Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Айлы кистәр яҡут-зөбәржәттәй



Айлы кистәр яҡут-зөбәржәттәй

Нурҙар сәсә беҙҙең ғәзиз ил…

Аҫыл халҡым! Алтын ҡулдарыңдан,

Аҡ күңелеңдән балҡый Әбйәлил!

Әбйәлил – ғәзиз ил, Ҡырҡты тау, Ҡыҙыл буйҙары… Эргәһендә: «мәғрур тора Мағаш, Аҡбейек, Балҡан, Илмән, Тратау, Ирәмәлдәр…»

Әбйәлилгә ҡайтып, өй һалды, тыуған ерендә ныҡлы тамыр йәйҙе ирмен тигән ир Әсхәл Әхмәт-Хужа. Ана, шундайҙар башҡортта Ватанын тота. Яҡташтары менән ҡатышып йәшәй шағир, улар менән ҡайғыһы, һағышы-һөйөнөсө менән уртаҡлаша.

Әсхәлдең шиғриәте туған халҡы теленән, ауыҙ-тел ижадынан һут ала. Бында ҡобайыр, робағый, әйтеш, ҡисса формалары йыш ҡулланыла, хатта ки ҡайһы бер ҙә Әсхәл шиғырҙарын халыҡ ижады өлгөләренән айырып алырлыҡ та түгел. Әсхәл теле – оҫталарса шымартылған, халыҡ теленең үҙенсәлектәрен, өн-яңғырашын һаҡлаған тел. Сәсән ише шағир бер әйтә, берәгәйле әйтә. Үҙенең иле лә Шафиҡ Тамъяни, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаевтар яғы бит.

Ғәрсә бөгөнгө башҡорт поэзияһы халыҡ ижадынан ғына түгел, ә бүтән халыҡтар шиғриәтенән дә һут ала булыр. Был тәңгәлдә иң мөһиме: башҡа инештәр һыуын тәмләп, үҙ тауышыңды, үҙ стилеңде юғалтмай һаҡлап ҡалыу… Әсхәл Әхмәт-Хужа шиғриәте күптән күҙ алдында, ул алыҫ тарафтарҙа ла танылыу алған. Мәҫәлән, китаптары сыуаш, татар, урыҫ телдәрендә баҫылды, шағир үҙе лә бик күп оҫталарҙы – донъя әҙәбиәте маһирҙарын башҡорт телендә яңғыратты. Заманында «Ебәккә ынйы теҙелә» исемле күләмле шиғри йыйынтыҡ баҫтырҙы. Үҙенә күрә бер шиғриәт анталогияһы ине ул. Әсхәл-тәржемәсе шулай итеп телебеҙҙе бөтә донъя шиғриәтен ижад итер кимәлдәге тел тип иҫбатлап ҡуйҙы.

 

* * *

Әсхәл Әхмәт-Хужаны балалар яҙыусыһы ла тип атарға мөмкин. «Бәрәскәй» (1970), «Бөйрәкәй» (1985), «Ҡалтай менән Балтай мәрәкәләре» (1990), «Толпарым» (1992), «Балалар баҡсаһы» (1994), «Азамат менән ҡуян балаһы. Азамат и зайчонок» (1991), «Ямғыр тамсыһы. Веселый дождик» (2008) ише китаптар… Агния Барто, Корней Чуйковский, Пушкин, Самуил Маршак һымаҡ, бихисап балалар әҙәбиәте өлгөләре тыуҙырҙы. Халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған был әҫәрҙәрендә тәрбиәсе шағир кескәйҙәрҙе хәреф танырға өйрәтә, үҫмерҙәргә ололар тәжрибәһен күндерә. Теленең һутлы, образлы, тапҡыр булыуы, нәҡ башҡортса яңғырауы менән был әҫәрҙәр фольклор миҫалдарына яҡын. Шул килеш ал да балаларҙы уҡыт!

 

* * *

Шулай ҙа, минеңсә, Әсхәл Әхмәт-Хужа барыбер яу ораны шағиры, киң майҙандар трибуны. Уның иң яҡшы әҫәрҙәрендә тарихтың иң хәтәр мәлдәрендә иң кәрәкле һүҙ әйтелә, шағир яу ораны ташлай, һүҙе менән артынан эйәртә.

Шиғриәттең халыҡ алдындағы төп бурыстарының береһе лә шунда бит: уҡыусыға хаҡ юл күрһәтеү, болғаныш мәлендә дөрөҫлөктө асыу, аһәңле һүҙ менән хеҙмәткә, яуға күтәреү, уның ойоп ятҡан намыҫын ҡуҙғатыу, хәтергә осҡон һалыу. Әсхәл Әхмәт-Хужаның ярһыу шиғриәте нәҡ ана шундай маҡсаттарға хеҙмәт итә лә инде.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.