|
|||
ткәреү ваҡыты: 12.05.2020 Әҙәби уҡыу дәресеҮткәреү ваҡыты: 12.05.2020 Әҙәби уҡыу дәресе Тема: “Тәүге дәрес” Салауат Кәрим Дәрестең маҡсаты: Салауат Кәримдең “Тәүге дәрес” исемле әҫәре менән танышырға, дөрөҫ, тасуири уҡып өйрәнергә. Дәрес барышы - Һаумыһығыҙ!Дәреслектең 56, 57, 58 -се биттәрендәге иллюстрацияларҙы ҡарағыҙ. Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара тип уйлайһығыҙ?
- Дәреслектең 55-се битен ас. Салауат Кәримдең “Тәүге дәрес” хикәйәһен тап. Әҫәрҙә шундай һүҙҙәр осрар: мыжыу– капризничать йәлләү – жалеть ғорурланыу– гордиться Әҫәрҙе яҙманантыңла. - Урал һиңә оҡшанымы? - Ни өсөн? - Ә һин мәктәпкә барған тәүге көнөңдө иҫләйһеңме? Шул көн тураһында һөйлә. - Белем көнөндә төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе миңә ебәреүегеҙҙе һорайым. - 56, 57, 58 -се биттәрҙәге иллюстрацияларға тап килгән урынды табып уҡығыҙ.
Әҫәрҙе үҙең ике тапҡыр уҡып сыҡ. Атай-әсәйеңә уҡып ишеттер. Дәреслектең 60-62-се биттәрҙәге әҫәрҙәрҙе уҡы. Иң оҡшағанын миңә лә уҡып ишеттер. Дәрестә һин бик матур эшләнең! Рәхмәт!
|
|||
|