Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Интересные факты



Интересные факты

1929 год – опубликована историческая повесть «Салават».

1935 – Злобиным написан одноименный исторический рассказ для детей.

1936 – первый кинотеатр Уфы был переименован в «Салават»

1939 – правительство республики объявляет конкурс на проект памятника Салавату.

1941 – вышел в прокат художественный фильм «Салават Юлаев»; Малоязовский район Башкирии переименован в Салаватский; издан роман «Салават Юлаев» (книга пухнет) .

1949 – поселку, позже ставшему городом, присвоено имя Салавата.

1952 – широко отмечается 200-летие Салавата Юлаева; создан первый в республике бронзовый памятник-бюст Салавату.

1961 – хоккейная команда названа именем Салавата Юлаева.

1967 – установлен памятник Салавату (Телецентр) ; учреждена высшая в республике государственная премия им. Салавата Юлаева.

1980 - открытие музея Салавата в Балтачевском районе (д. Норкино)

1982 – первая (она же и последняя) биография Салавата Юлаева.

1989 – открыт памятник Салавату в г. Палдиски (Эстония ) .

1991 – открытие музея Салавата в Салаватском районе (п. Малояз) .

1993 – утвержден герб республики с изображением памятника Салавату Юлаеву.

1994 – площадь у памятника Салавата Юлаева (Телецентр) названа именем Салавата Юлаева…

1994 – по приглашению ГТРК «Башкортостан» творческой группой; Свердловской киностудии был снят фильм «Я – Салават».

1996 – документальный фильм «Оран» (посвященный Салавату) ; установлен памятник Салавату в здании Курултая – Госсобрания.

1998 – учреждена высшая награда республики – орден Салавата Юлаева.

2000 – памятник Салавату Юлаеву на ул. Фрунзе, перед Госсобранием (Курултаем) .

2004 – улица Воровского переименована в проспект Салавата Юлаева; сад, основанный в 1901-м (сегодня его помнят как им. Крупской) , переименован в сквер Салавата Юлаева.

2005 – премьера киностудии «Башкортостан» новейшего документального фильма о Салавате Юлаеве «Несломленный дух».

Разумеется, это далеко не всё. Памятники и улицы есть во многих городах и районах РБ, как и проспекты Салавата. Строительство продолжается…

 

Бөгөн Салауат Юлаевтың – Рәсәй һәм Башҡортостан, бөтә донъя тарихында мәңгелеккә хәтергә уйылып ҡалған бөйөк шәхестең тыуыуына 260 йыл тулды. Халыҡ массаһы юлбашсыһы, полководец, дәртле шағир-сәсән үҙендә халыҡтың азатлыҡҡа ынтылышын сағылдыра.

Милли геройҙың тормошон оҙаҡ йылдар өйрәнеүсе тарихсы Инга Гвоздикова Салауат Юлаевтың характерының төп сифаттарын дөрөҫ билдәләй: «Рухы менән ирекле кеше булараҡ, ул азатлыҡты дөйөм байлыҡ тип иҫәпләгән һәм шуға күрә, ныҡышмалы һәм драматик көрәштә үҙ дәрәжәләрен, үҙ социаль, милли һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлап күтәрелгән халыҡ массаларын етәкләй…».

Салауат Юлаев 1754 йылда Тәкәй ауылында Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы Юлай Аҙналиндың ғаиләһендә тыуған. Юлай уҡымышлы кеше була, Прусия һәм Польша кампанияларында билдәлелек яулаған. Уның ырыуында тархандар һәм бейҙәр булыуы билдәле. Оҙаҡ йылдар ул башҡорттарҙың биләмәләрен һатып алыуға ҡаршы заводсылар менән судтарҙа дәғүәләшә.

Юлай Аҙналин походтарҙа рус губернияларында йәшәгән кешеләрҙең тормошон, Европа илдәренең йәшәү рәүешен күрә, ул уның аң даирәһен арттыра. Йәмғиәттең алдынғы кешеләре менән таныш була, тарихсы Павел Рычков, академик Петр Паллас менән осраша. Үҙ белемен Юлай, бала саҡтан аҡылы, ҡыйыулығы һәм көсө менән айырып торған, улына Салауатҡа өйрәтә.

1773 йылдың 11 ноябрендә баш күтәреүселәр менән көрәшеү өсөн йүнәлтелгән йөҙләгән атлы отряд етәкселегендә Салауат Юлаев Бөгөлсән эргәһендә Пугачевтың, тартып алынған башҡорт ерҙәрен ҡайтарыу, дин тотоусыларҙы йәберләмәү һәм бөтә халыҡтарға үҙҙәренең йолалары буйынса йәшәргә мөмкинлек бирәм тигән вәғәҙәләренә ышанып, уның яғына күсә.

Ошо көндән алып, 1774 йылдың 25 ноябренә, ҡулға алынғанға тиклем Салауат Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларының иң үҙәгендә була, 28 һуғышта ҡатнаша, уларҙың 11-ен үҙ аллы атҡара. Йәш полководец Емельян Пугачевтың ышанысын тиҙ яулай, баш күтәреүселәр араһында иң йәш полковник булып китә. Һуңыраҡ бригада генералы дәрәжәһен ала. Артабан Салауат Красноуфимск һәм Көңгөр яҡтарында баш күтәреүселәрҙе етәкләй. Емельян Пугачевты ҡулға алғандан һуң да Салауат батша ғәскәрҙәре менән көрәшеүен дауам итә.

1774 йылдың ноябрендә Шайтан-Көҙөй улусының Миндәш ауылы эргәһендә ҡулға алына. Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә һәм Ырымбурҙа оҙаҡ тикшереүҙәрҙән һуң атаһы Юлай Аҙналин менән бергә ҡамсы менән һуҡтырылыуға (175 тапҡыр), танау япраҡтарын ҡырҡыуға һәм маңлайы менән сикәләренә ҡыҙҙырып тамғалар баҫыуға дусар ителә. Һорау алыуҙарҙа Салауат иптәштәрен һатмай үҙен тыныс һәм батырҙарса тота.

Юлай Аҙналин, Иван Почиталин, Ҡәнзәфәр Усаев һәм башҡа әүҙем ихтилал ҡатнашыусылары менән Салауат Эстландия губернияһының Рогервик ҡәлғәһенә, хәҙерге Палдиски ҡалаһына, ғүмерлек һөргөнгә оҙатыла. Документтарға ярашлы, Салауат Юлаев 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.

Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә шағир-импровизатор булараҡ һаҡлана. Уның шиғриәт мираҫынан беҙҙең көндәргә 500-ләп юлы килеп еткән. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында ул ихтилалдың еңелеү сәбәптәре тураһында фекер йөрөтә, туған халҡының һәм башҡорт еренең яҙмышы өсөн борсолоуын белдерә.

1929 йылда советтар яҙыусыһы Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романы сыға һәм тиҙ популярлыҡ яулай. 1940 йылда режиссер Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» нәфис фильмы прокатҡа сыға. Һуғыш йылдарында уны йыш ҡына Ҡыҙыл Армия частарында яугирҙарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн күрһәтәләр. Бөйөк Ватан һуғышы барышында уның исемен истребитель-артиллерия дивизионы һәм бронепоезы йөрөтә.

Бөгөн Салауат Юлаевтың образы республикабыҙҙың айырылғыһыҙ символына әйләнде, уның һыны Башҡортостандың гербында урын алған. Салауат Юлаевтың исеме менән әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының ордены һәм Дәүләт премияһы аталған. Милли геройҙың исемен Башҡортостанда ҡала, район, хоккей клубы республикала, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстанда, Донецкиҙа, Кривой Рогта, Палдискиҙа предприятиелар, урамдар йөрөтә.

Салауаттың тыуған ерендә – Малаяҙ ауылында – Салауат Юлаевтың музейы эшләй. Өфөлә, Сибайҙа, Салауатта, Красноуфимскиҙа, Башҡортостандың Салауат районында, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында халыҡ батыры тураһында иҫтәлеккә һәйкәлдәр ҡуйылған. Уға Заһир Исмәғилевтың күренекле «Салауат Юлаев» операһы, Хөсәйен Әхмәтов менән Нариман Сабитовтың «Тау бөркөтө» балеты арналған. Салауаттың образы халыҡ ижадында, рус, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, сыуаш һәм марый яҙыусылары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Йыл һайын Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәрен байрам итәләр, күмәк кеше ҡатнашлығында «Салауат йыйыны» фольклор байрамы уҙғарыла.

Салауат Юлаевҡа ҡойолған иң билдәле һәйкәлгә айырым стенд бағышланған. 1967-се йылдың 17-се ноябрендә Өфө ҡалаһының иң бейек нөктәһендә, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ҡаяла, мөһабәт монумент асыла. Һәйкәлде билдәле совет скульптуры, Төньяҡ Осетия АССР-ның халыҡ рәссамы, Башҡортостан АССР-ның халыҡ рәссамы Сосланбек Тавасиев һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Исмәғил Ғәйнетдинов яһаған.
Һәйкәл бронзаланған суйындан ленинградта “Монумент-скульптура” заводында ҡойолған. Бейеклеге 9,8 метр. 10 метр бейеклектәге постаменты граниттан яһалған. Һәйкәл йыраҡтан уҡ күренеп, үҙенә йәлеп итеп тора. Был илдә металлдан ҡойолған иң ҙур атлы статуя. Уның ауырлығы 40 тонна тәшкил итә.
Был һәйкәл беҙҙең республиканың символына әйләнгән. Уның һүрәте Башҡортостан Республикаһының гербында ла төшөрөлгән.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.