|
|||
Биккинин Тимерхан Сабит улы.. Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы. Янғужин Рим Зәйниғәбитдин улы.Стр 1 из 2Следующая ⇒ Биккинин Тимерхан Сабит улы. 1951 йылда Айыусы ауылында тыуған.Ауылдағы мәктәпте тамамлағас,1968 йылда ауыл хужалығы институна уҡырға ингән.1975-1979 йылдарҙа Стәрлетамаҡ РК ВЛКСМ-дың беренсе секретаре.1981-1986 йылдарҙа Башҡорт обком ВЛКСМ-дың икенсе секретаре.1992-1995 йылдарҙа БашҡортАПК-ның кадрҙар әҙерләү һәм квалификация күтәреү институтының ректоры. 1995-2000 йылдарҙа республиканың ауыл хужалығы министрының урынбаҫары. 2001 йылдан Федераль дәүләт Департаментының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Башҡортостан республикаһы буйынса етәксеһе.2005 йылдан федераль дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара итеү органының начальниге. Ҡатыны Минзиә Хәбир ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы 1939 йылда Айыусы ауылында тыуған.Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған.Ишембай ҡалаһында урта белем алып,Салауат ҡалаһындағы химик комбинатҡа аппаратсы булып эшкә урынлашҡан. Ошо уҡ йылдарҙа невть институтының киске бүлеген тамамлай һәм цех начальнигы итеп тәғәйенләнә.1984 йылда Мәләүез ҡалаһының химик комбинатында директор вазифаһына күсерелә.1993 йылдан плып хаҡлы ялға киткәнсе Өфө химик промышленность заводында генераль директор вазифаһын үтәй. Ҡатыны Флүрә Ибраһим ҡыҙы менән татыу ғаиләлә бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.Улар әлеге көндә юғары белем алып эшләп йөрөйҙәр.
Янғужин Рим Зәйниғәбитдин улы. 1941йылда Айыусы ауылында тыуған.Етенсе класта ауылда, башҡорт мәктәбен 1959 йылда Ишембай ҡалаһында алтын миҙалға тамамлай. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға бөтә һәм Мәскәү дәүләт университытының этнография кафедрыһына аспирантураға уҡырға инә. 1968 йылдан бирле Башҡортостан дәүләт университетында эшләй.Хәҙерге көндә профессор,Башҡорт дәүләт университытының Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы мөдире.6 китаптың,140-тан ашыу ғилми мәҡәләләрҙең авторы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.Рәсәй социаль Фәндәр академияһы академигы. Тормош иптәше Зәйтүнә апай менән ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.Улдары ла атаһы юлын һайлаған,тарих фәндәре өлкәһендә эшләй.
|
|||
|