Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев



 

Заявка

На участие в открытом Башкирском республиканском литературно – фотохудожественном конкурсе для молодежи «Под сенью дружных муз»

                                          ( в направлении литературного творчества)

Ф.И.О участника Нуруллина Ляйсан Салаватовна
Возраст 15 лет
Название работы «Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев – минең шәжәрәмдең бер быуыны»
Ф.И.О руководителя, педагога Хадимуллина Рамзиля Рафатовна
жанр очерк
язык башкирский
Класс, общеобрзовательная организация Ученица 9 класса МБОУ СОШ им.М.Гареева с. Бишкураево, Илишевского района РБ
Почтовый адрес 452268 РБ, Илишевский р.н, д.Илякшиде,ул. М.Гареева, дом 63
Контактный тел. участника конкурса
Эл.адрес участника конкурса k.ramzilya@hotmail.com

 

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев

минең нәҫел шәжәрәмдең бер быуыны.

Нуруллина Л.С

 

Мин, Нуруллина Ләйсән Салауат ҡыҙы, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев исемен йөрөткән мәктәпттең 9 класында белем алам. Ябай мәктәптә түгел, ҡасандыр Герой үҙе уҡыған данлы мәктәптә. Беҙҙе уның менән мәктәп кенә бәйләмәй, ә уртаҡ шәжәрә, уртаҡ тамырҙар.

Ауылыбыҙ Иләкшиҙе Башҡортостан Республикаһы, Илеш районы, Бишҡурай ауыл биләмәһенә ҡарай. Иләкшиҙе топонимы башҡорт теленә ҡараған иләк (сито), шиҙе (ручей) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Ауылға Ҡазан юлы Елдәк волосында ғүмер иткән аҫаба башҡорттары 1748- се йылда нигеҙ һалған. 2002 – се йылда үткәрелгән йәниҫәп алыу нәтижәләренә ҡарағанда, ауылдың 96 % башҡорт милләте тәшкил итә.

           Ауылға нигеҙ һалыусы кешенең исеме Шәйҙи була. Елдәк волосының аҫаба башҡорттары договоры документтарына ҡарағанда, 1748- се йылдың 15 майында ауылға типтәрҙәр индерелә. Ауылда беренсе башҡорттар булып Иҫке Ҡырғыҙ ауылынан килгән Әжмәт Хөсәйеновтың (1727-1818) ғаиләһе төпләнә. Хәҙерге ваҡытта ауылдың төп нәҫел шәжәрәһен Әжмәт нәҫеленең дауамы тәшкил итә. Шулай булмай ни, уның бит ун бер малайы булған: Ғабит, Сәйфулла, Ғабдулла, Ҡидрас, Ғәбделвағап, Сәйфетдин, Сәйфелмөлөк, Ғәбделҡадир, Ғәбделсәлих, Ғәбделҡаюм, Ғәбдрәҡип. Ғәбдрәҡип – минең олатайым Хөснулланың һәм Муса Гәрәевтың уртаҡ ҙур олаталары. Геройҙың оноҡтары һәм мин Әжмәт Хөсәйеновтың етенсе быуынын тәшкил итәбеҙ.

Мусаның атаһы Әхмәтгәрәев Ғайса Әхмәтгәрәй улы 1888-се йылда Иләкшиҙе ауыылында донъяға килә. Ғайса менән Гөлнәфисәнең туғыҙ балаһы: өс малайы, алты ҡыҙы була. Иң өлкән балаһы Мәхмүҙә1918-се йылда тыуа. Донъя көтәргә бик иртә өйрәнә, малын да ҡарай, һыйырын да һауа, бәләкәй туғандарына ла күҙ-ҡолаҡ була. Кейәүгә сыға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала тапҡанда был донъя менән хушлаша. Мусаның тағын ике һеңлеһе бәләкәй саҡтарында ауырып үләләр. Артабан Фәнил һәм Фәнүсә исемле туғандары ла сирҙән вафат була. 1922-се йылдың июль айында беҙҙең нәҫелдең ғорурлығы, туғандарының иң яратҡан кешеһе Муса Ғайса улы Гәрәев донъяға килә. Мусанан һуң бер малай тыуа, ләкин ул өс йәшендә үлә. 1978-се йылда туберкулездан Мөфәүәзә апайы донъя ҡуя.

           Муса Ғайса улы Гәрәевтың тормош һәм яу юлын өйрәнеүҙе мин уның бала сағынан башланым, сөнки кешенең шәхси формалашыуы тап бына бала саҡтан башлана. Муса Ғайса улы Гәрәев 1922-се йылдың 22-се июлендә Иләкшиҙе ауылында донъяға килә, 1928-се йылда уларҙың ғаиләһе яңы төҙөлә башлаған Таш-шишмә ауылына күсенеп килә. Ауылдан 26 ғаилә күсергә ризалыҡ бирә. Улар 30-40 йәшлек, егәрле, донъя күргән, иҫке тормош менән риза булмаған кешеләр була. Ата-әсәләре үҙҙәренең иҫән ҡалған балалары: ике ҡыҙы һәм бер малайында донъяны танып белеү, тыуған ерҙе яратыу, өлкәндәргә хөрмәт һәм эшһөйәрлек кеүек яҡшы сифаттарҙы тәрбиәләйҙәр. Нәҡ бына үҙ ара ихтирамлылыҡ, ярҙамсыллыҡ, ихлас ҡунаҡсыллыҡ, асыҡ күңеллелек, күмәк хеҙмәт шатлығын тойоп йәшәү был осор кешеләренең советса йәшәү нормаһы булып иҫәпләнә.

           Муса 1937 йылда Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай һәм Өфө ҡалаһындағы тимер юл техникумына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта аэроклубҡа шөғөлләнергә йөрөй. 1940-ы йылда Энгельс ҡалаһына хрби осоусылар әҙерләй торған мәктәпкә уҡырға инә.

           Һуғыш... Ниндәй ҡурҡыныс һәм ҡот осҡос һүҙ. Һөлөктәй улдары өсөн әсәйҙәрҙең, һөйгәндәре өсөн ҡатындарҙың ер күкрәгенә ҡойған йәштәрен бергә йыйһаң, туфандар ҡалҡып сығып, донъяны тоҙло һыу баҫыр ине, етемдәрҙең зарынан тауҙар ишелер ине... Бына шундай афәт баҫа донъяны.

Һуғыш башланғас, студенттарҙы яңы типтағы бомба ташлау самолеттарына өйрәтә башлайҙар. Шулай итеп, йәш осоусыларҙы ҡыҫҡартылған программа менән һуғышҡа әҙерләй башлайҙар. 1942-се йылдан алып 1945-се йылдың 7 майына тиклем Муса Гәрәев яу юлы үткән: Сталинградтан алып Көньяҡ Пруссияға ҡәҙәр барып еткән. Мин уның һуғышсан юлын бик ентекле өйрәндем. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Ил – 2 самолетында штурмлау авиацияһында һуғыша. Һуғышты Сталинградта сержант дәрәжәһендә башлап, Германияла полк штурманы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, майор дәрәжәһендә тамамлай. Үҙенең беренсе осошон Сталинград күгендә гитлерҙың транспорт самолеттары төркөмөн юҡ итеү менән башлай. Үҙенең китаптарында Герой һуғыш тураһында ябай ғына, бер маҡтаныуһыҙ, маһайыуһыҙ яҙа. Ә бит уға, үҙенең оса торған танкыһында, дошмандың күпме оборона нығытмаларын, артиллерия, миномет, зенит батареяларын, аэродромдарын, танктарын, тимер юл эшелондарын, һыу кисеүҙәрен һәм, әлбиттә, дошмандың тере көсөн юҡ итергә тура килә. Барыһы ул 250 уңышлы хәрби осош яһай. Йылдар уҙып, ҡулына ҡорал алырға тура килгәндә Муса тыуған ерен, ата-әсәһен бер ваҡытта ла иҫенән сығармай. Дошманға ҡаршы көрәшкәндә йәнде ярһытҡан нәфрәт, ярһыу хистәренең шул ҡәҙәр көслө булыуына үҙе лә аптырай. Ә бит бала саҡта һуғышып ҡыйнашыуҙың ни икәнен дә белмәй үҫкән була бит ул. Муса Ғайса улының ҡаһарманлыҡтары һанап бөткөһөҙ. Мин яҡташ яҙыусыбыҙ , филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың “Бөркөт күңелендәге аҫыл таш” тигән яҙмаһынан бер өҙөк килтереп үткем килә: “Бер ваҡыт, беҙҙең пехота атакаға күтәрелһә, дошман танкылары теҙмәһе таш стена булып теҙелә. Күпме кеше ҡырыла. Һуңынан ул танкыларҙың ҡайҙа йәшеренгәнлеген тапмайҙар. Бының өсөн, билдәле, күҙәтеү алып барыуҙы үҙебеҙҙең яҡ менән генә сикләү файҙаһыҙ. Ҡыҡаһы, дошман тылында осорға кәрәк. Быныһы инде – күрәләтә үлемгә барыу. Бындай осоштар Муса тарафынан күп эшләнә.Полк командиры үлем күҙенә күрәләтә ташланғаны өсөн осоусыны әллә нисә тапҡыр шелтәләй. Дөрөҫ, уның ҡыйыулығы, ауыр хәлдәрҙән еңел сыа алыуы өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерәләр.Шулай ҙа мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: Муса Гәрәев кеүектәрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн дә көрәшергә кәрәк. Был юлы ла, әлеге танкыларҙың ҡайҙа йәшеренгәнлеген асыҡларға кәрәк булғас, полк командиры Мусаны ебәрергә уйламаны. Үҙе осорға рөхсәт һорағас та, икеләнеп торҙо.”Дошман тылына сыҡһаң, кире ҡайта алмаҫһың, эшләмә ундай “ахмаҡлыҡты, һаҡла үҙеңде”,-тине. Ләкин Муса, бер нимәгә ҡарамай, дошман тылына осто. Уны зенитсылар уты сорнаны. Самолеты әлләнисә урындан тишкеләнеп бөттө. Уның башында “ йә еңеү, йә үлем”тигән уй ғына бар ине. Тапты урындарын! Һәр танкыға махсус окоп яһап, шунда йәшеренгәндәр ҙә, өҫтөн маскировкалап ҡуйғандар. Беҙҙең самолеттар Муса Гәрәев күрһәтеүе буйынса осоп, дошман танкыларын бомба менән “һыйлайҙар” Пехота алға ынтыла. “Күлдәк менән тыуған”, “Үлмәҫбай”, “Бөркөт”, тағы ла әллә ниндәй атамалар тағыла батырға. Ул полк штурманы дәрәжәһенә күтәрелә.”

 Экипажға, техникаға яуаплы ҡарау уға һуғышсан дуҫтарын һәм хәрби техниканы һаҡлап ҡалыуға ярҙам итә. Мусаға Уралдан Александр Кирьянов менән бөтә һуғыш юлын иҫән-һау бергә үтергә тура килә. Оҫта осоусы һәм һуғыш тактикаһын яҡшы үҙләштереүе арҡаһында Мса Гәрәев бер тапҡыр ҙа яраланмай. Ул һуғышта рядовой осоусы ла, звено, эскадрилья командиры ла, полк штурманы ла булып һәр ваҡыт хәрби осошта була. Шуға күрә уға беренсе Алтын йондоҙҙо ла тапшыра алмай торалар. Уға ике Алтын йондоҙҙо ла, еңеүгә бер нисә көн ҡалғас, 1945-се йылдың 1-се майында тапшыралар. Бөтә Бөйөк Ватан һуғышы барышында был берҙән-бер шундай ваҡиға була. Йәшәгән йылдарында хәрби осоусының күкрәген тағы ла ике Ленин ордены, өс Ҡыҙыл байраҡ ордены, Хеҙмәтсән Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Александр Невский ордены, өсөнсө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены, беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены икәү, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бик күп миҙалдар биҙәй.

Осорға ашҡыныу хисе ҡасан, ҡайҙа һәм нисек барлыҡҡа килде һуң? Ул үҙенең “Йәшәйем һәм хәтерләйем” тип исемләнгән китабында болай тип уйлана: “ Яуапты, моғайын бала саҡтан эҙләргә кәрәктер. Уны эҫе июль көнөндә юл ситендә, аҡландарҙа әлһерәп ултырған бәпкә үләндәренә мөлдөрәп баҡҡан күк сәскәләр, һутлы үләндәр араһынан йырлай-йырлай бал йыйған бал ҡорттары һәм шашып-шашып һайраған ҡоштар моңона күмелгән бала саҡ эҙенән эҙләргәлер, бәлки. Бәлки, әсәйем һауғанда биҙрә төбөнә төшкән һөт тамсыһынандыр? Бала саҡ... Ялан аяҡ килеш әрекмән, кесерткән, билсәндәр араһында тәгәрәшеп уйнауҙар, тештәрҙе һындырырлыҡ һалҡын шишмә һыуҙары һәм һин. Йәш, матур әсәй...” “...Бына беҙ атай-әсәйем менән Имәнлеҡул ауылына ҡунаҡҡа китеп барабыҙ. Атайым шул саҡ ерән ҡойороҡло төлкөнө күреп ала, атын йәһәт кенә туғарып, сыбырҡыһы менән һуғып төлкөнө алып та килә. Эх, башҡорт, башҡорт! Өй тултырып бала – саға үҫтереүҙәрең, аҡсаһыҙлыҡтан ызаланыуҙарың бәкәлеңә һуға һинең, йәнеңде ала. Ниндәй генә ауыр ваҡыттар кисерһәң дә иреккә ынтылған моңло йәнеңде ваҡламаның....” Бына шулай уйҙарға бирелеп, һағына ил уҙаманы бала сағын.

           Һуғыштан һуң батыр осоусы хәрби-транспорт авиациһында хеҙмәт итә. Фрунзе исемендәге хәрби академияны һәм Генераль штаб академияһын тамамлай, полк һәм дивизия менән етәкселек итә. Яңы типтағы самолеттарҙы һынау осошонда ҡатнаша. Унан Өфө ҡалаһына ҡайтып, ДОСААФ – та йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә бөтә көсөн, белемен бирә. Шуға ла Башҡортостан егеттәре армия сафтарында уҙҙәрен иң әҙерлекле һәм ышаныслы итеп күрһәтәләр.

Муса Гәрәев һуғышсан дуҫы Галина Мигуноваға өйләнеп, ике малай тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә олаталары тураһында яҡты иҫтәлекте оноҡтары һаҡлай. Мәктәптә Геройҙың үҙе ярҙамы менән асылған музей эшләп килә. Унда батырҙың үҙ ҡулы менән тапшырылған фотолары һәм шәхси ҡомартҡылары һаҡлана.

           Муса Гәрәев һәр ваҡыт тыуған яғына ҡайтып йөрөгән, ауылдаштары уны ҙурлап, ҡәҙерле ҡунаҡ итеп ҡаршы алғандар, хөрмәт күрһәткәндәр. Соҡор төбөндәге аҡ таштар араһынан ағып ятҡан саф һыулы шишмәнең һыуын эсеп, туғайҙа ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләген тәмләп ҡарау уға бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс биргән, ауырыуҙарын онотторған. “Ауылыма яҡынлашҡан һайын мин йөрәгемдең йыш-йыш тибеүен ишетәм, ә ирендәремдә әсә һөтөнөң тәмен тоям. Был, бәлки, Тыуған ер – әсәй еҫелер...? Тәҙрәмә таң баға. Көндәр – төн, йылдар – йыл менән алмашына. Ағас олондарында түңәрәк эҙҙәр ҡалдырып һәм сикәләрҙәге сәстәргә сал һалып, ғүмер уҙа. Бала саҡтағы кеүек, ике ҡулымды һуҙып, бөтә кәүҙәм менән зәңгәр күктә осҡан торналар артынан осорға тип талпынам...” Ошо изге тупраҡ, сәскәле болондар, саф һыулы шишмәләр тыуған ерҙе сикһеҙ яратыу тойғоһо – бөтәһе бергә ҡаһарман иткәндер ҙә минең нәҫел шәжәрәмде данлаусы батыр яҡташым Муса Ғайса улы Гәрәевты!

           Нисек кенә булмаһын, беҙ-бөйөк шәхестең яҡташтары. Беҙ бәхетле, сөнки уның иҫтәлеген һаҡлаған ҡомартҡыларға тотоноу, ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан атлау бәхетенә эйәбеҙ, Муса ағай эйелеп һыу уртлаған көмөш һыулы Таш-шишмәнән туйғансы һыу эсә алабыҙ. Был беҙгә ҙур ғорурлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Беҙ уның үрнәгендә йәшәргә, эшләргә, Туған илебеҙҙе яратырға бурыслыбыҙ. Илебеҙ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған батырҙарыбыҙҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.