Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Л.Х АБДУЛЛИНА. А.А.ӘЛИБӘКОВ. Э.Р.АЙЫТҠОЛОВА. Аҡбуҙат” журналын яҙҙырып алдырыусылар араһында. Республика асыҡ конкурсы. ПОЛОЖЕНИЕҺЫ. КОНКУРСТЫҢ  МАҠСАТЫ  ҺӘМ  БУРЫСЫ. КОНК



 

“РАҪЛАНҒАН”

“Аҡбуҙат” журналының

Баш мөхәррире

_____________ Л.Х АБДУЛЛИНА

“РАҪЛАНҒАН”

 Республика  халыҡ ижады үҙәге

Генераль директоры

______________ А.А.ӘЛИБӘКОВ

 “РАҪЛАНҒАН”

 Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайының

Президиум рәйесе

_____________ Э.Р.АЙЫТҠОЛОВА

“Аҡбуҙат” журналын яҙҙырып алдырыусылар араһында

Республика асыҡ конкурсы

ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

“Минең анкетам – минең Шәжәрәм”

Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә йәштәге балалар, башланғыс мәктәп уҡыусылары муниципаль һәм дәүләттең дөйөм белем биреү учреждениелары араһында уҙғарылған  республика конкурсы –  “Минең анкетам – минең Шәжәрәм” (артабан – Конкурс) “Аҡбуҙат” журналы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Республиканың Халыҡ Ижады Үҙәге менән берлектә ойошторола.

 

1. КОНКУРСТЫҢ  МАҠСАТЫ  ҺӘМ  БУРЫСЫ

1.1. Конкурстың маҡсаты: “Аҡбуҙат” журналына яҙылыу ойоштороу, мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс балалары араһынан нәҫел ағасын, быуын сылбырын белгән иң яҡшы шәжәрә төҙөүсене эҙләп табыу.

Конкурстың бурысы булып башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм балаларҙы үҙ шәжәрәһен төҙөргә өйрәтеү тора.

Быуын бәйләнешен нығытыу, башҡорт халҡының тарихын, башҡорт ырыуҙарының асылын белеү.

 

2. КОНКУРСТА ҠАТНАШЫУСЫЛАР

2.1. Конкурста Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә йәштәге муниципаль һәм дәүләттең дөйөм белем биреү учреждениелары һәм мәктәп уҡыусылары,  шулай уҡ башҡорт телен белгән Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәк балалары ҡатнаша ала.

 

3. КОНКУРСТЫҢ  ЖЮРИ АҒЗАЛАРЫ

3.1. Конкурстың жюри ағзалары конкурсҡа ярашлы сикләүҙәрҙән ситкә тайпылмай килгән видеояҙмаларҙы ҡарап,  үҙ баһаһын сығара.

3.2. Жюри ағзалары “Аҡбуҙат” журналы, Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәренән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ағазаларынан билдәләнә.

(һөйләшеү буйынса)

3.3. Конкурстың жюри ағзалары:

Конкурста ҡатнашыусыларҙың видеояҙмаларын баһалай;

Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен конкурс талаптарына тура килеүен/килмәүен билдәләй;

Конкурс аҙағында билдәләнгән номинацияларға ҡарап, еңеүсе эштәрҙе билдәләй.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.