|
|||
Дифференциаль зачетҡа тест һорауҙары:Стр 1 из 4Следующая ⇒ Дифференциаль зачетҡа тест һорауҙары:
1. Тел ғилеменең ниндәй бүлеге һүҙ төркөмдәрен, һүҙ үҙгәрешен өйрәнә ? А) синтаксис Б) морфология В) орфография Г) пунктуация 2. Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ: А) егерме Б) таяҡ В) янъялсы Г) альяпҡыс 3. Сонор тартынҡыларҙы билдәләгеҙ: А) б, в, д, ж, п, с, ш; Б) к, й, р, щ, м, т, ч; В) й, р, л,м, н, ң ; Г) с, ч, р, ф, д, ж; 4. Йорәк һүҙендәге икенсе һуҙынҡы өндөң дөрөҫ ҡылыҡһырламаһын табығыҙ: А) алғы рәт, иренләшкән, парлы, баҫымлы һуҙынҡы; Б) артҡы рәт, иренләшмәгән, парлы, баҫымһыҙ һуҙынҡы; В) алғы рәт, иренләшмәгән, парлы, баҫымлы һуҙынҡы ; Г) алгы рәт, иренләшмәгән, парһыҙ,баҫымлы һуҙынҡы ; 5. Асыҡ ижектәрҙән генә торған һүҙҙе күрһәтегеҙ: А) ҡайын; Б) бүлмә; В) ҡармаҡ; Г) бурама. 6. Ялғауы дөрөҫ булмаған һүҙҙе табығыҙ : А) төҙөлөштең; Б) ҡоростоң; В) боросто; Г) тороусы. 7. Составында иренләшмәгән һуҙынҡылар ғына булған һүҙҙе билдәләгеҙ : А) өйҙәргә; Б) болоттоң; В) ултырғысҡа; Г) тороусы . 8. Эпентеза күренеше ҡайһы рәттәге һүҙҙәрҙә сағылыш алған ? А) ыҫмала, эскәмйә, эҫкерт; Б) карауат, торба, бүрәнә; В) киләлмайым, алмағас, ҡарэсле; Г) уйнай, йомшаҡ, тәҙрә, йомро. 9. Һүҙҙәрҙең ҡайһыһы сингармонизм законына буйһонмаған: А) умырзаялар; Б) ғалимға ; В) тирмәнең; Г) сиңерткәне. 10.Кәкре ҡайынға терәтеү, тәгәрмәскә таяҡ тығыуфразеологик берәмектәренең дөрөҫ аңлатмаһын билдәләгеҙ: А) урлау, нахаҡҡа рәнйетеү; Б) алдау, ҡамасаулау; В) ҡасыу, юғалыу; Г) насар эшләү, оялыу. 11. Диалект һүҙҙәр бирелгән юлды билдәләгеҙ: А) бөрлөгән, алма, ҡарағат: Б) бәрәңге, ер алмаһы, кәртүк ; В) тау, йылға, ауыл; Г) көршәк, биҙрә, сәйнүк. 12. Нимә ул омонимдар? А) яҙылышы һәм әйтелеше яғынан бер төрлө, ләкин мәғәнәләре буйынса төрлө һүҙҙәр; Б) ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр; В) мәғәнәләре буйынса яҡын һүҙҙәр; Г) дөйөм ҡулланылыштан сыҡҡан һүҙҙәр. 13. Бирелгән һөйләмдәге сифаттар бер-береһенә ҡарата нимә булып һанала:Был һорау Гүҙәл өсөн аүыр ҙа, шул уҡ ваҡытта еңел дә ине? А) синоним; Б) антоним; В) омоним; Г) пароним. 14. Синоним һүҙҙәр бирелғән юлды билдәләгеҙ: А) ташлау, быраҡтырыу; Б) илау, көлөү; В) килеү, барыу; Г) ҡайтыу, китеү. 15.Ир-егет, ҡыҙ-ҡырҡын һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған? А) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы ; Б) һүҙҙәрҙе парлау юлы; В) һүҙҙәрҙе ҡыҫкартыу юлы; Г) ялғау ҡушылыу юлы. 16.Умартасы, йәшлекһүҙҙәре яһалышы буйынса ниндәй һүҙҙәр : А) тамыр; Б) яһалма; В) парлы; Г) ҡушма. 17. Исем нимә белдерә? А) предметтың билдәһен; Б) предметтың эше буйынса билдәһен; В) предметтарҙы , ҙаттарҙы; Г) һөйләүсенең хис-тойғоларын. 18. Яһалма исемдәре генә булған төркөмдө билдәләгеҙ: А) шишмәгенәһе, ауыл, тирә-йүн ; Б) баксасы, һөҙгөс, тирәклек; В) тиндәш, бала-саға, тау; Г) йыуғыс, аҡбур, ел. 19. Иркәләү һәм кесерәйтеү формалары ғына булған төркөмдө билдәләгеҙ: А) бәпескенәм, ҡойроҡ, сәйнүҡ; Б) киоск, ултырғыс, ҡолонсаҡ; В) әсәкәйем, төйөнсөк, башҡынайым; Г) мал-тыуар, йәйләү, туғанҡай.
|
|||
|