Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Изложение өсөн текст



Изложение өсөн текст

Ҡурғаш ҡашыҡ

Байназаровтың һуғыш юлында уның тәү күргән ҡазаһы — ҡашыҡ юғалтыу булды. Тоғона әсәһе һалып ебәргән йәлпәк башлы ҡурғаш ҡашыҡ ҡыҙыл вагонға ултырған төндө үк ғәйеп булды. Ғәйеп булды, тип, ни инде... Яуға барыуҙан ҡото осоп, вагондан үҙе һикереп төшөп ҡалмағандыр ҙа. Булмаҫ. Ул ҡурҡаҡ заттан түгел ине. Йәнтимерҙең атаһы Йәнбирҙе һалдат менән бергә әле теге герман һуғышынан йөрөп ҡайтҡан, яуҙарҙа һәм походтарҙа сыныҡҡан, донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, күп ғибрәттәр алған булдыҡлы ҡашыҡ ине ул. Һурпа-бутҡаны котелоктан, табаҡтан, сүлмәктән ауыҙға, тамсыһын да ситкә төшөрмәй, бихисап ташыған егәрле, маһир ҡашыҡ ине. Өҫтәүенә, уның уң сите, бысаҡ йөҙө рәүешле, сарланып, үткерләнеп бөткәйне. Йәнтимерҙең әсәһе — сулаҡ Гөлғәйшә еңгә, ҡаҙан төбөн ҡыра-ҡыра, шул хәлгә килтерҙе уны. Ябай ҡашыҡ ҡына түгел, һуғышсан ҡорал ине ул. Ундайҙар үҙ ирке менән пост ташлап китмәй — йә яна, йә һына. Улымдың юлдашы ышаныслы булыр, тип ихлас уйлағайны Гөлғәйшә еңгә. Ғәмәлдә ана нисек булып сыҡты бит. (150 һүҙ)

                                                                                      (М. Кәримдән).

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.