|
|||
ткәреү ваҡыты: 23.04.2020 Әҙәби уҡыу дәресеҮткәреү ваҡыты: 23.04.2020 Әҙәби уҡыу дәресе Тема: Ф.Сынбулатова “Атай менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ” Дәрестең маҡсаты:уҡыу темпын көйләү, шыма, етеҙ уҡырға өйрәнеү;һүҙ байлығын арттырыу; ата-әсә ҡәҙерен белергә, уларҙың хеҙмәтен ыңғай баһаларға күнектереү. Дәрес барышы. Һаумыһығыҙ! Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, үткән дәрестә ниндәй әҫәрҙәр менән таныштыҡ? (Ф. Сынбулатова “Атай – ғаиләлә хужа”, Р. Хәйри “Атай меән һөйләшеү”) Бөгөнгө танышасаҡ әҫәрҙең исемен уҡы (42-се бит). Дәреслектең 43, 44-се биттәге һүрәттәрҙе ҡара. Нимә тураһында һүҙ барыр бөгөнгө әҫәрҙә?
Әҫәрҙә шундай һүҙҙәр осрай: Донъя-тирә-яҡ,йүн Һөнәр-кәсеп, шөғөл Ат егә, ат туғара, ат тышай, ат ҡарай ”Атай менән әсәйҙән өйрәнәбеҙ” хикәйәһен яҙманан тыңла. https://vk.com/wall-187554598_125 Хикәйәне үҙ аллы эстән уҡы Ял минуты -Атай менән әсәй ниндәй кешеләр? -----Ҡәҙерле -Атай улын нимәгә өйрәтә?-----------бысырға,йышырға,төҙөргә, ат егергә, туғарырға, тышарға, ҡарарға, умартасылыҡ серҙәренә -Әсәй ҡыҙын нимәгә өйрәнә?---өй йыйыштырырға, бешерергә, сигергә, тегергә, йорт матурларға, гөл-сәскә үҫтерергә, бала тәрбиәләргә “Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән” мәҡәлен нисек аңлатырһың? Атай-әсәйең менән түбәндәге мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыҡлағыҙ. Ата һөнәре-балаға мираҫ. Атанан күреп ул үҫер, инәнән күреп ҡыҙ үҫер. Алма ағасынан алыҫ төшмәй. Дәрестә ниндәй әҫәр менән таныштыҡ? Һин бик матур эшләнең, ҙур рәхмәт!
|
|||
|