Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Аҫылғужа. МЕРҘӘН ОҘОН КӨН



Аҫылғужа

(1945 – 2005)

 

Аҫылғужа (Аҫылғужа Ишемғол улы Баһуманов) 1945 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында тыуа. Темәс мәктәп-интернатын тамамлағас, уҡытыусы була. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына инә. Унан һуң күп йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләй. 1983 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби сотрудник, аҙаҡ Башҡортостан китап нәшриәтенә директор итеп һайлана. Һуңынан ғүмере ахырынаса нәшриәттә мөхәррир булып эшләй.

Шиғырҙарҙы ул алтмышынсы йылдарҙан уҡ яҙа, «Ҡояшлы таң», «Боҙҙар аҡтарылғанда» исемле китаптары донъя күрә. Тора-бара ул проза әҫәрҙәре лә ижад итә башлай, «Бирешмә, Бәҙри!», «Ниндәй көн был?..», «Ҡайҙа һин, генерал?» тигән повестары тыуа. Һуңғы йылдарҙа Аҫылғужа киң полотнолы әҫәр яҙырға тотонғайны. Уның тәүге романы «Салауаттың йәше» (2004) исеме менән донъя күреп өлгөрҙө.

 

ҒҮМЕРҘӘН ОҘОН КӨН

 

Был көн һуҙыла ла һуҙыла. Ғүмерҙәй оҙон-оҙон булып... Аҫылғужа әҫәрендә ул «Таң алдынан», «Иртәнсәк», «Көн үҙәге», «Төштән һуң»ға бүленгән. Әммә беҙ төштән һуң эңер, кис тыуасағын да беләбеҙ... Донъяла, күп күренештәр туҡталып ҡала, ә был көн һуҙыла ла һуҙыла. Ул хатта күп нәмәләрҙән оҙонораҡ, әһәмиәтлерәк булыр төҫлө.

Композицион яҡтан «Ниндәй көн был...» повесы көн ағышына яраҡлаштырып ҡоролған. Ябай, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле алым. Яугир, крәҫтиән, уҡытыусы Әҙеһәм Әлибаевтың бар ғүмере ошо бер көн эсенә һыйып бөтә кеүек. Әҙип бер көн һуҙымындағы ваҡиғаларҙы һүрәтләй, ара-тирә хәтирәләргә, үткән осорҙағы хәлдәргә әйләнеп ҡайта. Шулай геройҙың барса ғүмерен күҙ алдына баҫтыра.

Беҙҙеңсә, яҙыусы ошолай композицион йыйнаҡлыҡҡа, икенсе төрлө әйткәндә, әҙәби әҫәрҙе ҡороу маһирлығына өлгәшкән. Был бик мөһим, сөнки повесть, роман ише ҙур күләмле әҫәрҙәрҙә композиция ҙур роль уйнай. Ғөмүмән, ошоға ирешмәгән прозаик отола, уның әҫәренең баһаһы (бай теленә, бүтән төр сағыу һүрәтләү сараларына, идея үткерлегенә, конфликт көсөнә ҡарамай) кәмей йә юҡҡа сыға. Аҫылғужа роман ҡоласында фекер йөрөтә, повесында кешенең бөтә тормошон һынландырырға ынтыла. Улай ғына ла түгел, халыҡ тормошон, көнкүрешен ярайһы уҡ тулы тасуирлай. Тормошто киң ҡоласта, эпик рәүештә һүрәтләү, кеше ғүмерен, халыҡ яҙмышын тотошлай сағылдыра алыу романса фекерләүҙең төп билдәләре тиһәк, авторҙың был һәләткә эйә булыуын күрәбеҙ. А. Баһуманов айырым күренештәрҙе, аҙ кеше ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы ғына түгел, ә күмәк ҡайнашҡан картиналарҙы бирергә ярата. Мәҫәлән, һуғыш эпизодтарын ул киң итеп күрһәтә. Уның ваҡиғалары аулаҡ аҡланда түгел, тотошлай ут ялмаған ялан иңендә бара; бер үк ваҡытта бер нисә кеше түгел, ә бөтә салғысылар ҡоро һөйләшә; ике салғысы ярышы түгел, ә бесән өмәһе – әҫәр үҙәгендә. Ауыл тормошон, халыҡ көнкүрешен яҡшы белеү өҫтөнә ошо тормоштоң шиғриәтен аса, һынландыра. Халыҡтың аңын, күңелен, эстетикаһын тоя һәм ошоно уның ифрат бай теле аша сағылдыра ала.

«Эйелергә уҡталғайны ғына – сәскәләр, шаян ҡыҙҙарҙай көлөшә-көлөшә, ян-яҡҡа йүгерешеп киткәндәй булды. Әҙеһәм турайып баҫҡас, мут ҡына күҙ ҡыҫҡылап, йәнә уратып алдылар.»

«– Кешенән оялам, ағай. Йәш башы менән еңел эштә йөрөй, тиерҙәр.

– Икенсе группа инүәлит икәнеңде көллөһө лә белә. Ярар, бер-ике бакуй сыҡһаң сығырһың, аръяғына сүкеүҙә булырһың. Тырр!

Килеп еттеләр. Туғайҙың нәҡ урталығында юл ситләп туҡталған муллаҡайҙар ҙа, үр яҡтан килгән ҡолсоралар ҙа аралаш-аралаш ваҡытлы төйәк ҡора. Арбалылар, тәртәләрен күтәртеп ҡуйып, ептән һуғылған балаҫ яба. Күләгә өсөн быныһы. Атһыҙҙар ҡыуаҡ-мыуаҡ төптәрен һайлаған. Юлдың туғай яҡ ситен ат сапҡыстары урай ҙа башлаған.

Халыҡ ҡайнаша. Сәләмләшәләр. Көлөшәләр.»

Ихласлап әйткәндә, Аҫылғужаның теле көнләштерерлек. Ул тыуған Баймаҡ яғының ғәжәйеп үҙенсәлекле телен белә, тоя, сағылдыра. Телмәрендә ерле халыҡ һүҙҙәрен, әҙәби телгә әле инмәгәндәрен оҫта файҙалана. Әҫәрҙәрҙе уҡый-уҡый кинәнәһең, бер осонан икенсеһенә ҡатлап төшәһең. Хәс тә һутлы емештән ауыҙ итәһең... Һутлы, шиғри телгә эйә булған ижадсы, ғөмүмән, бәхетле ижадсы ул.

«Әле муйыл бешкән мәл. Уны биҙрә-биҙрә йыйып алып ҡайта башланылар ҙа инде – күберәген әбей-һәбей, бала-саға йөрөштөрә. Муйыллыҡ эсендә – ваҡ-ваҡ күлдәр, күлдәре табан балыҡ менән лыҡа тулы. Ауыл һыртынан тәпәшәк түбәләр, игенлектәр, урманлыҡтар китә...»

«Һабантуй көнөмө ни. Бөтә ауыл бер юлы ҡубарылып урамға сыҡҡан. Ҡайһылары арбаларҙа дөбөр-шатыр, бәғзеләре төркөмләшеп йәйәү үрге осҡа табан аллы-артлы ҡуҙғалды».

«Күкрәүҙәр баҫыла төштө. Йәшен балҡыуы ла өй эсен әллә ни көслө яҡтыртмай хәҙер. Ямғыр иһә уғата шәбәйеп китте. Бер яуғанда кәрәген биреп ҡалайым, тиҙер».

Телдең ҡыҙыҡ бер үҙенсәлеге бар. Бигерәк тә шағирҙар был һыҙатҡа иғтибарлы. Мәҫәлән, шиғри әҫәрҙә лә, сәсмәһендә лә ҡоро хәбәр һөйләүҙән ҡотолам, тасуирлауға күсәм тиһәң, форма йәһәтенән ҡылымдарҙы, бигерәк тә ярҙамсыларын әҙерәк ҡуллан!

«Тирә-йүн ҡараңғылана башланы, ҡапыл бөркөү булып китте. Тынсыу һауа һулышты быуғандай...»

«Ҡот осҡос шартлау-дөмбөрләү мейене зыңҡытты. Хәс тә йөрәкте урынынан умырып алғандай...» Аҫылғужа ауыҙ тултырып, асыҡ итеп һөйләй, өндәрҙе үҙенә йотмай. Күп ваҡыт уның теле шиғыр теленә әйләнә. Йәки һүҙҙәрҙең ҡәҙимге тура тәртибе боҙола. Был күңелдең төрлө торошон һүрәтләүгә булыша. Әммә сәсмә телдә әҙип инверсия алымы менән самаһыҙ мауыҡмай. «Бая уҡ уянғайны ул. Күк күкрәй башлағас та асҡайны күҙҙәрен». Йәнә һәр геройҙың теле үҙенсә булыуы хаҡында әйтмәү ҙә мөмкин түгел. Хәкимә әбей дөңк-дөңк баҫып атлай. Ауылда бүтән берәү ҙә уның һымаҡ атламай, уның шикелле һөйләшмәй:

«– Ҡороғор! Сапҡанды күбәләйем тип торғанда ғына яумаһа... Мәйелһеҙ, төбө тишелеп, йәлсемәгерҙең! Әйттем мынау Әҙеһәмгә, әйттем. Тыңдаманы. Бисәһе лә яҡташҡан булды. Саба бирәйек әле, имеш. Тамырҙағы үлән тороп ҡасмаҫ ине әле. Бисә һүҙенә төшөп... Йә ней һынлы сабылғайны...» Ә Мирхәт Даяновичтың теле һуң!..

Нәҡ халыҡсан теле, халыҡ тормошоноң сағыу картиналарын һүрәтләүе менән дә Аҫылғужаның әҫәре халыҡсан. Был, асылда, һәр ижадсының маҡсаты. Яҙыусы халыҡ хәрәкәтен, күмәк кешеләр ҡатнашҡан картиналарҙы һүрәтләй – шул арҡала халыҡтың булмышын асып бирә. Халыҡса үткер, тос итеп шаяра – ошо арҡала уның киң күңелен күрһәтә. Хәйер, уҡыусы алдында дөйөм бер һын, халыҡ һыны ҡалҡа. Халыҡ характерын тыуҙырыу, уның күңелен сағылдырыу – әҫәр халыҡсанлығының төп һыҙаттары бына шулар.

Аҫылғужа әҫәрҙәре хаҡында һөйләгәндә шул да һөйөндөрә. Прозаик хәбәр һөйләүҙән ҡасып, картина тыуҙырырға ынтыла, үҙенсәлекле характерҙар һынландыра. Яҙмай, һүрәтләй, картина сыймаҡламай, ә тыуҙыра. Был да әҫәрҙең халыҡсанлыҡ һыҙаттарын көсәйтә.

Шиғри телле тигәндә, Аҫылғужаның шағир булыуы иҫкә төшә. Аҫылғужа, ысынлап та, үҙенең бөтә булмышы, теле, стиле, тойомлауы, донъяны ҡабул итеүе, уны һынландырыуы менән шағир. Сәсмә әҫәрендә лә шулай сығыш яһай. Тәүгәҙерҙә, «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләгәнендә, беҙ уның шағир булып китеүенә ышанып та бөтмәгәйнек. (Хәйер, әҙәбиәт үҙенең көтөлмәгән асыштары, тормош үҙенең һөйөнсөләре менән ҡыҙыҡ һәм фәһемле.) Газета эше, бер яҡтан, шиғри фекерләүҙе сикләй. Хәбәрсе анығыраҡ фекер йөрөтөргә мәжбүр, уға хис-тойғоларға бик бирелеп китергә ярамай. Ни әйтһәң дә, газетала артыҡ оҙаҡ эшләү һутлы тупраҡты ла киптерергә һәләтле бит әле. Аҫылғужа, бәхеткә ҡаршы, үҙен һаҡлай алған.

«Ниндәй көн был...» повесы етлеккән, камил әҫәр. Ул А. Баһумановты етди сәсмә әҫәр яҙыусылар рәтенә ҡуйҙы, тип билдәләй алабыҙ. Повесть жанры буйынса һуңғы йылдарҙағы сағыу, матур өлгөләрҙең береһе.

Был нарыҡлау үҙенән-үҙе һорау тыуҙыра. Повестың ниндәй һыҙаттарына ҡарап раҫлайбыҙ беҙ быны? Ҡайһы берәүҙәр әҫәрҙә төп нәмә ул образ, композиция ҡора белеү тип һанай. Бәғзеләр идея бирелешен, конфликт сиселешен алға ҡуя... Бай халыҡсан телдән башҡа әҫәр юҡ икәнлеге хәҙер бөтәбеҙгә лә мәғлүм инде. Образ да, идея ла, конфликт та тел аша ғына һынландырыла, ысынбарлыҡ күренешенә әүерелә. Драматургиялағы кеүек, сәсмә әҫәрҙәрҙә йәнә бер мөһим билдә бар. Сюжет ҡора белеү оҫталығы. Әлбиттә, «Ниндәй көн был...»ды сюжет ҡороуҙың гүзәл өлгөһө тип атау ситенерәк, нисектер тәбиғи яңғырамай һымаҡ. «Ниндәй көн был...»дың сюжеты ҡайһы берәүҙәргә юҡ йәки тарҡау кеүек тә тойолоуы ихтимал. Повеста элекке яугир Әҙеһәмдең бер көнө тасуирлана. Был – тәүге план, икенсе планда – хәтирәләр аша геройҙың үткән ғүмере бирелә. Үҙәктә – бесән өмәһе ваҡиғаһы. Ошоно сюжет тип атарға мөмкинме? Эйе, Аҫылғужа (мәҫәлән, «Ярлыҡау», «Ауылым юлы», «Туй» повестарындағы шикелле) классик, үҙенсәлекле сюжет тыуҙырмай...

Беҙҙеңсә, әҙип эске сюжет, күңел кисерештәре сюжетын ҡора алған. Был фекер менән, хәйер, бәхәсләшергә лә була... Был – шиғырҙар, поэмалар өсөн хас күренеш. Үҙәктә, ғәмәлдә, бесән өмәһе лә түгел, ә Әҙеһәмдең оло шиғри йөрәге. Тәүге бүлектә үк уҡыусыны ғазаплы йөрәктең шартлай яҙыуы тетрәтә (сюжет төйөнө), һуңынан ошо ваҡиға уҡыусыны үҙенән «ыскындырмай»: аҙаҡҡаса уның зиһенен көсөргәнешле хәлдә тота. Был йөрәк түҙерме, туҡтап ҡуймаҫмы? Уҡыусыны әҫәр ахырынаса ошо ҡурҡыу тойғоһо оҙата бара.

Беҙ йөрәктең ҡылыҡтарын, ыҙаланыуҙарын күҙәтәбеҙ. Сюжет үҫә. Йөрәк теге йәки был мәлдәрҙә, кисерештәрҙә үҙен нисек тота? Еңә алырмы ул, бирешмәҫме? Сигенеп, инаныуҙарынан ваз кисеп ҡуймаҫмы? Хыянат итмәҫме уларға? Тағы йөрәк эш өсөн генә янырға тейешме ни, гел йәмғиәт өсөн генә дөрләргәме?.. Әҙеһәмдең даусан йөрәге тормошто, һуғышты, мөхәббәтте, ғаиләләге, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡабул итә? Күҙе, теле менән генәме, Әҙеһәм иң тәүҙә йөрәк уты менән әлеге Мирхәт Даяновичтарға, Алтынбаевтарға ҡаршы көрәшә, шул «ҡоралы» менән унлаған фашистар өҫтөнә бер үҙе ташлана. Йөрәк һуңғы сиккәсә эш өсөн яна, инаныуҙарым, тип тибә. Әҙеһәм кәүҙәһен көскә йөрөтһә лә, һиҙҙермәй, ос һәнәген алып кәбән һалышырға уҡтала. Ниңә, тик уға ғына кәрәк инеме ни?.. Йөрәк ил, хеҙмәт өсөн алышта туҙа, принциптар өсөн көрәштә янып көлгә әйләнә. Бөгөнгө кәсепсәнлек күҙлегенән ҡарағанда, үҙе өсөн түгел, эш өсөн генә янып дөрөҫ эшләнеме ул йөрәк? Дөрөҫ йәшәнеме Әҙеһәм Әлибаев? Дөрөҫ йәшәнеме улар быуыны? Улар ил, дәүләт өсөн бөтәһен дә бирҙе, 26 йәштә ғүмерҙәрен дә фиҙа ҡылды. Үҙҙәренә бер ни ҙә ҡалманы. Бөтәһе лә ил, тыуасаҡ яҡты көн хаҡына... Һуғыштан һуң алты йыл ғүмер һөрә Әҙеһәм, еләк кеүек Сөйөмбикәһе, алмалай ҡыҙҙары ҡала. Бөтәһе лә ҡала, ә ул... Дөрөҫ эшләнеме уның йөрәге? Дөрөҫ типтеме? Ни генә күрҙеләр был быуын кешеләре был яҡты донъяла. Ниндәй генә көмөш төштө улар өлөшөнә?

Күптән түгел газетала 1919 йылдың июнендә Сызрандә төшөрөлгән фото баҫылғайны. Һөлөк кеүек ирҙәр һуғышҡа инер алдынан... Уларҙың күбеһе яуҙа баш һалыр... Һөйәк-һындары ете ят яҡтарҙа ятып ҡалыр. Ниндәй генә көмөш төштө улар өлөшөнә? Сауапҡамы, әллә бушҡамы улар ҡорбаны?.. Сауапҡа булғанда ла, ни хаҡына ҡорбан булыу – нәҡ Әлибаев йөрәге өлөшө.

Беҙ, уҡыусылар, повесть һуңынаса Әҙеһәм йөрәгенең тибешен тоябыҙ. Был, үҙ сиратында, әҫәрҙең һулышын билдәләй. Уның үҙ тел-стиль ҡоролошон, ритмын барлыҡҡа килтерә. Йкенсе төрлө әйткәндә, әҫәрҙе ихлас итә, лирик бер йылылыҡ хисе менән һуғара. Афарин, шағир шиғри һулышлы матур сәсмә әйбер тыуҙырған, афарин, был һуңғыһы булмаҫ, тип ышанайыҡ. Шунда йәнә күңел төпкөлөндә үкенес ҡорто ла ҡыймылдап ҡуя. А. Баһуманов шағир, лирик хисле прозаик булыу өҫтөнә администратор ҙа бит әле, етди ойошма (нәшриәт) етәксеһе. Ғәжәп бит. Беҙ үҙ таланттарыбыҙҙы һаҡламайбыҙ, улар иңенә өҫтө-өҫтөнә яңы йөк, вазифа өйәбеҙ. Ни тиһәң дә, ижад етди күренеш, кешенең үҙенә башкөллөһө менән бирелеүен талап итә. Ә беҙ бер кешене тегендә-бында тартҡыслайбыҙ. Ғәжәп донъя! Тағы был һүҙ ыңғайында.

Ә ул көн һуҙыла ла һуҙыла. Ғүмерҙәй оҙон-оҙон булып... Ниндәй көн был? Һаман дауам итә. Ул әле төштән һуңғы мәлгә генә етте. Ул өҙөлмәгән, ахырыһы, Әҙеһәм Әлибаев ғүмеренән аҙаҡ та шулай дауам итер... Көрәшсе ғүмеренән оҙонораҡ көн!

Ул көн (хәтер) беҙҙең күңелдә, халыҡ күңелендә йәшәр. Ул йөрәк тибеше беҙҙең, киләсәк быуындарҙың йөрәк тибешенә күсер, уларҙыҡына ҡушылыр...

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.