Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Уйын майҙансыҡтары өсөн ҡағиҙәләр.



Уйын майҙансыҡтары өсөн ҡағиҙәләр.

(Ата - әсәләр өсөн консультация)

 

Балалар майҙансығы күңелле һәм хәүефһеҙ урын булып тойола ғына.Ул шулай булып ҡалһын өсөн балалар һәм бигерәк тә ата - әсәләр өсөн ҡағиҙәләр бар. Ғаилә өсөн балалар майҙансығында күңелле һәм файҙалы булһын үҙеңде нисек тоторға? Майҙансыҡта балалар тирә- йүн менән таныша, башҡа сабыйҙар менән аралашырға, уйнарға, уйынсыҡ менән бүлешергә өйрәнә.

Уйнар алдынан майҙансыҡтың хәүефле булған зоналарын ҡарап сығығыҙ. Был бигерәк тә ҡом уйнау урынына ҡағыла. Конструкцияларҙың ышаныслы, боҙолмаған булыуын тикшерегеҙ.

 

1.Баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ!

 

· Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ,балалар майҙансығы – өлкәндәрҙең ял итеү урыны түгел,ә балаларҙың уйнау урыны. Бала күҙ уңында һәм тауышты ишетерлек булған осраҡта ғына, өлкән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың әсәләре телефондан һөйләшергә, китап уҡырға үҙҙәренә рөхсәт итә ала.

· Баланы бер ваҡытта ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

· Баланы күҙ уңында тоторға тырышығыҙ.

· Баланы ят кешеләргә ҡалдырмағыҙ. Бер баланан күберәк булған осраҡта, таныштарға ла ҡалдырмағыҙ. Бер нисә баланы, өҫтәүенә төрлө йәштә һәм ҡулсыр булһалар, бер майҙансыҡта булһа ла ҡарауы ауырлаша.

· Балағыҙ флегматик булһа ла, күҙ алдынан ысҡындырмағыҙ. Тыныс ултырған балаға баҫтырыш уйнаған балалар бәрелеүе, ҡом араһынан ярамаған “тәмлекәсте” ауыҙ итеүе бар.

 

· Ҡомда башҡа балалар булһа ла, балағыҙ эргәһендә булығыҙ. Балағыҙ янында тыныс ҡына уйнап ултырған бала, тиҙ арала «үпкәләп» – уйынсығын тартып алыуы, тешләүе, күҙенә ҡом һибеү осрағы бар. Конфликтты алдан булдырмау, уны хәл итеүгә ҡарағанда күпкә отошлораҡ.

· Бәүелсәктән тауға, тауҙан баҫҡысҡа, уларҙан карусельға, футбол майҙансығына йәки юлға буталып йүгергән бәләкәй тикшеренеүсенең артынан йөрөгөҙ. Ул ваҡытта, уның бейеклектән ҡолап төшөүен (тигеҙ юлда ҡолауын да), осоп килгән туп бәрелеүенән дә ҡотҡара аласаҡһығыҙ. «Үҙаллылыҡа өйрнһен», «ул бер ҡайҙа ла менмәй», «мин бала саҡта бер үҙем уйнаным» тигән аргуменнтар иҫәпкә алынмай, сөнки ундай үҙаллылыҡ һөҙөмтәһен сағыштырырлыҡ түгел.

· Бәләкәс «йөҙ тапҡыр” тауға менгән булһа ла, янында булығыҙ. Ул иғтибарлығын юғалтып йөҙ ҙә беренсе тапҡыр менгәнендә ҡолауы бар. Йыш ҡына әсә «минең бәпесем бына нисек үрмәләй белә” – тигән уңайлы кадр төшөргәнендә йыш ҡына бәлә тыуа.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.