшыраҡ уҡырға, күберәк белергә тырыша. Бер генә дәресте лә ҡалдырмай йөрөй, уҡытыусыһының әйткәндәрен бөтә теүәл үтәргә тырыша, тип иҫәпләйем мин.

Ә ниндәй генә файҙалы һәм тормошсан саралар, күркәм йолалар үтмәй  беҙҙең мәктәптә Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы ойоштороуында. Ауылда булһынмы, мәктәптә булһынмы, бер генә сара ла унһыҙ үтмәй.

 

 

 

 

Бына нисә йыл инде аҙна һайын һәр төрлө тематикаға матур – матур кисәләр уҙғарып, уҡытыусы - тәрбиәсебеҙ беҙҙең күңелдәрҙе аса: “Һылыуҡай”, “Бантиктар” конкурстары, “Көҙгө бал”, “Ололар көнө”, “Өләсәйем ҡурсағы”, “Ҡатын – ҡыҙҙар көнө”, “Әсәләр көнө”, “Шәжәрә” байрамдары...

Уларҙы иҫәпләп – һанап бөткөһөҙ... Ә һеҙ күрһәгеҙ ине – һәр йыл “Яңы йыл” кисәләре ниндәй ҡыҙыҡлы , мажаралы үтә. Бер мәктәптә ул тиклем түгелдер?! Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Сөнки уларҙың һәр береһен уҡытыусым шул тиклем яратып,  дәртләнеп, бөтә күңелен һалып үткәрә. Һәр кисәнең сценарийҙарын да үҙе яҙа.

4 –се бүлек. Беҙ, мәҫәлән,  “Башҡортостан ынйылары” конкурсында ҡатнашып, төрлө номинациялар ҙа алғаныбыҙ булды. ул конкурста беҙ төрлө – төрлө йолаларға бәйле фольклор кисәләре һәм байрамдары сәхнәләштерҙек. Мәҫәлән, “Ҡаҙ өмәһе”, “Сәсеү менән бәйле йола”, “Мәҫкәү бабайҙың ейәндәре”, “ Ҡорама ҡорау байрамы”... ...

Зилдә апайыбыҙ   үҙе лә торғаны бер әртис. Яңы йыл байрамы - уның яратҡан байрамылыр, ахыры. Йыл да тиерлек байрамға клубҡа үҙе ҡыҙыҡлы бер костюмда бара. Костюмды үҙе тегә, сценарийына ярашлы ҡылана, халыҡты ҡыуандырып ҡайта. Әлбиттә, уға йыл һайын беренсе урын! Былтыр Учалыла үткән муниципаль Яңы йыл «Иң яҡшы Ҡыш бабай» конкурсында ла үҙенең костюмында ҡатнашып ҡайтты.

Буш ваҡыттарында бәйләм бәйләү, тегенеү менән шөғөлләнә. Шиғырҙар ижад итеү менән дә мауыға. Өҫтәүенә оҫта рәссам да...

 

 

                                            9

 

5 –се бүлек.  “Ғаиләм – минең ҡәлғәм!” – тип шатланып һөйләй уҡытыусым. – Тормош иптәшем, балаларым һәр яҡлап ярҙам итеп, терәк – таяныс булып торалар. Уларҙың ярҙамы, файҙалы кәңәштәре булмаһа, мин шул тиклем эштәрҙе башҡарып сыға алыр инемме икән?” – тип рәхмәтле йылмая ул.

Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ барҙыр, тип уйлайым. Өйҙә, ғаиләлә татыулыҡ булғанда, бер – береңде аңлап, хөрмәт итеп, ҡәҙерләп торғанда ғына ниндәйҙер ҡаҙаныштарға ирешеп булалыр, моғайын.

Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер улар ейән менән ейәнсәргә бәхетле өләсәй менән олатай. Оло ҡыҙы Лилиә мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Әсәһе кеүек ғүмерен балаларға бағышлау- төп маҡсаты була уның. Студент саҡта ла республика гәзиттәренә әүҙем яҙышыуын дауам итә, факультетындағы “Тулҡын” гәзитен етәкләй. 2009  йылда, уҡыуҙы тамамлап, Өфөнөң 251-се балалар баҡсаһына башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Тиҙҙән тормош иптәше менән Дияр исемле улы һәм Рания исемле ҡыҙы ата-әсә булыу бәхетенә ирештерә.  2015 йылда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында уҡып бөтөрә. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһында эшен яратып башҡара, үткән уҡыу йылында “Иң яҡшы тәрбиәсе” исемен ала. Ата-әсәләр хөрмәт итә, балаларын уға көнө буйына ышанып тапшыралар.

 Икенсе ҡыҙы Зәлиә Ауыл хужалығы университетында уҡый, инженер-технолог һөнәренә эйә буласаҡ. Әлеге ваҡытта витамин заводында эшләп йөрөй. Ғаилә ҡорорға йыйына.

 Рәшит улы Башҡорт дәүләт университетының радиотехника факультетында белем ала. Бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөй.

 

 

6 –сы бүлек. “Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙының тынғыһыҙлығына, тырышлығына һоҡланмай мөмкин түгел! – ти уның менән бына нисә йыл бергә эшләгән башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Алмас ҡыҙы ла. Быға тиклем дә ул “Самый класный класный”, “Мамы разные нужны – мамы разные важны” конкурстарында ҡатнашып, төрлө номинациялар алып, Мәғариф бүлегенең “Маҡтау ҡағыҙ”ҙары менән бүләкләнгәйне. Ә быйылғы “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыуы – уның иң ҙур ҡаҙанышы. Ҙур эшмәкәрлек талап иткән был конкурста ҡатнашыу, ҙур сәхнәлә сығыш яһау, район хакимиәте башлығының  “Маҡтау Грамотаһы” менән бүләкләнеү – үҙе бер батырлыҡ!” – тип һүҙен тамамлай ул.

Ә яңыраҡ уҡытыусым Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы утыҙ ике йылға яҡын хеҙмәте һәм тырышлығы өсөн АН ПОО “МАНО” эксперт Советы ҡарары менән “За инновации в области образования” алтын миҙалы менән наградланды. (№24\17, 23.12.2017 йыл протоколы)

Йомғаҡлау. Эйе, коллегалары тураһында йылы һүҙҙәр генә һөйләгән уҡытыусылар менән килешмәй мөмкин түгел. Мин дә яратҡан уҡытыусыма һәр саҡ һоҡланып ҡарайым. Һәм уның кеүек дәртле, йәшәүҙе ысын мәғәнәһендә яратҡан оҫта һөнәр эйәһе булғым килә, уның кеүек кешеләргә шатлыҡ өләшкем килә! Киләсәктә лә уҡытыусыма яңынан – яңы үрҙәр, бөйөк ҡаҙаныштар теләп ҡалам!

 

 

 

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.