Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья

алған эштәр бирелгән тексҡа бәйле. Иғтибарлы бул!

Инеш контроль эш

Контроль диктант

Төнгө тынлыҡ

Бөтә донъя төнгө тынлыҡҡа сумған. Күктә тулы ай йөҙә, аҡ болоттар урала, йондоҙҙар емелдәшә. Һыу буйҙарындағы бөҙрә талдар тынып ҡалған. Һыуҙа өйрәктәр ҙә, ҡаҙҙар ҙа күренмәй. Йылға әкрен генә ағыуын дауам итә.Урамдарҙағы һылыу ҡайындар, ялбыр сағандар уйға сумғандар. Кешеләр татлы йоҡоға талғандар.Ҡураларҙы һаҡлаған эттәр ҙә тынып ҡалғандар. Улар ҙа төнгө тынлыҡты һаҡлай. Тик һирәк-һаяҡ ат кешнәгән тауыштар ғына төнгө тынлыҡты боҙа. (65 һүҙ)

Грамматик эштәр:

1. Текстағы ҡылымдарҙың аҫтына һыҙырға(       ) , заманын билдәләргә.

2. Беренсе һөйләмде яҙып алырға, баш киҫәктәренә һыҙырға һәм һәр һүҙҙәң ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын яҙырға.

3. Текстағы ярҙамсы һүҙҙәрҙе яҙып алырға.

Инеш контроль эште анализлау:

Диктантты анализлау:

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

К 1

Орфографик хаталарҙы анализлау  
Орфографик хаталар булмаһа, йәки бер- ике төҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар икенән дә артыҡ булмаһа һәм ике-өс тәҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар һаны өс- дүртәү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-әү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-тән артыҡ булһа,

К 2

Пунктуацион хаталарҙы анализлау  
Пунктуацион хаталар булмаһа,
Бер пунктуацион хата ебәрелһә,
Ике пунктуацион хата ебәрелһә,
Пунктуацион хаталар һаны икенән артыҡ булһа,
  Иң юғары балл

Диктантты баһалау:

6-7 балл – “5”;

5 балл – “4”;

3- 4 балл – “3”;

1- 2 балл- “2”.

Грамматик эштәрҙе анализлау

1. Текстағы ҡылымдарҙың аҫтына һыҙырға(       ) , заманын билдәләргә.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

     Бөтә донъя төнгө тынлыҡҡа сумған(үт. з.). Күктә тулы ай йөҙә( хәҙ. з.), аҡ болоттар урала( хәҙ. з.),, йондоҙҙар емелдәшә( хәҙ. з.),. Һыу буйҙарындағы бөҙрәт талдар тынып ҡалған(үт. з.).. Һыуҙа өйрәктәр ҙә, ҡаҙҙар ҙа күренмәй( хәҙ. з.),. Йылға әкрен генә ағыуын дауам итә( хәҙ. з.),.Урамдарҙағы һылыу ҡайындар, ялбыр сағандар уйға сумғандар(үт. з.).. Кешеләр татлы йоҡоға талғандар(үт. з.)..Ҡураларҙы һаҡлаған эттәр ҙә тынып ҡалғандар(үт. з.).. Улар ҙа төнгө тынлыҡты һаҡлай( хәҙ. з.),. Тик һирәк-һаяҡ ат кешнәгән(үт. з.). тауыштар ғына төнгө тынлыҡты боҙа( хәҙ. з.),. (65 һүҙ)

Бөтә ҡылымдар ҙа дөрөҫ табылһа (13), заманы дөрөҫ билдәләнһә ,
Ҡылымдарҙың 10-12-һе дөрөҫ табылһа, заманы дөрөҫ билдәләнһә ,
Ҡылымдарҙың 8-9-ы дөрөҫ табылһа, заманы дөрөҫ билдәләнһә ,
Ҡылымдарҙың 6-7-һе дөрөҫ табылһа, заманы дөрөҫ билдәләнһә ,
Ҡылымдарҙың тапҡанда, заманын билдәләгәндә 7-нән артыҡ хата ебәрелһә ,
Иң юғары балл

2. Беренсе һөйләмде яҙып алырға, баш киҫәктәренә һыҙырға һәм һәр һүҙҙәң ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын яҙырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Бөтә донъя төнгө тынлыҡҡа сумған. Йәки

Бөтә донъя төнгө тынлыҡҡа сумған.

Һөйләмде күсереп яҙғанда хата ебәрелмәһә, һөйләмдең баш киҫәктәре дөрөҫ һыҙылһа,
Һөйләмде күсереп яҙғанда хата ебәрелһә, һөйләмдең баш киҫәктәренең береһе генә дөрөҫ һыҙылһа, йәки Баш киҫәктәр дөрөҫ һыҙылмаһа
Бөтә һүҙ төркөмдәре лә дөрөҫ билдәләнһә,
Һүҙ төркөмдәрен билдәләгәндә 1 хата ебәрелһә,
Һүҙ төркөмдәрен билдәләгәндә 2 хата ебәрелһә,
Һүҙ төркөмдәрен билдәләгәндә 2-нән дә артыҡ хата ебәрелһә,
Иң юғары балл

3. Текстағы ярҙамсы һүҙҙәрҙе яҙып алырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл
Ҙә, ҙа, генә, ғына  
Бөтә ярҙамсы һүҙҙәр ҙә теүәл яҙып алынған булһа,
2-3 ярҙамсы һүҙ дөрөҫ яҙып алынһа,
Бер генә ярҙамсы һүҙ дөрөҫ һәм бер нисә һүҙ яңылыш яҙылһа,
Иң юғары балл

 Грамматик эштәр өсөн дөйөм максималь балл – 10.

Грамматик эштәрҙе баһалау:

10 балл – “5”;

8 - 9 балл – “4”;

6 – 7 балл – “3”;

6-нан түбәнерәк балл – “2”

1 сиреккә контроль эш

Контроль диктант

Ноябрь

   Ноябрь – көҙҙөң һуңғы айы. Иртәнсәк һәм кистәрен бик һыуыҡ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Ҡар төшкәнгә тик лем, төндәр бик ҡараңғы була. Күлдәр һәм быуалар боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә. Сөнки, күлдәр туңғас, улар үҙҙәренә ем таба алмайҙар. Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә ҡыҙылтүштәр күбәйә. Улар миләш емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағына баҫыуҙарҙы, яландарҙы ҡар ҡаплай. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша. Ҡоштар ҡауын, ҡарбуз орлоҡтарын, көнбағышты яраталар. Һеҙ уларҙы әҙерләнегеҙме?

 (75 һүҙ)

Грамматик эштәр:

1. Текстан ҡушма исемдәрҙе яҙып алырға.

2. Ҡар, миләш һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә.

3. Текстан сифаттарҙы эйәреп килгән исемдәре менән яҙып алырға.

1 сиреккә контроль эште анализлау:

Диктантты анализлау:

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл
     Ноябрь – көҙҙөң һуңғы айы. Иртәнсәк һәм кистәрен бик һыуыҡ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Ҡар төшкәнгә тик лем, төндәр бик ҡараңғы була. Күлдәр һәм быуалар боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә. Сөнки, күлдәр туңғас, улар үҙҙәренә ем таба алмайҙар. Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә ҡыҙылтүштәр күбәйә. Улар миләш емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағына баҫыуҙарҙы, яландарҙы ҡар ҡаплай. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша. Ҡоштар ҡауын, ҡарбуз орлоҡтарын, көнбағышты яраталар. Һеҙ уларҙы әҙерләнегеҙме? (75 һүҙ)  

К 1

Орфографик хаталарҙы анализлау  
Орфографик хаталар булмаһа, йәки бер- ике төҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар икенән дә артыҡ булмаһа һәм ике-өс тәҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар һаны өс- дүртәү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-әү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-тән артыҡ булһа,

К 2

Пунктуацион хаталарҙы анализлау  
Пунктуацион хаталар булмаһа,
Бер пунктуацион хата ебәрелһә,
Ике пунктуацион хата ебәрелһә,
Пунктуацион хаталар һаны икенән артыҡ булһа,
  Иң юғары балл

Диктантты баһалау:

6-7 балл – “5”;

5 балл – “4”;

2- 4 балл – “3”;

1-2 балл- “2”.

Грамматик эштәрҙе анализлау:

1. Текстан ҡушма исемдәрҙе яҙып алырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл
Көньяҡ, ҡыҙылтүш, көнбағыш  
Һәр дөрөҫ табылған һүҙгә бер балл,

Дөрөҫ табылған һүҙҙәргә өҫтәп артыҡ һүҙҙәр яҙылһа, һәр хата һүҙгә бер балл алып ташлана.

Ике һүҙ дөрөҫ күсереп алынһа,
Бер һүҙ дөрөҫ күсереп алынһа,
Иң юғары балл 3

2. Ҡар, миләш һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Төп килеш: нимә? ҡар, миләш;

Эйәлек килеш: нимәнең? ҡарҙың, миләштең;

Төбәү килещ: нимәгә? ҡарға, миләшкә;

Төшөм килеш: нимәне? ҡарҙы, миләште;

Урын-ваҡыт килеш: нимәлә? ҡарҙа, миләштә;

Сығанаҡ килеш: нимәнән? ҡарҙан, миләштән.

Исемдәрҙе килеш менән үҙгәрткәндә хата ебәрелмәһә,
1-2 хата ебәрелһә, йәки 1-2 урында килеш һорауҙары буталһа,
3-4 хата ебәрелһә,
4-тән күп хата ебәелһә,
Иң юғары балл 3

3. Текстан сифаттарҙы эйәреп килгән исемдәре менән яҙып алырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл
Һуңғы айы, көслө елдәр, һуңғы япраҡтарын, (бик) ҡараңғы төндәр, һуңғы өйрәктәр,  
Бөтә һүҙбәйләнештәр ҙә дөрөҫ табылһа,
Дүрт һүҙбәйләнеш дөрөҫ табылһа,
Ике-өс һүҙбәйләнеш дөрөҫ табылһа,
Бер һүҙбәйләнеш дөрөҫ булып, ҡалғандары яңылыш табылһа,
Иң юғары балл 3
Дөрөҫ табылған һүҙбәйләнешкә  өҫтәп артыҡ һүҙҙәр яҙылһа, һәр хатаға бер балл алып ташлана.  

Грамматик эштәр өсөн дөйөм максималь балл – 9.

Грамматик эштәрҙе баһалау:

9 балл – “5”;

7-8 балл – “4”;

5-6 балл – “3”;

5-тән түбәнерәк балл – “2”

2 сиреккә контроль эш

Контроль диктант

Ҡайын ағасы

  Ҡайын республикабыҙҙың бөтә райодарында ла үҫә. Ул матурлығы менән кешеләрҙе һоҡландыра. Зифа буйлы ҡайынды маҡтап йырлайҙар. Ул кешеләрҙең һаулығын һаҡлауҙа киң файҙаланыла. Уның бөрөһө күп ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланыла. Ҡайын ҡайырыһының онтағынан дарыуҙар эшләйҙәр. Уның һуты кешенең һаулығын нығыта. Ҡайындың дегете лә ҡайһы бер дарыуҙарға ҡушыла. Ҡайын ҡиммәтле яғыулыҡ булып һанала. Уның күмерен тимерҙең таҙа сорттарын иретеп алыу өсөн ҡулланалар.

   Мунсала ҡайын миндеге менән сабыныу ҙур ләззәт бирә. Сабыныуҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы ҙур. (74 һүҙ)

Грамматик эштәр:

1. Текстан исем, сифат, алмашҡа икешәр миҫал яҙырға.

2. Етенсе һөйләмдәге исемдәрҙе яҙып алырға һәм  береһенә морфологик анализ яһарға.

3. Һаулыҡ һүҙен эйәлек заты менән үҙгәртергә.

2 сиреккә контроль эште баһалау.

Диктантты анализлау.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл
    Ҡайын республикабыҙҙың бөтә райодарында ла үҫә. Ул матурлығы менән кешеләрҙе һоҡландыра. Зифа буйлы ҡайынды маҡтап йырлайҙар. Ул кешеләрҙең һаулығын һаҡлауҙа киң файҙаланыла. Уның бөрөһө күп ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланыла. Ҡайын ҡайырыһының онтағынан дарыуҙар эшләйҙәр. Уның һуты кешенең һаулығын нығыта. Ҡайындың дегете лә ҡайһы бер дарыуҙарға ҡушыла. Ҡайын ҡиммәтле яғыулыҡ булып һанала. Уның күмерен тимерҙең таҙа сорттарын иретеп алыу өсөн ҡулланалар.    Мунсала ҡайын миндеге менән сабыныу ҙур ләззәт бирә. Сабыныуҙың һаулыҡ өсөн файҙаһы ҙур. (74 һүҙ)  

К 1

Орфографик хаталарҙы анализлау  
Орфографик хаталар булмаһа, йәки бер- ике төҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар икенән дә артыҡ булмаһа һәм ике-өс тәҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар һаны өс- дүртәү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-әү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-тән артыҡ булһа,

К 2

Пунктуацион хаталарҙы анализлау  
Пунктуацион хаталар булмаһа,
Бер пунктуацион хата ебәрелһә,
Ике пунктуацион хата ебәрелһә,
Пунктуацион хаталар һаны икенән артыҡ булһа,
  Иң юғары балл

Диктантты баһалау:

6-7 балл – “5”;

5 балл – “4”;

3- 4 балл – “3”;

1-2 балл- “2”.

Грамматик эштәрҙе анализлау:

1. Текстан исем, сифат, алмашҡа икешәр миҫал яҙырға.

Исем: ҡайын, кеше, күмер, ...

Ҡылым: үҫә, һоҡандыра, йырлайҙар, ...

Сифат: зифа буйлы, ҡиммәтле, ...

Бөтә һүҙ төркөмөнә лә дөрөҫ миҫал килтерелһә,

Дөрөҫ яҙылған һәр һүҙ бер балл менән баһалана. Улар менән бер рәттән дөрөҫ килтерелмәгән һәр һүҙ өсөн дөйөм балдан берәр бал алына

Иң юғары балл

2. Етенсе һөйләмдәге исемдәрҙе яҙып алырға һәм береһенә морфологик анализ яһарға.

Уның һуты кешенең һаулығын нығыта.

Кешенең, һуты, һаулығын.

Кешенең- кемдең? исем, кеше, тамыр исем,уртаҡлыҡ, берлектә, эйәлек килештә, 3-сө затта, эйәрсән киҫәк.

Һуты – нимәһе?исем, һут, тамыр исем, уртаҡлыҡ, берлектә, төп килештә, 3-сө затта, эйә.

Һаулығын – нимәһен? (нимәне?), исем, һаулыҡ, яһалма, уртаҡлыҡ, берлектә, төшөм килештә, 3-сө затта, эйәрсән киҫәк.

Исемдәрҙе яҙып алғанда

Бөтә исемдәр ҙә дөрөҫ яҙып алынһа,
Ике исем дөрөҫ яҙып алынһа, йәки дөрөҫ яҙылған исемдәр менән бергә артыҡ һүҙ булһа,
Бер исем генә дөрөҫ яҙып алынһа, йәки бер исем дә дөрөҫ яҙылмаһа,

Морфологик анализ яһағанда

4 морфологик билдә дөрөҫ яҙылһа,
2-3 морфологик билдә дөрөҫ яҙылһа,
1 генә морфологик билдә дөрөҫ яҙылһа, йәки эш дөрөҫ башҡарылмаһа,
Иң юғары балл

3. Һаулыҡ һүҙен эйәлек заты менән үҙгәртергә.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Минең һаулығым;

Һинең һаулығың;

Уның һаулығы;

Беҙҙең һаулығыбыҙ;

Һеҙҙең һаулығығыҙ;

Уларҙың һаулығы, һаулыҡтары.

Эш теүәл, хатаһыҙ башҡарылһа,
1-2 хата ебәрелһә,
3 хата ебәрелһә,
3-тән күп хата ебәрелһә,
Иң юғары балл

Грамматик эштәр өсөн дөйөм максималь балл – 13.

Грамматик эштәрҙе баһалау:

12-13 балл – “5”;

10-12 балл – “4”;

6-9 балл – “3”;

6-нан түбәнерәк балл – “2”.

3 сиреккә контроль эш

Контроль диктант

Ҡышты кем нисек үткәрә

    Буранлы ҡыш етте. Бөтә ерҙе мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡар ҡапланы. Урмандағы кейектәргә һәм ҡоштарға ауыр көндәр килде.

   Ҡыш айыу менән терпе үҙ өңдәрендә йоҡлайҙар. Төлкөләр, бүреләр аҙыҡ эҙләйҙәр, урман һәм ҡырҙарҙа йөрөйҙәр. Ҡуянды дошмандарынан аҡ төҫө,оҙон ҡолаҡтары, үткер күҙҙәре һәм йүгерек аяҡтары һаҡлай. Мышылар ҡышын ағас ҡайыры менән туҡлана, мүк, үлән соҡоп ашай. Ҡорҙар, һуйырҙар ҡышын ҡар аҫтында йәшәйҙәр. Ҡыҙылтүштәр, ҡарабаш турғайҙар кеше йәшәгән ерҙәргә яҡыныраҡ киләләр. Иртәнән кискә тиклем урманда тумыртҡа туҡылдауы ишетелә. (80 һүҙ)

Грамматик эштәр:

1. Текстан күплек һанында килгән ҡылымдарҙы яҙып алырға, һорауҙар ҡуйырға.

2. Дошман, оҙон, аҡ, яҡын һүҙҙәренә антоним, ауыр, йүгерек һүҙҙәренә синонимдар яҙырға.

3. Текстан тиң киҫәкле бер һөйләмде яҙып алырға. Тиң киҫәктәрҙең аҫтына һыҙырға.

Диктантты анализлау.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

    Буранлы ҡыш етте. Бөтә ерҙе мамыҡ кеүек ап-аҡ ҡар ҡапланы. Урмандағы кейектәргә һәм ҡоштарға ауыр көндәр килде.

   Ҡыш айыу менән терпе үҙ өңдәрендә йоҡлайҙар. Төлкөләр, бүреләр аҙыҡ эҙләйҙәр, урман һәм ҡырҙарҙа йөрөйҙәр. Ҡуянды дошмандарынан аҡ төҫө,оҙон ҡолаҡтары, үткер күҙҙәре һәм йүгерек аяҡтары һаҡлай. Мышылар ҡышын ағас ҡайыры менән туҡлана, мүк, үлән соҡоп ашай. Ҡорҙар, һуйырҙар ҡышын ҡар аҫтында йәшәйҙәр. Ҡыҙылтүштәр, ҡарабаш турғайҙар кеше йәшәгән ерҙәргә яҡыныраҡ киләләр. Иртәнән кискә тиклем урманда тумыртҡа туҡылдауы ишетелә. (80 һүҙ)

К 1

Орфографик хаталарҙы анализлау  
Орфографик хаталар булмаһа, йәки бер- ике төҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар икенән дә артыҡ булмаһа һәм ике-өс тәҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар һаны өс- дүртәү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-әү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-тән артыҡ булһа,

К 2

Пунктуацион хаталарҙы анализлау  
Пунктуацион хаталар булмаһа,
Бер пунктуацион хата ебәрелһә,
Ике пунктуацион хата ебәрелһә,
Пунктуацион хаталар һаны икенән артыҡ булһа,
  Иң юғары балл

Диктантты баһалау:

6-7 балл – “5”;

5 балл – “4”;

4- 4 балл – “3”;

1-2 балл- “2”.

Грамматик эштәрҙе анализлау:

1. Текстан күплек һанында килгән ҡылымдарҙы яҙып алырға, һорауҙар ҡуйырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Йоҡлайҙар, йөрөйҙәр, йәшәйҙәр, киләләр- ни эшләйҙәр?

Дөрөҫ яҙып алынған һәр ҡылымға бер балл.

Ҡылымдарҙың бөтәһе лә дөрөҫ яҙып алынған булһа,
Ҡылымдарҙың өсәүһе  дөрөҫ яҙып алынған булһа,
Ҡылымдарҙың икәүһе дөрөҫ яҙып алынған булһа,
Ҡылымдарҙың берәүһе  дөрөҫ яҙып алынған булһа,

Ҡылымдарҙың араһында икенсе һүҙ төркөмөнән ҡараған һүҙҙәр булһа, баһа кәметелә.

Иң юғары балл

2. Дошман, оҙон, аҡ, яҡын һүҙҙәренә антоним, ауыр, йүгерек һүҙҙәренә синонимдар яҙырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Антонимдар: дошман – дуҫ, оҙон – ҡыҫҡа, аҡ – ҡара, яҡын – алыҫ.

Синонимдар: ауыр – ҡыйын, йүгерек – етеҙ.

Эш тулыһынса дөрөҫ башҡарылһа,
1 -2 хата ебәрелһә,
3-4 хата ебәрелһә,
5-6 хата ебәрелһә,
Иң юғары балл

3. Текстан тиң киҫәкле бер һөйләмде яҙып алырға. Тиң киҫәктәрҙең аҫтына һыҙырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Урмандағы кейектәргә һәм ҡоштарға ауыр көндәр килде.

   Ҡыш айыу менән терпе үҙ өңдәрендә йоҡлайҙар. Төлкөләр, бүреләр аҙыҡ эҙләйҙәр, урман һәм ҡырҙарҙа йөрөйҙәр. Ҡуянды дошмандарынан аҡ төҫө,оҙон ҡолаҡтары, үткер күҙҙәре һәм йүгерек аяҡтары һаҡлай. Мышылар ҡышын ағас ҡайыры менән туҡлана, мүк, үлән соҡоп ашай. Ҡорҙар, һуйырҙар ҡышын ҡар аҫтында йәшәйҙәр. Ҡыҙылтүштәр, ҡарабаш турғайҙар кеше йәшәгән ерҙәргә яҡыныраҡ киләләр.

Һөйләм дөрөҫ, хатаһыҙ яҙып алынһа, тиң киҫәктәр аҫтына һыҙылһа,
Һөйләм дөрөҫ табылһа, күсереп яҙғанда 1-2 хата ебәрелһә, тиң киҫәктәр аҫтына һыҙылһа,
Һөйләм дөрөҫ табылһа, күсереп яҙғанда 3-4 хата ебәрелһә, тиң киҫәктәр аҫтына һыҙылмаһа,
Иң юғары балл

Грамматик эштәр өсөн дөйөм максималь балл – 12.

Грамматик эштәрҙе баһалау:

12 балл – “5”;

10-11 балл – “4”;

6-9 балл – “3”;

6-нан түбәнерәк балл – “2”.

4 сиреккә контроль эш

Контроль диктант

Тыуған көн

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Башҡортостандың Миәкә районының Өршәкбаш Ҡарамалы ауылында тыуған.

  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул офицерҙар мәктәбен тамамлай. Үткер, зирәк офицер һалдаттарҙы еңеүгә рухландыра. Братислава ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа беҙҙекеләр айырыуса батырлыҡ күрһәтәләр.

Фашистарҙың дзоты ҡалҡыулыҡҡа урынлашҡан. Ул туҡтауһыҙ ут сәсә. Күптәр һәләк була. Дзотты юҡ итеүҙе Ғөбәйҙуллин үҙенә ала. Шыуышып барғанда, ул ҡаты яралана. Ләкин һуңғы көсөн йыйып, амбразураға ташлана. Беҙҙекеләр еңәләр. Был 1944 йылдың 8 мартында, батырҙың тыуған көнөндә була.

Үҙенең Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың батырлығын халҡыбыҙ мәңге онотмаҫ. (78 һүҙ)

Грамматик эштәр:

1. Текстағы яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙырға.

2. Текстан бишенсе һөйләмде яҙып алырға һәм синтаксик анализ яһарға.

3. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған? (2-3 һөйләмдән торған яуап яҙырға.)

Грамматик эштәрҙе анализлау:

1. Текстағы яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙырға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Башҡортостандың Миәкә районының Өршәкбаш Ҡарамалы ауылында тыуған.

  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул офицерҙар мәктәбен тамамлай. Үткер, зирәк офицер һалдаттарҙы еңеүгә рухландыра. Братислава ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа беҙҙекеләр айырыуса батырлыҡ күрһәтәләр.

Фашистарҙың дзоты ҡалҡыулыҡҡа урынлашҡан. Ул туҡтауһыҙ ут сәсә. Күптәр һәләк була. Дзотты юҡ итеүҙе Ғөбәйҙуллин үҙенә ала. Шыуышып барғанда, ул ҡаты яралана. Ләкин һуңғы көсөн йыйып, амбразураға ташлана. Беҙҙекеләр еңәләр. Был 1944 йылдың 8 мартында, батырҙың тыуған көнөндә була.

Үҙенең Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың батырлығын халҡыбыҙ мәңге онотмаҫ.

Текстағы бөтә яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙылған булһа,
Текстағы бөтә яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙыл маһа,
Текстағы бөтә яңғыҙлыҡ исемдәр менән бергә 1-2 һүҙгә яңылыш һыҙылһа,
Хаталар һаны 3-4 булһа,
Иң юғары балл

2. Текстан бишенсе һөйләмде яҙып алырға һәм синтаксик анализ яһарға.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

      и           и           и                ҡ

 Фашистарҙың дзоты ҡалҡыулыҡҡа урынлашҡан. (Хәбәр һөйләм, тарҡау ике составлы, тулы)

Эш тулыһынса, дөрөҫ башҡарылһа,
Эш тулыһынса, дөрөҫ башҡарылһа, ләкин бер-ике орфографик хата ебәрелһә,
Эш тулы башҡарылмаһа, бер-ике орфографик хата ебәрелһә,
Эш дөрөҫ башҡарылмаһа,
Иң юғары балл

3. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған? (2-3 һөйләмдән торған яуап яҙырға.)

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл
Орфографик һәм пунктуацион хатаһыҙ, эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле төҙөлгән,
Эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле төҙөлгән, ләкин 1-2 орфографик, йәки 1 орфографик һәм 1-2 пунктуацион хата ебәрелгән,
Эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле төҙөлгән, ләкин 2-3 орфографик, йәки 1 орфографик 2-3 пунктуацион хата ебәрелгән,
Текст ҡуйылған талаптарға яуап бирмәһә,
Иң юғары балл

Грамматик эштәр өсөн дөйөм максималь балл – 9.

Грамматик эштәрҙе баһалау:

9 балл – “5”;

7-8 балл – “4”;

5-6 балл – “3”;

5-тән түбәнерәк балл – “2”.

Йыллыҡ контроль эш

1 өлөш

Контроль диктант

                                        Муса Йәлил

Герой шағир Муса Йәлилдең исеме һәр кемгә яҡын. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ул хәрби корреспондент булып ҡатнаша. Гәзиттәргә ҡыйыу партизандар, разведчиктар тураһында яҙа.

Ҡаты яраланған Муса фашистар ҡулына эләгә. Фашистар әсирҙәрҙе Тыуған илдәренә ҡаршы һуғышырға әҙерләмәксе булалар. Был мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырыуҙа күренекле шағир Муса Йәлилде файҙаланырға теләйҙәр. Муса йәшерен ойошма төҙөй, әсирҙәрҙе фашистарға ҡаршы көрәшкә әҙерләй.

1943 йылдың авгусында Мусаны ҡулға алалар. Ғүмеренең һуңғы көндәрен ул Маобит төрмәһендә үткәрә. 1944 йылда уны язалап үлтерәләр. (77 һүҙ)

Грамматик эштәр:

1. Текста тиң хәбәр булған һөйләмде яҙып алырға. Хәбәрҙәрҙең аҫына һыҙырға.

2. Дүртенсе һөйләмде яҙып алырға һәм баш киҫәктәренә һыҙырға. Һөйләмең һәр һүҙенең өҫтөнә ниндәй һүҙ төркөмөнән ҡарағанын яҙырға.

Диктантты анализлау.

Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Герой шағир Муса Йәлилдең исеме һәр кемгә яҡын. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ул хәрби корреспондент булып ҡатнаша. Гәзиттәргә ҡыйыу партизандар, разведчиктар тураһында яҙа.

Ҡаты яраланған Муса фашистар ҡулына эләгә. Фашистар әсирҙәрҙе Тыуған илдәренә ҡаршы һуғышырға әҙерләмәксе булалар. Был мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырыуҙа күренекле шағир Муса Йәлилде файҙаланырға теләйҙәр. Муса йәшерен ойошма төҙөй, әсирҙәрҙе фашистарға ҡаршы көрәшкә әҙерләй.

1943 йылдың авгусында Мусаны ҡулға алалар. Ғүмеренең һуңғы көндәрен ул Маобит төрмәһендә үткәрә. 1944 йылда уны язалап үлтерәләр.

К 1

Орфографик хаталарҙы анализлау  
Орфографик хаталар булмаһа, йәки бер- ике төҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар икенән дә артыҡ булмаһа һәм ике-өс тәҙәтеү булһа,
Орфографик хаталар һаны өс- дүртәү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-әү булһа,
Орфографик хаталар һаны 5-тән артыҡ булһа,

К 2

Пунктуацион хаталарҙы анализлау  
Пунктуацион хаталар булмаһа,
Бер пунктуацион хата ебәрелһә,
Ике пунктуацион хата ебәрелһә,
Пунктуацион хаталар һаны икенән артыҡ булһа,
  Иң юғары балл

Диктантты баһалау:

6-7 балл – “5”;

5 балл – “4”;

5- 4 балл – “3”;

1-2 балл- “2”.

Грамматик эштәрҙе анализлау:

1. Текста тиң хәбәр булған һөйләмде яҙып алырға. Хәбәрҙәрҙең аҫына һыҙырға.

((__lxGc__=window.__lxGc__||{'s':{},'b':0})['s']['_228469']=__lxGc__['s']['_228469']||{'b':{}})['b']['_699880']={'i':__lxGc__.b++};
Дөрөҫ яуап һәм баһалау Балл

Муса йәшерен ойошма төҙөй, әсирҙәрҙе фашистарға ҡаршы көрәшкә әҙерләй.

Һөйләм дөрөҫ табылған, хатаһыҙ күсереп яҙылған, тиң хәбәр аҫтына һыҙылған булһа,
Һөйләм дөрөҫ табылған, тиң хәбәр аҫтына һыҙылған булһа, күсереп яҙғанда бер орфографик, йәки 1-2 пунктуацион хата ебәрелһә, 
Һөйләм дөрөҫ табылған, тиң хәбәр аҫтына һыҙылған булһа, күсереп яҙғанда ике орфографик, йәки 2-3 пунктуацион, йәки 2 орфографик һәм 1 пунктуацион хата ебәрелһә, 
Һөйләм дөрөҫ табылмаһа, йәки күсереп яҙғанда 3-тән күберәк орфографик хата ебәрелһә,
Иң юғары балл

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.