Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





улдарығыҙ менән ябай осорғос йылан (воздушный змей)



 

 

Үҙ ҡулдарығыҙ менән ябай осорғос йылан (воздушный змей)

Осорғос йыландарҙы балалар ғына түгел,ә өлкәндәр ҙә осорорға ярата. Ләкин магазиндан алынған “йылан” ҡатмарлы һәм ауыр булыуы мөмкин. Беҙ һеҙгә осорғосто өйҙә эшләргә тәҡдим итәбеҙ.

Мастер-класс еңел, шуға балалар менән бергә лә йыланды эшләй алаһығыҙ.

Нимә кәрәк була?

· гәзит

· диаметры 1 см ағас планка

· сүс бәүе

· скотч

· төрлө төҫтәге таҫмалар

Осорғос йыланды нисек эшләргә?

Ағас планканы алып, 50 һәм 60 см оҙонлоғонда бысабыҙ, улар түңәрәк йәки ялпаҡ булһын. Планкалаларҙың осона еп һыйғандай уйым эшләйбеҙ.

Оҙон планканы вертикаль рәүештә һалабыҙ һәм 15 см аралыҡта 50 см-лыҡ таяҡты урынлаштырабыҙ. Килеп сыҡҡан кресты сүс бәүе менән нығытабыҙ.

Артабан нәҙек скотч йәбештерәбеҙ. Быны беҙ ағас конструкцияны нығытыр өсөн эшләйбеҙ.

Сүс бәүе ярҙамында буласак осорғос йыландың остарын уратабыҙ. Еп - уйылған соҡорҙар аша үтергә тейеш.

Өҫтәлгә гәзитте һалабыҙ. Унан ромб рәүешендәге фигура ҡырҡабыҙ.Ситтән 2-3 cм ҡалдырыр кәрәк.

-

Таяҡтар нығыраҡ торһон өсөн, уларҙың остарын елем ҡулланып нығытабыҙ. Артабан, әҙер ромбты, скотч ярҙамында ағас таяҡтар менән тоташтырабыҙ.

Йыландың оса торған өлөшө ныҡ булырға тейеш.

1 м оҙонлоҡта еп алабыҙ. Уның менән осорғос йыландың өҫкө һәм аҫҡы яҡтарын тоташтырабыҙ. Аҙаҡ ошо епкә оҙон бәү бөйләйбеҙ.

Осорғос йыланды биҙәргә генә ҡалды. Уның өсөн төрлө төҫтәге таҫмалар ҡулланабыҙ.

Аңлауығыҙса бындай осорғос йыланды эшләүе ап-анһат! Гәзит урынына ябай картон алып, балағыҙ уны фломастерҙар, буяуҙар менән биҙәһә, тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.