|
|||
ткәреү ваҡыты: 21.04.2020 Әҙәби уҡыу дәресе Тема: Фәниә Сынбулатова “Атай – ғаиләлә хужа”Үткәреү ваҡыты: 21.04.2020 Әҙәби уҡыу дәресе Тема: Фәниә Сынбулатова “Атай – ғаиләлә хужа” Маҡсат: аңлы, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, һөйләмде мәғәнәһенә ҡарап, тейешле интонация менән уҡырға өйрәнеү; һүҙлек байлығын тулыландырыу; ата – әсәгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү. Дәрес барышы Һаумыһығыҙ! Шиғырҙы ҡысҡырып уҡы! Мин бәхетле был донъяға тыуғанға, Зәңгәр күктән яҡты ҡояш көлгәнгә, Йылы өйҙә тыныс тормош торғанға, Ата-әсәм, туғандарым булғанға. Дәреслектең 39-сы битендәге һүрәттәрҙе ҡара.
- Был һүрәттәрҙә кемдәр бар? Улар нимә менән шөгөлләнәләр? Улар ниндәй сифаттарға эйә? Ғаиләлә ауыр эштәрҙе кем башҡара? Уға кем дәрт өҫтәй, көс бирә? Хикәйәнең исемен уҡығыҙ. (“Атай – ғаиләлә хужа”) Әҫәрҙең исеме нимә тураһында һөйләй? - Ғаиләлә кем хужа булырға тейеш?Атаймы? Әсәйме? - Был мәсъәләне асыҡларға Фәниә Сынбулатованың “Атай – ғаиләлә хужа” исемле әҫәре ярҙам итер. Әҫәрҙә шундай һүҙҙәр осраясаҡ: Һүҙлек эше: Ҡартатай – олатай (дедушка), Ҡартәсәй – өләсәй (бабушка), Башлыҡ – хужа, эйәртеүсе (глава), Абруйлы – хөрмәтле (уважаемый, почетный), Хәстәрләү – ҡайғыртыу (забота), Терәк – таяныс (опора). Хикәйәне иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ. Кем ғаиләлә хужа икән? - Был хикәйәлә нимә тураһында һүҙ барҙы? - Ғаиләлә әсәй, атай ниндәй эштәр башҡара? - Тимәк, ғаиләлә кем хужа булырға тейеш? - Ә хәҙер хикәйәне үҙ аллы уғып сығығыҙ. Һығымта яһау. - Тимәк, атайҙар ниндәй булырға тейеш? Бөгөн дәрестә һеҙ нимә белдегеҙ? Көндәлек мәсъәләләр хәл иткәндә һуңғы һүҙҙе атай әйтә. Атайығыҙҙың әйткәндәрен һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк! 41-се биттәге Р. Хәйриҙең “Атай менән һөйләшеү” исемле шиғырын тасуири уҡырға өйрән. Мин дә һинең уҡығаныңды ишеткем килә. Дәрестә бик матур эшләнең! Рәхмәт!
|
|||
|