|
|||
ткәреү ваҡыты:21.05.2020 Башҡорт теле дәресеҮткәреү ваҡыты:21.05.2020 Башҡорт теле дәресе Тема:Предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Маҡсат: . Предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең һорауҙарын асыҡлау. Дәрес барышы Һаумыһығыҙ! Дәфтәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны яҙығыҙ. 21 май Класта эш
60-сы бит, 1- се эш. Һүрәтле диктант яҙ.
1-се күнегеү Тауыҡ, китап, бейәләй, кәзә, юлсы. Һығымта: Предметты күреп, тотоп ҡарап була. Предметты белдергән һүҙҙәр кем?нимә? һорауҙарына яуап була. 62-се бит, 3- сө эш. Һүҙҙәр ниндәй һүрәтте асыҡлай?
Һығымта: Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр ниндәй? һорауына яуап була. Ял минуты 63-сө бит, 1 – се эш. Бирелгән һүҙҙәр нимәне аңлата? Улар ниндәй һорауға яуап була? Уларҙы күсереп яҙ. Һығымта: Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр ни эшләй? һорауына яуап була.
Афарин! Дәрестә бик матур эшләнең! Эштәреңде миңә ебәрергә онотма. Рәхмәт!
|
|||
|