|
|||
ткәреү ваҡыты: 21.05.2020 Әҙәби уҡыу дәресеҮткәреү ваҡыты: 21.05.2020 Әҙәби уҡыу дәресе Тема: “Минең әсәйем кем?” Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Дәрестең маҡсаты: Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Минең әсәйем кем?” исемле әҫәре менән танышырға, дөрөҫ, тасуири уҡып өйрәнергә. Дәрес барышы - Һаумыһығыҙ! Дәреслектең 79-сы битен ас. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Минең әсәйем кем?” исемле әҫәрен тап. 79-сы биттәге иллюстрацияны ҡара.
- Был әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында бара, тип уйлайһың? Әҫәрҙә шундай һүҙҙәр осрар: тауыҡ– курица себеш – цыплёнок күбәләк - бабочка быҙау– телёнок ихата – двор зыян – вред Әҫәрҙе яҙманантыңла. - Әҫәрҙең жанрын билдәлә. (әкиәт) - Ни өсөн шулай уйлайһың? (сөнки хайуандар һөйләшә) - Әкиәттең геройҙарын һанап сыҡ. (тауыҡ, себеш, күбәләк, быҙау, бесәй, эт, әтәс) Ял минуты Әҫәрҙе үҙең ике тапҡыр уҡып сыҡ. Атай-әсәйеңә уҡып ишеттер. Иллюстрацияларға тап килгән өҙөктәрҙе уҡы.
- Әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә? Дәреслектең 82-се битендәге кәңәште уҡы. Кәңәш Ҡайҙа, кем менән, күпме ваҡыт булыуыңды ата-әсәңә һәр саҡ әйтеп йөрө.
Дәреслектең ҡалған биттәрен йәйге каникулдарҙа уҡы. Дәреслектән башҡа ла туған телеңдә китаптар уҡырға онотма, уҡыусым! Уҡыған китаптарыңдың исемлеген яҙып бар. Дәрестә һин бик матур эшләнең! Рәхмәт!
|
|||
|