Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тема: Ноғман Мусин “Атайымдың ос һәнәге”.



Тема: Ноғман Мусин “Атайымдың ос һәнәге”.

Маҡсат. 1/Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижад юлы менән танышы

2/ Туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

.

Дөрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.

А)Артикуляцион күнегеүҙәр.

Ø Һе-һе-һе-һе

Ø Һа-һа-һа-һа

Ø Һү-һү-һү-һү

Ø Һә-һә-һә-һә

Б)Фонетик -орфоэпик күнегеүҙәр.

Ижекләп уҡыу.

 Ҡайырылып әсәй бесән саба,

Шулай саба ине элек тә.

Мин ташыған булам ҡосаҡлап та,

Һәнәк остарына элеп тә.

II. Уҡытыусы һүҙе.

Ноғман Мусин. Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Армияла хеҙмәт иткән, тыуған ауылында дүрт йыл мәктәптә уҡытҡан. Оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналы, “Башҡортостан” газетаһы редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә,Яҙыусылар союзы идараһында эшләгән.

2001 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелде.

Уны урман йырсыһы тип тә йөрөтәләр. Бөгөн уҡыясаҡ әҫәрҙе иғтибар менән тыңлағыҙ һәм ул нимә тураһында икәнлеген дәрес аҙағында әйтерһегеҙ.

-Һеҙҙең бесән йыйғанығыҙ йәки уны йыйғанды күргәнегеҙ бармы?

III. Һүҙлек эше.

• Һәнәк – вилы

• Ос һәнәге – вилы тройчатки

• Ҡомартҡы - реликвия,памятник.

• Һелкәүес - широкое, продолговатое - корыто для просеивания зерна

• Кәбән- стог

• Күбә - куча сена

• Эҫкерт - скирда

IV.Төп өлөш.

V.Грамматик тема өҫтөндә эш.

Башҡорт телендә лә рус телендәге кеүек һүҙҙәр төрлө формалар менән яһала: тамыр,ҡушма,яһалма,парлы .

Тамыр.

• Бесән

• Атай

• Әсәй

• Ҡорал

• Һәнәк

• Килен

Ҡушма.

• Ашъяулыҡ

• Көнбайыш

• Йәноҙаҡ

• Кинйәбай

Яһалма.

• Бесәнсе

• Күбәсе

• Шатлыҡ

• Ашанты

Парлы.

• Үлә-бата

• Хәбәр-хәтер

• Ут-һыу

Йомғаҡлау.

- Әҫәр нимә тураһында ине?

- Эйе,беҙҙең гүзәл тәбиғәтебеҙ тураһында.

VII. Өй эше.

Әҫәрҙе уҡып бөтөргә.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.