Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тема: Электрон уҡытыуға күсеү. Коронавирус инфекцияһы ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре.



Тема: Электрон уҡытыуға күсеү. Коронавирус инфекцияһы ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре.

Көн тәртибе:

1. Дистанцион уҡыу буйынса һорауҙар һәм яуаптар.

2.Коронавирус инфекцияһы ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре.

Йыйылыш барышы:

6 апрелдә Башҡортостан уҡыусылары оҙаҡҡа һуҙылып киткән яҙғы каникулдан һуң яңынан аң-белем серҙәрен төшөнөргә тотондо. Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп сығыу сәбәпле, уҡыуҙар дистанцияла ойошторолдо. 

Әлбиттә, һәр яңы башланғыс шыма ғына булмай. Дистанцияла уҡытыуҙың тәүге осоронда уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бихисап мәшәҡәттәр – яңы платформаларға, интернет тиҙлегенә, техник ҡорамалдарға бәйле проблемалар менән осрашты. Мәҫәлән, 8 апрелдә Башҡортостанда онлайн-дәрестәр менән тәьмин ителгән балалар һаны 281 190 тәшкил итте. Был – бөтә мәктәп уҡыусыларының 52,2 проценты.

Әлбиттә, балаларҙы уҡыу программаһы менән тәьмин итеү, онлайн-дәрестәргә инеү мөмкинлеген арттырыу йәһәтенән эш даими алып барылды. Мәҫәлән, 6 апрелдә ҡағыҙ кейстар ҡулланған уҡыусылар һаны 12713 булһа, 17 апрелгә ундайҙар 6124-кәсә кәмегән. Муниципаль органдар балаларҙы компьютерҙар менән тәьмин итеү эшен дауам итә. Был аҙнала әлеге башланғысҡа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡушылды.

17 апрелдә онлайн-дәрестәрҙә уҡыусыларҙың 79,5 проценты ҡатнаша алды. Был 379 924 бала тигән һүҙ.

13 апрелдә 101 дәрес мәлендә интернет селтәрендә өҙөклөктәр күҙәтелһә, 17 апрелдә бындай етешһеҙлек 14 кенә дәрестә теркәлгән. Һәр өҙөклөк белгестәр тарафынан иҫәпкә алына һәм улар буйынса тейешле сара күрелә.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында беренсе класс уҡыусылары өсөн республиканың иң көслө уҡытыусылары тарафынан үткәрелгән теледәрестәр ҙә күптәр тарафынан ыңғай баһаланды. Бынан тыш, электрон кейстар ҙа уңышлы ҡулланыла: дәрестәр төрлө мессенджерҙар, социаль селтәрҙәр һәм почта сервисы ярҙамында үткәрелә.

 Беренсе аҙна менән сағыштырғанда, ата-әсәләрҙең дистанцияла уҡыуға ҡарата фекере лә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Был эште һәйбәт ойошторған мәктәптәр, айырым уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеге тураһында ыңғай баһалар бермә-бер артты.

Дистанцион уҡытыу төрлө формала булырға мөмкин:

1. Онлайн дәрес (Бының өсөн Яндекс Учебник, Гугл класс, zoom системаларын ҡулланырға мөмкин)

2. Электрон кейстар.

3. Ҡағыҙ кейстар.

4. Мәктәптә дежур группалар ойоштороу (ата-әсә эштә булған осраҡта)

Беҙҙең класта 7 уҡыусы онлайн дәрестәрҙә ҡатнашып, электрон кейстра менән уҡыһа, бер уҡыусы ҡағыҙ кейстар ала.  Тәүге ике аҙнала ата-әсә төрлө системаларҙы өйрәнеп ҡулланып өйрәнгәнсә, онлайн дәрестәр әҙ үткәрелде. Күберәк электрон кейстар менән эшләнек. Артабан онлайн дәрестәрҙе күберәк үткәрербеҙ тип уйлайым. Көн һайын иртәнсәк ата-әсәләр чатына дәрестәр расписаниеһы, уларҙың үткәрелеү ваҡыты, класс эштәре, өй эштәре күрһәтелгән таблица ебәрелә.

Ата-әсәләр  дистанцион уҡытыуға бик етди ҡаранылар. Анкета һорауҙары буйынса түбәндәге һығымталар эшләнде:

1. Дистанцион уҡыуҙың ниндәй ыңғай яҡтары бар тигән һорауға 7 әсәй дистанцион уҡыуҙың ыңғай яҡтарын күрмәйем тип, 1 әсәй ыңғай яҡтары бар тип яуап бирә һәм уны баланың ата-әсә менән күп ваҡытын бергә үткәреүендә, үҙаллылыҡҡа өйрәнеүендә күрә.

2. Дистанцион уҡыуҙың ниндәй кире яҡтары бар тигән һорауға уҡытыусы менән тере аралашыу етмәүе, темаларҙы уҡытыусы һымаҡ аңлата белмәү проблемаларын күрһәттеләр.

3. Һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәй ҡыйынлыҡтар тыуҙы

 тигән һорауға интернеттың, техниканың насар эшләүе ҡыйынлыҡ тыуҙыра, темаларҙы аңлатыуы ҡыйын, балалар дәрестәге эште эшләп өлгөрмәйҙәр, бала менән ултырып, өйҙәге эштәрҙе эшләп булмай, тип яуап бирәләр.

4. Уҡытыусы тәҡдим иткәндән тыш платформалар менән эшләйһегеҙме тигән һорауға бөтә ата-әсәләр ҙә юҡ тип яуап бирҙеләр һәм платформаларҙың күп булыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра тип яуап бирҙеләр

5. Уҡытыусыға ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар тигән һорауға ата-әсәләр электрон һәм ҡағыҙ кейстарҙың аңлайышлы булыуын, эштәрҙең күп булмауын әйттеләр.

Әлбиттә, баланы уҡытырға ҡына түгел, һаулығын да ҡайғыртырға кәрәк. Бының өсөн баланың саф һауала булыуын, дөрөҫ туҡланыуын ойошторорға, тәнәфестәр ваҡытында физминутка, күҙҙәр өсөн күнекмәләр эшләргә кәрәк. Шулай уҡ интернет хәүефһеҙлекте лә оноторға ярамай.

 

 

Икенсе һорау: коронавирустан һаҡланыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус сиренең таралыу хәүефен кәметеү буйынса өҫтәмә сараларҙы раҫланы.

Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер йәмәғәт урындарында, йәмәғәт транспортында, таксиҙа йөрөгәндә мотлаҡ битлек һәм бирсәткә кейергә кәрәк. Документ ял көндәрендә эшмәкәрлеген дауам итеүгә рөхсәт булған предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы өлгөләге пропуск йәки белешмә ҡағыҙы биреү тәртибен регламентлай. Эш биреүселәрҙең әүәлге белешмәләре һәм пропусктары 20 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа ғәмәлдән сыға.

Республикала эшен дауам иткән ойошмалар исемлеге менән doroga02.ru сайтында танышырға мөмкин.

Машинала аҙнаһына ике тапҡыр иң күбе 90 минут юл йөрөү рөхсәт ителә. Баҡсаға, шулай уҡ һунарға бер тапҡыр ғына барырға була.

Сит илдәрҙән, Мәскәүҙән һәм коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булған башҡа төбәктәрҙән килгән граждандарға килгәндә, уларҙы өйҙә, обсерваторҙа йәки стационарҙа изоляциялау һәм күҙәтеү тураһындағы ҡарарҙы оператив штаб ҡабул итә.

Шулай уҡ балаларҙың һәм өлкәндәрҙең өйҙән ситкә сығып йөрөүенә сикләүҙәр ҡуйылды. 65 йәште үткән ололарға киске 6-нан иртәнге 10-ға тиклем йәмәғәт урындарына барыуҙан тыйылырға кәңәш ителде. Шулай уҡ балиғ булмаған балаларға киске 6-нан төшкө 1-гә тиклем өйҙән, ишек алдынан сығырға ярамай.

Республика башлығы быны тәҡдим тип түгел, ҡәтғи талап тип атаны.

 

Ҡарар:

1. Коронавирус ауырыуы таралыу осоронда барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә.

2. Уҡыусыларҙың дистанцион белем алыуын тәьмин итергә.

3. Көн режимын һаҡларға.

4. Интернет хәүефһеҙлекте тәьмин итергә.

5. Уҡытыусы меннән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.