Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ауылымдың абруйлы Аҡ инәһе.



 

Заявка

 на участие в открытом Башкирском республиканском

литературно-фотохудожественном конкурсе для молодежи

 «Под сенью дружных муз»

 

ФИО участника Нуретдинова Зульфира Айбулатовна
Возраст 2004 год
Название работы Ауылымдың абруйлы Аҡ инәһе...  
ФИО руководителя, педагога Гайфуллина Рузида Гильфановна
Жанр Сочинение
Язык (башкирский, татарский, русский) Башкирский
Класс, общеобразовательная организация 9 класс, МОБУ ООШ с.Уткалево Белорецкого района РБ
Почтовый адрес   453538, РБ, Белорецкий район, с. Уткалево, ул. Дружбы, 18
Контактный телефон участника конкурса
Электронный адрес участника конкурса   Ruzida1981@mail.ru

 

Ауылымдың абруйлы Аҡ инәһе...

Ауылыбыҙҙа хөрмәтле һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр бихисап. Улар тормоштоң әсе-сөсөһөн дә күрә, ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтарға осрайҙар, әммә бирешмәйҙәр. Нисек бар - шулай ҡабул итә белмәгәндәр. Ошоноң менә улар дан ҡаҙана, абруй яулайҙар. Һүҙем ауылдашым Ғәлиастанова Сәкинә инәй хаҡында. Һәр һүҙен уйлап әйтеүсе, ҡабыланмай ғына ғүмер йомғағын сисеп минең менән бүлеште. Һөйләгәндә ауыр көрһөнөп, күҙҙәрендә йәштәр күренеп тә ҡуйҙы. Кәрәк ерендә көлөп ебәрҙе. Ҡыҫҡаһы, уның һөйләгәне әллә ҡасан түгел, ә бына әле генә булған кеүек тойолдо, хатта мин үҙемде улар араһында булғандай хис иттем. Инәйҙең телмәрен боҙмай, үҙе һөйләгән кеүек һеҙгә лә бәйән итмәксемен.

 

Матур тәбиғәтле, йәмле Ағиҙел буйында Сермән ауылында тыуып үҫтем мин. Ҡыҙҙар менән Күкбаш урамының йәшел сирәмендә тәгәрәшеп уйнай торғайныҡ. Апайҙар менән Иҙелгә һыу инергә барып, туйғансы йөҙөп, ҡомда уйнап ҡайтыуҙар иң бәхетле скҡтарҙың береһе булғандыр. Миңә 9-10 йәштәр тирәһендә Наяҙы йылғаһы буйына күстек. Атай ферма мөдире, әсәй һыйыр һауа. Матур йылға буйында балыҡ күп була трғайны. Ул ҡышын да туңмай. Башҡортостандың иң һалҡын һыуы тип әйтә торған ине ололар.

Һуғыш башланып киткәс, доньяның аҫты өҫкә әйләнгәндәй булды. Һуғышҡа яраҡлылар көнө төнө фронтҡа китә башланы. Минең бер туған апайым Гөлғәйшә өс бала менән тороп ҡалды. Дүртенсеһе атаһы киткәс тыуҙы. Улар Ҡырғайын колхозында торҙолар. Йәйен колхозда эшләй, ҡышын күсереп алабыҙ. Утын күп китә бит, утын әҙерләүе ауыр булды. Килеү менән лесничествоға эшкә сыға. Үҙенә 500, балаларына 150-шәр грамлыҡ талон бирәләр. Еҙнәм дә һуғышҡа алына, кавалерист булып хеҙмәт итә. Хәбәрһеҙ юғалды тигән хәбәре генә тороп ҡалды...

42 йылдың февралендә ағайым һуғышҡа алына. Әсәйгә нисек ҡыйын булғанын хәҙер килеп кенә аңланым. Атай менән әсәй ҡырҙа бесән эшләй. Ағайым Белорет ҡалаһында меаллургия училищеһын бөтөп ун бер ай эшләп өлгөрә. Ағайға повестка килгән. Беҙгә хәбәр генә иттеләр, ағайым ауылға ҡайтып та торманы, ҡапыл ғына була, киске алтыла китергә тейе тинеләр. Минең ике күҙ тәҙрәлә, әсәй ҡасан ҡайта ла, нисек әйтермен. Көн кискә ауыша башланы. Түҙмәнем, ҡаршы киттем. Ярты юлда үҙҙәре ҡайтып килә ине. Әйттем, әсәйем илай башланы. Тиҙ генә атайым менән Белоретҡа киттеләр. Тик өлгөрмәнеләр. Әсәйем менән атайым ағайымды оҙата алманы. Әсәйем бик оҙаҡ илап йөрөнө, хәҙер килеп үҙем әсәйемдең ҡайғырыуын, балаһы өсөн өҙгөләнеүен аңланым. Ағайым һуғышта дошманға ҡаршы ни бары алты ай ғына көрәшә ала. Унан ҡара ҡағыҙ килде. Ағайымды әсәйем ни тиклем көтһә лә кире ҡайтманы, ятып ҡалды. Әсәйемдең илауын әле лә хәтерләйем. (Инәй күҙ йәштәре аша һөйләй, мин ни эшләргә лә белмәйем). Шул уҡ йылдың мартында атайым китә. Шөкөр, ҡырҡ алтынсы йылда әйләнеп ҡайта. Беҙҙең тормошҡа саҡ ҡына булһа ла еңеллек инде.

Дүртенсене ҡырҡ беренсе йылда тамамаған инем. Тракторҙар курсына алты ай уҡыттылар. Ул ваҡытта миңә ун дүрт йәш. Йәшкә ҡарап уҡытманылар. 1942 йылда v класҡа уҡырға барҙым, үкенескә ҡаршы ауырып киттем. Һуңынан барһам, һине МТС-ҡа алдылар, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Минең ризалыҡты ла һораусы булманы. Комиссия килгән имтихан алырға, ә мин тракторға ултырырға ҡурҡам. Илайым, мине уратып алдылар. Уҡыуҙы яҡшы уҡыным. Газ генераторлы тракторҙар бик ауыр, чурка менән эшләй, минең ҡуҙғатырға көс етмәй. Янгиров ағай «Мин һинең башыңды төрмәлә серетәм» тип ҡурҡыта. Бары бер үҙемдекен эшләнем. Колхоз председателе, бесәнгә кит үҙем яуап бирермен, тигәс ололар менән бесәнгә киттем. Шунан иген һуғыу башланды. Мине весовщик итеп ҡуйҙылар. Иген һуғыу бөткәс, кладовщик иттеләр. Председатель Хөснитдин Мағазов һуғышҡа китте. Шығайҙан Усман Тулебаевты ҡуйҙылар. Ул мине МТС-ҡа кире ебәрҙе. Мин барҙым да, тракторҙа эшләмәйем, тип гараждан эш һораным һәм мине локомобилгә ҡуйҙылар. Лакомобиль гараждың йөрөге ти торған инеләр. Электр энергияһы, токарь станоктары ошо лакомобилгә бәйле булды. Ҙур ҡаҙан тора, шул ҡаҙанда һыу һәр саҡ ҡайнап тороға тейеш. Һыу ҡайнаһа электр уты, станоктар хәрәкәткә килә. Һыу ҡайнап торғас, парға әйләнеп тиҙ кәмей. Гараж эргәһендә ҡоҙоҡтан биҙрәмде арҡанға бәйләп төшөрәм дә һыу ташып өлгөр генә. Алып килеп ҡаҙанға ҡояһың да мейескә ут өҫтәп йәнә ҡайнар хәлгә еткерәһең. Һыу саҡ ҡына ҡайнауҙан туҡтаһа токарҙар пар-пар тип ҡысҡырыша башлар ине. Иртәнге алтынан киске унға тиклем тырышып эшләнем. Иртәнге һигеҙгә машинаң әҙер булырға тейеш, сөнки тап ошо ваҡытта эшселәр эшкә килә. Киске һигеҙҙә улар эштән ҡайта, ә мин ҡайта алмайым. Әгәр мин ҡайтһам уларҙың, йәғни эшселәрҙең өйҙәрендә ут булмай. Бөтә нәмә лакомобилгә бәйле. Улар ҡайтып тамаҡ бешерә, һәр кем үҙ эше менән булыша. Минең эш сәғәтем киске унда тамамлана. Ҡараңғыла бер үҙем ҡайтыр инем. Ҡыш көндәре, һыуыҡмы, ҡар-буранмы иртәнге алтынан тороп эшкә йүгерәм. Һыуҙы шунһыҙ ҡайнатып өлгөрөп булмай. Бөтөһе ун йыл эшләнем лакомобилдә. Минең тракорҙа эшләмәгәнгә баш механик Йәнгиров ағай ваҡытында бик көйгән булһа ла, аҙаҡ әйткән һүҙенә үкенгән кеүек әйтеп китте. Үҙем ризалашҡас, тыршып эшләнем инде. Улар ҡырҙан килеп йәшәне. Үҙҙәре кирбес һуғып, мейес һалып сыҡтылар. Ҡамыш башынан мендәр эшләгәндәре лә әле һаман хәтерҙә ҡалған.

           Лакомобилдә эшләгән саҡта күрше Шығай ауыл ҡыҙҙары тракторҙа эшләнеләр. Төшкө аш ваҡытында, йәки ҡышҡы һыуыҡтарҙа минең янға инеп йөрөнөләр. Бергә тамаҡ ялғанып, хәл-ваҡиғаларҙы барланыҡ, донья, һуғыш тураһында һөйләштек. Бергәләшеп һуғыштың тиҙерәк бөтөүен, тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүен көттөк. Ул ҡыҙҙарҙың бер кемелә юҡ инде. Улар миңә бик яҡын булдылар. Халилова Айытбикә, Хәйернурова Ғәйшә, Әбуталипова Мәүлиха, Тулебаева Гөлъемеш, берәүһенең фамилияһын оноттом, исеме Мәнфүра – трактористкалар. Юлмөхәмәтова Мәрйәм, Хажина Ҡафия – комбайнеркалар. Мәрйәм – минең иң яҡын дуҫым булды. Нисә йыл эшләһә лә беҙҙә ятып эшләне ул. Һанап кителгәндәрҙән тик берәүһе генә тере Ҡафия Хажина. Былар бөтәһе лә минең дуҫтар. Шәмбе көнө кис гараждан тапҡыр Шығайға ҡайтып китерҙәр ине, ял көндәре көн йылыраҡ булһа, дүшәмбе көнө кире гаражға килерҙәр ине. Һыуыҡ көндәре йәкшәмбе кис килеп етерҙәр ине, улар үҙҙәре кем туғанында, йәки танышында, ҡайҙа урын бар – шунда йәшәнеләр. Бөтәһе лә минән өлкән булдылар. Егерме дүртенсе, биш-алтынсы йылғылар булдылар. Был ваҡиға һуғыштың иң ҡыҙыу ваҡытында – ҡырҡ икенән башланды хеҙмәт юлдары. Ыҙалыҡ күреп эшләнеләр. Килгәс тә һәр кем үҙ «ат»ын йүгәнләйҙәр ҙә яланға китәләр. Ер ҙә һөрҙөләр, иген сәстеләр, утын ташынылар. Ватылһа үҙҙәре үк ремонт эшләнеләр. Уларға шунда булған ирҙәр, механиктар ярҙам итеп ебәрҙеләр ремонт ваҡытында. Бер ҡыҙҙың да илап, эшләмәйем тип йөрөгәнен хәтерләмәйем, булманы ла. Сөнки бер һүҙ булды: эшләмәһәң төрмәгә ултыртабыҙ. Шуға эш ни тиклем ауыр булмаһын, барыһы ла баш баҫып эшкә сумды. МТС өсөн үҙебеҙ утын ҡырҡтыҡ, колхозға бесән эшләнек. Хәҙер беҙ күргәнде бер бала ла күрмәһен инде.

Шулай ҙа Сермәндә халыҡҡа йәшәү мөмкинлеге булған. Йәйен колхозда эшләйҙәр, төрлө үләндәр йыйып киптереп, ашҡа һалып та икмәк тә бешергәндәр. Һарына, алабута үләненән әсәй хатта икмәк бешерә ине. Дүрт йөҙ грамм икмәк өсөн ҡышын да мәктәпкә, балалар йортона, пекарняға, почтаға, дауаханаға, маслопромға эшкә сыҡтылар.

Бына шулай, һуғыш йылдарының ауырлыҡтарына бирешмәй, оҙаҡ көткән еңеүҙе күререгә насип булды. Ҡустылар үҫеп еттеләр, өйләнделәр, матур донья ҡорҙолар.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике ҡустыбыҙ иртәрәк донья ҡуйҙы. Элгәре ауырлыҡтар күп булһа ла, кеше рух күтәренкеһе менән йәшәгән. Эшкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла йырлап йөрөнө.

1948 йылда Үткәл ауылы егете Ғәлиастанов Шәкирйәнгә тормошҡа сыҡтым,1955 йылда Үткәлгә күсеп килдек. Ирем менән илле йылға яҡын бергә ғүмер кисерҙек. Иллегә бер нисә ай ғына тулмай ҡалды. Бер-бер артлы Сәлимә,Таңһылыу, Юлай, Юлдаш, Заһир, Зәбир, Айрат, Азат доняға килә. Бик оҙаҡ Сермәнде онота алмай ыҙаландым. Үткәлдә өй эшләп сыҡҡансы ҡыйыныраҡ булды. Ул ваҡытта Заря колхозына алты ауыл ҡарай ине. Бик ҡеүәтле колхоз булды. Шул алты бригада араһында Үткәлдәр генә алда булды. Һабантуйҙарында, ат сабыштарында ла алдынғылыҡты бирмәнеләр. Йәшелсә-емеш тулып торҙо, умарталар ҙа булды, хатта тирмәндә эшләне. Колхозсылар иген, он ала. Яландар, фермалар ҙурайҙы.

Эйе, ҡасандыр диңгеҙ кеүек тулҡынанып ултырған баҫыуҙарға ҡарап, бөгөн көрһөнөргә генә ҡала. Дөрөҫ, егәрлеләр, уңғандар әле лә хеҙмәттән йәм, тәм табып йәшәй. Бөгөн тырыштар йәшәй, тырышмағандар булдыра алмай. Хәҙер бит төймәнең ниндәй генәһе һатылмай.

Әммә бөгөн йәштәргә ҡыйыныраҡ. Етмәһә, әллә ҡайҙан төрлө эсә торған нәмәләре килеп сыҡты. Егерме һум табып алалар ҙа шул осһоҙ одеколонды алып эсәләр. Һатмаһындар ине һатыусылар. Үҙҙәренең яҡын туғандары, балалары эсеп йөрөй бит. Шуны аңлаһындар ине һатыусылар. Кешенең күҙ йәштәре, рәнйеүе төшәлер ул.

1955 йылдан Үткәлдә йәшәйем. Һәр кемгә һәм бер кемгә лә үпкәм юҡ. Барыһы ла яҡты йөҙ, яҡты һүҙ менән генә аралаша. Аллаға шөкөр. Үткәлдәр әле лә тырышып йәшәүен дауам итә. Күпте күрҙем, күпте кисерҙем, әммә һис кенә лә йәшәлгән ғүмеремә үкенгенем булманы. Бер кемдән дә ауыр һүҙ ишетмәнем. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, күршеләр һәйбәт, татыу йәшәйбеҙ. Үҙем кеүек әбейҙәр менән аяттар уҡытабыҙ.

Ауылда беренсе телевизор беҙҙә булды. Рысыҡай ауылынан Истамғол исемле кеше алған тәүҙә, тик ҡуя белмәй беҙгә һатты. Ул ваҡытта өй бәләкәсерәк ине, шулай ҙа кистәрен күрше-тирә, туғандар телевизорҙан кино ҡарарға йыйылырҙар ине. Иҙән тулып китә. Патифонда беҙҙә беренсе булды. Тәүге йоробоҙ етмеш икенсе йылдың унынсы майында йылда янып китте. Янғын ваҡытында ла шул телевизорҙы тәҙрәнән алып ҡалғандар. Бөтә нәмәбеҙ янды, бабайҙың ҡулы бик оҫта булды. Ултырғыс-өҫтәлдәр, һикеләр әрәм булды. Балаларға тигән ҡаралдылар, кейем, түшәк-яҫтыҡтар юҡҡа сыҡты. Хатта кесе улым Азатты күршем Хәкимә күреп ҡалып ҡотҡара. Мендәр аҫтына йәшенгән була. Хәкимә аяғынан күреп ҡала. Өлкән балалар уҡыуҙа ине. Шырпы менән малай-шалайҙың уйыны янғынға сәбәпсе булды. Был өйҙө колхоз үҙе эшләп бирҙе. Ҡартым колхозда алдынғылар рәтендә йөрөнө. Шуға ла колхоз етәксеһе ярҙам итте инде. Ҡырҡ биш йыл буйы тракторист булды. Балаларға үҙе йорт һалып бирҙе. Бик тырыш, намыҫлы хеҙмәт һөйөүсе кеше булды. Рәхмәтлемен уға. Етешмәгән саҡта шкафтар, өҫтәл-ултырғыстар, һандыҡтар эшләп ҡуйҙы. Балаларға һәр ваҡыт ваҡыт тапты. Коршовка ваҡытында һаулығы китте. Ағасты тамырынан йолҡоп алып, тигеҙ булмаған ерҙе һөрөп һаулығы китте. Пенсияға сығып ун йыл алды ла ауырып китеп тә барҙы.

Бөгөн Сәкинә Сибәғәт ҡыҙы шөкөр ҡылып йәшәй. Тәҙрә төптәрендә гөлдөре күкрәп сәскә атып ултыра. Үҙе лә буш ултырмай – янында бәйләме ята. Гәзит-журналдан да айырылмай. Уҡырға яратам, донья яңылыҡтарын ошонан беләм инде, ти. Өй эсе таҙа, йылы. Инәйҙең һәр әйткән һүҙенән, йөҙөнән нур бөркөлөп тора шул. Әйткән һүҙҙәрен дә ниндәйҙер бер һағыныу менән иҫләй. Яҙмышыбыҙ шул булғандыр, ти, үкенерлек бер ниһе юҡ кеүек. Егерме ике ейән-еәйнсәре, ун туғыҙ бүлә-бүләсәләре өсөн ҡыуанып, дәртләнеп йәшәй. Килеп, хәлдәрҙе белеп, байрамдарҙа ҡотлап торалар. Үҙем дә уларҙы һағынып көтөп кенә торам, ти ул. Ҡыҫҡаһы, алсаҡ йөҙлө, йөрөгендә барыһы өсөн урын таба алған һәм йөрәк йылыһын биреүсе Сәкинә инәй ҡартлыҡҡа шөкөр ҡылып йәшәй. 

Зөлфирә Нуретдинова, Белорет районы Үткәл ауылы.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.